Яңылыҡтар
7 Декабря 2022, 11:40

Темәстә Ғәббәс Дәүләтшинға арналған түңәрәк өҫтәл ойошторолдо

Сығышы менән Һамар өлкәһенең башҡорт ғалимы Ғәббәс Дәүләтшиндың тыуыуына быйыл 130 йыл тула. Ғәббәс Йәғәфәр улы Дәүләтшин – йәмәғәт эшмәкәре, башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалыусы, башҡорт телендәге тәүге дәреслектәрҙең, беренсе орфография һүҙлегенең һәм юғары уҡыу йорттары өсөн башҡорт теле дәреслегенең авторы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Темәстә Ғәббәс Дәүләтшинға арналған түңәрәк өҫтәл ойошторолдоТемәстә Ғәббәс Дәүләтшинға арналған түңәрәк өҫтәл ойошторолдо
Темәстә Ғәббәс Дәүләтшинға арналған түңәрәк өҫтәл ойошторолдо

 

6 декабрь көнө Баймаҡ районы Темәс ауылында Башҡортостан  республикаһы  Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы - “Темәс” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендә Темәс урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары һәм 7 класс уҡыусылары менән берлектә түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Был сара Ғәббәс Йәғәфәр улына арналды. Беҙ уны бөгөн хөрмәтләп иҫкә алабыҙ. Сара ваҡытында “Темәс” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге методисы Йәмилә Баязитова  “ Ғәббәс Дәүләтшин – ғалим - лингвист, телсе, башҡорт тел белеменә нигеҙ һалыусы” тип исемләнгән доклад менән сығыш яһаны. Башҡорт теле һәм әҙәбите уҡытыусыһы Яхина Мөнирә Мөрит ҡыҙы “ Хәҙерге башҡорт теле” исемле доклад һөйләне. Шулай уҡ Яхина М.М. үҙенең сығышында Ғәббәс Дәүләтшин бик оҙаҡ ваҡыт тарихта күләгә аҫтында булыуын билдәләп үтә,  сөнки ул китаптарына үҙенең тулы исемен “ Ғ.Дәүләтшин” тип ҡуйған, шунлыҡтан күп ғалимдар уның хеҙмәттәрен яҡташы Ғөбәй Дәүләтшиндыҡы  тип  һанаған. Сара ваҡытында Ғәббәс Дәүләтшиндың ейәнсәре Элла Дәүләтшина төшөргән “Скажи это по-башкирски” тип исемләнгән документаль  фильм ҡаранылар.

Ғәббәс Дәүләтшин – әсә телен һаҡлауға, телде өйрәнеүгә нигеҙ һалыусы, төрлө методик китаптар сығарған кеше, беҙҙең бурысыбыҙ – туған телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу, балаларыбыҙға үткән тарихты еткерергә бурыслыбыҙ.

Йәмилә Баязитова, "Темәс" башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең методисы. 

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас