Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Октябрь 2022, 17:20

"АҒИҘЕЛ" ЖУРНАЛЫНЫҢ 10-СЫ ҺАНЫНА КҮҘӘТЕҮ

Журналыбыҙҙың яңы һаны донъя күрҙе.

"АҒИҘЕЛ" ЖУРНАЛЫНЫҢ 10-СЫ ҺАНЫНА КҮҘӘТЕҮ
"АҒИҘЕЛ" ЖУРНАЛЫНЫҢ 10-СЫ ҺАНЫНА КҮҘӘТЕҮ

"Ағиҙел" журналының октябрь һаны Гөлнара Хәлфетдинованың күренекле шағирә һәм йәмәғәт эшмәкәре Йомабикә Ильясова менән әңгәмәһенән башлана.

 “Сәсмә әҫәрҙәр”ҙә яҙыусы Ғәлим Хисамовтың “Француз яуы” романы, Мөнир Ҡунафиндың “Код йәки тәгәрәп тә китте бер төймә” повесы тәҡдим ителә.

“Шиғриәт” рубрикаһында Лилиә Һаҡмарҙың өр-яңы поэмаһы, Йомабикә Ильясова, Фәнзил Санъяровтың шиғырҙары менән танышырһығыҙ.

“Retro әҫәр” рубрикаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең хәтирәләренән өҙөктәр бирелһә, “Әҙәби мираҫ”та Талха Ғиниәтуллиндың “Албаҫты” әҫәре (Әмир Әминев тәржемәһе) урын ала.

Киләһе йыл “Ағиҙел” журналының донъя күреүенә 100 йыл тула. Ошо уңайҙан был һанда ла ғалим Флүр Сибәғәтовтың матбуғат тарихына арналған мәҡәләһе дауам итә.

Ғалимә Гөлсәсәк Саламатованың “Шәйехзада Бабич һәм Зәбих Исҡужин: ике сағыу ғүмер һәм бер шиғыр тарихы” тигән фәнни эҙләнеүҙәргә ҡоролған мәҡәләһе лә бик йөкмәткеле һәм үҙенсәлекле.

Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, ни сәбәптәндер “Ағиҙел”гә яҙылырға онотһағыҙ, подписканы һәр ваҡыт дауам итеү мөмкинлеге бар, ул саҡта инде журнал һеҙгә киләһе айҙан килә башлаясаҡ. Ә инде редакциябыҙҙан килеп алып йөрөү шарты менән айына ни бары 90 һумға ғына яҙылырға була.

Берҙәм булайыҡ!

 

Луиза Кирәева әҙерләне.

Автор:Луиза Кирәева
Читайте нас: