Ул өйләнергә уйлай. Тик яратҡан ҡыҙы мәрйә булып сыға. Әбей менән бабай улдарының бәхетенә ҡаршы тормай, үҙ ризалыҡтарын биреп, гөрләтеп туй үткәрәләр.
Йәштәр ҡалала йәшәй. Уларҙың үҙ эштәре, донъялары, балалары...
Байтаҡ ваҡыт үткәс, бабай менән әбейҙе балалары ҡунаҡҡа алып ҡайта. Улы менән килене уларҙы шатланып ҡаршы ала, бик ҙур хөрмәт менән ҡунаҡ итә. Ләкин ҡунаҡтарҙың муйнаҡҡа әйләнер ваҡыты ла үҙен оҙаҡ көттөрмәй. Быларға килендәре бер нәмәгә лә тейергә рөхсәт итмәй башлай. Быны тотһалар ҙа, “Не тронь!”, тегеһенә тейһәләр ҙә, “Не тронь!” тип кенә тора. Асыуланып, әбей менән бабай, тоҡсайҙарын алып, ауылға ҡайтып китә.
ҡайтҡас, ауылдаштары уларҙан:
– ҡайҙан киләһегеҙ һуң? – тип һорай.
– “Не тронь” ҡалаһынан, – тип яуап бирәләр.
– Бәй, ҡайҙа һуң ундай ҡала? – тип аптыраша ауылдаштары.
Таҡыя әбей менән Мозафар бабай бойоҡ ҡына:
– Алыҫ, алыҫ, – тип шым ғына өйҙәренә йүнәлә.