Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Май 2022, 15:54

НӘСКИ. Миләүшә Ҡаһарманова

Ямғыр аҫтында ашығып атлап киләм. Зонтһыҙ булғас бөршәйелгән, баш эйелгән. Хәҙер-хәҙер ҡайтып етәм. Шул ваҡыт тротуар буйлап ҡаршы килгән әбей туҡтап ҡалып мине көткәндәй була. Тапҡырына еткәс, башымды күтәрә биреп ҡарайым. Был миңә текәлә. Ямғыр шауы аҫтында өндәшкән хәбәре ишетелмәй:

НӘСКИ. Миләүшә Ҡаһарманова
НӘСКИ. Миләүшә Ҡаһарманова

- Что хотели?
— ...Носочки... своими руками...
Май айында йөн нәскей ҡайғыһымы инде? Тик “юҡ” тип кенә баш ҡағып китә алмайым. Аяҡтар ергә ҡаҙаҡланған һымаҡ... йөрәкте ниҙер сыйып ебәрә. Әбейҙең яулыҡ аҫтынан туҙып сығып күшеккән сал сәстәренә, һыуланып ауырайған иҫке туфлийына, быуындары тумырайып сыҡҡан ҡул суҡтарына күҙ һалам ирекһеҙҙән.
--Ямғыр яуып тик тора, баҙар юҡ, һатып алыусы тапманым... Эремсек алайым тиһәм... Эремсектән башҡа аш тамағымдан үтмәй, ауырыйым, — тип аҡланған инәйҙең ымһыныулы ҡарашы аҫтында сумкамдың кеҫәләрен аҡтарам. Ҡарышҡан шикелле ҡулаҡса юҡ. Эргә-тирәләге банкоматлы урындарҙы самалап, “хәҙер” тип аҙыҡ-түлек магазинына инеп китәм дә, аҡса алып сығам. 600 һумды тоттороп, нәскиҙәрҙе пакетыма һалып алам.

Подъезға ингәс, һатып алған әйберемде төпкәрәк, ҡағыҙҙар аҫтынараҡ йәшерәм. Сөнки, өйҙә бының өсөн шелтә эләгәсәк. Сөнки был минең беренсе генә нәскийем түгел. Урамдағы әбейҙәрҙе йәлләп алған гөлдәрем, китаптарым, ҡул эштәре, иҫке ҡашығаяҡ һәм башҡа үҙемә һис кәрәге булмаған ваҡ-төйәк күп.

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: