Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Март 2023, 17:15

КИТАП ҺӘМ РУХ БАЙРАМЫ

“Ағиҙел” журналы редакцияһы коллективының Мәскәүҙәге эш сәфәре Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡулы вәкиле Ришат Нурахман улы Халиҡов, уның урынбаҫары Илдар Зиннур улы Бикбаев, Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдары эшмәкәрлеген тәьмин итеү буйынса аппарат етәксеһе Ринат Таһир улы Фәйзуллин, Федераль дәүләт органдары менән хеҙмәттәшлек итеү һәм үҙ-ара бәйләнеш булдырыу буйынса бүлек кәңәшсеһе Айгөл Дәүләт ҡыҙы Саҡаева менән рәсми осрашыуҙан башланды. Ришат Нурахман улы Мәскәүҙә йәшәгән яҡташтарыбыҙҙың эшмәкәрлеге, ил, хатта донъя кимәлендәге ҡаҙаныштары хаҡында һөйләп, бәйләнештәр булдырыуҙа ярҙам итәсәктәрен белдерҙе. “Ағиҙел”дең баш мөхәррире, яҙыусы Мөнир Ҡунафин журналдың рухиәт өлкәһендәге әһәмиәте, форматы, эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Илдар Зиннур улы Бикбаев Мәскәүҙә йәшәгән яҡташтарыбыҙ реестрын булдырыу мәсьәләһен күтәрҙе, ике яҡлы эшмәкәрлек буйынса тәҡдимдәр индерҙе. “Ағиҙел” журналы хеҙмәткәрҙәре Әхмәр Үтәбай, Луиза Кирәева, Гөлнара Хәлфетдинова журналдың бөгөнгө йөҙө, “Аҡмулла арбаһы” проекты һ.б. хаҡында сығыш яһаны. Проектты вәкиллек етәкселеге үҙенсәлекле тип тапты, Мәскәүҙә лә “Ағиҙел”дең журналға яҙылыу һәм таратыу буйынса терәк пунктын булдырыу тәҡдиме менән сыҡты.

КИТАП ҺӘМ РУХ БАЙРАМЫ
КИТАП ҺӘМ РУХ БАЙРАМЫ

Рәсми аралашыуҙы шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Салауат Әбүзәрҙең рухлы шиғыры, үҙе йырсы, үҙе ҡурайсы Заһир Байыҡтың сығышы тағы ла йәмләп һәм йәнләндереп ебәрҙе.

“Аҡмулла арбаһы” проектын уңышлы тормошҡа ашырған өсөн Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Ришат Нурахман улы “Ағиҙел” журналы редакцияһына Маҡтау ҡағыҙы тапшырҙы. Үҙ сиратында, “Ағиҙел”дәр ҙә уға эшлекле осрашыу өсөн сикһеҙ рәхмәттәрен белдерҙе.

Ә икенсе көндө Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә “Ағиҙел” журналының Башҡортостан Башлығының гранттар бәйгеһендә еңеп сыҡҡан “Аҡмулла арбаһы” проектының йөҙөк ҡашы булған, ике томдан торған “Ағиҙел”дән – 100 хикәйә” йыйынтығының исем туйы булды.

Тыуған Башҡортостандың гүзәл күренештәрен иҫкә төшөргән “Урал йырынан һуң, Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Илдар Зиннур улы Бикбаев һүҙ алды. Кисәгә йыйылыусыларҙы сәләмләп, “Аҡмулла арбаһы” проектына ҡушылырға, журналды альтернатив юл менән яҙҙырыуҙы ойоштороу эшен башларға саҡырҙы, “Ағиҙел” журналының 100 йыллығы уңайынан барыһын да тәбрикләне.

Кисәне алып барыусылар – шағир, Салауат Юлаев ордены кавалеры Әхмәр Үтәбай һәм Мәскәүҙең “Сесен” әҙәби берекмәһе ағзаһы, журналист Гүзәл Хөснөтдинова – артабан һүҙҙе “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире, яҙыусы Мөнир Ҡунафинға тапшырҙы. Үҙенең сығышында ул “Ағиҙел” журналының һүҙ сәнғәте традицияларын ғына түгел, рухиәт тамырҙарын һаҡлауы хаҡында ла һөйләне.

Мәртәбәле сарала Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, “Башҡортостан яҡташлығы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы идараһы рәйесе Инга Альберт ҡыҙы Йомашева, Рәсәй башҡорттарының Федераль милли-мәҙәни автономияһының етәксеһе Искәндәр Хисмәтулла улы Юлдашев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолованың ярҙамсыһы, Рәсәй Президенты эргәһендәге Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең эшҡыуарлыҡ буйынса Советы рәйесе урынбаҫары, Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Альфред Альберт улы Вәлиев, билдәле скульптор, Рәсәй Федерацияһы халыҡ рәссамы Салауат Александрович Щербаков, Рәсәй Яҙыусылар союзының милли әҙәбиәттәр советы рәйесе Валерий Андреевич Латынин, Рәсәй әҙәбиәтселәре союзының шиғриәт секцияһы рәйесе Наталья Евгеньевна Рожковалар ҡатнашты. Улар барыһы ла “Ағиҙел” журналын йөҙ йыллыҡ юбилейы һәм “Ағиҙел”дән – 100 хикәйә” китабының исем туйы айҡанлы йөрәк һүҙҙәрен еткерҙе.

Рәсәй Яҙыусылар союзының милли әҙәбиәттәр советы рәйесе, яҙыусы Валерий Латынин үҙенең сығышында: “Мин рус армияһы ғәскәрҙәре составында беренселәрҙән булып Парижға ингән башҡорттарҙың яугирлығы хаҡында хәбәрҙар инем, ә хәҙер уларҙы ҙур әҙәбиәте лә булған халыҡ тип тә беләм. “Ағиҙел” кеүек бер быуатлыҡ тарихы булған журналдар бик һирәк, һәм улар оло хөрмәткә лайыҡ”, – тип әйтте. Ә Рәсәй әҙәбиәтселәре Союзы рәйесе урынбаҫары, шағирә Наталья Рожкова сит илдәрҙә Рәсәйҙәге “Дон”, “Волга”, “Ағиҙел” кеүек йылға исемдәре менән аталған журналдарҙың осрамауын әйтеп, был һыҙаттың рәсәйлеләрҙең ни тиклем тыуған ерен яратыуын, рухи аҙыҡ менән Тыуған ил төшөнсәләренең бәйләнешен күрһәтеүен билдәләне. Скульптор Салауат Щербаков журналдың йөҙ йыл эсендә үҙенең әҙәби-поэтик традицияларын булдырыуын, уларҙы әле лә һаҡлауын, башҡорт яҙыусыларының һәр ваҡыт ата-бабалары һәм замандаштары алдында яуаплылылыҡ тойоуын, тап шул арҡала халыҡтың ғүмерле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Кисәлә “Ағиҙел” журналы хеҙмәткәрҙәре лә һүҙ алды – улар барыһы ла шиғырҙарын уҡынылар. Бынан тыш, журналдың яуаплы сәркәтибе Луиза Кирәева журналдың бөгөнгө йөкмәткеһенә презентация-байҡау эшләһә, шиғриәт бүлеге мөхәррире, шағирә Гөлнара Хәлфетдинова “Аҡмулла арбаһы” проекты хаҡында ентекләп һөйләне.

“Ағиҙел” журналы “үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамай”, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендәге яҙыусылар менән хеҙмәттәшлек итә. Әйтәйек, күптән түгел журнал биттәрендә Мәскәүҙәге яҡташ яҙыусылар Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Земфира Сәхипова, Диана Свердловская, Родион Рәхимов, Ләйсән Әхмәҙуллиналарҙың әҫәрҙәре баҫылып сыҡҡайны. Улар ҙа кисәгә килеп, редакцияға үҙҙәренең ҡотлауҙарын һәм рәхмәт һүҙҙәрен әйтте.

Сара йыр-моңға үрелеп барҙы, унда бейеүсе, йырсы, ҡурайсы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Заһир Шәйәхмәтов, Мәскәүҙәге яҡташтарыбыҙ, билдәле йырсылар Арсен һәм Луиза Кәримовтар, Земфира Баймырҙина сығыш яһаны.

Был көн Китап һәм Рух байрамына әйләнде, ә Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге залы, ысын мәғәнәһендә, башҡорт мәҙәниәтенең һәм әҙәбиәтенең сағыу бер дуҫлыҡ-татыулыҡ майҙанына әүерелде.

Автор:Луиза Кирәева
Читайте нас: