Беренсе тапҡыр үҙе эшләгән театры алдында күргәйне ул Хәйҙәрҙе. Мөләйем йылмайып һаулыҡ биргән егеткә күҙ һирпеп кенә ҡараны ла сираттағы репетицияһына йүгерҙе. Ныҡлап иғтибар ҙа итмәне - әҙме ни Йәштәр Театры янында тапаныусылар? Көн дә тамаша, көн дә халыҡ ҡайнай. Әрһеҙерәктәре гримеркаға ла үтеп инергә өлгөрә. Ундайҙарҙан йә автограф бирмәйенсә, йә ҡушлап фото төшмәйенсә ҡотолоп та булмай…
Бер ҡасан да тупаҫ һөйләшмәй, ялҡыта биргән раузаларҙы ла ҡат-ҡат рәхмәт әйтеп, инде ҡыуанған булып ала йәш әртис. Шулай булмай, кеше күңеле - бер йылмайыу, ҡыйбатлы сәскәләрҙең еҫе тамаҡ төбөнә ултырһа ла, танауын сирырға хаҡы юҡ.
Буйға һомғол, оҙон ҡара сәсле талантлы һылыуҡайҙың артынан ир заты көтөүе менән булмаһа ла, етерлек йүгерә. Иғтибар юҡлығынан бер ваҡытта ла ыҙаламаған Ләлә, коллегаларынан "һайлансыҡ", "эрекәс" ҡушаматтарына ла дусар булып бөттө инде. Тик йәш ҡыҙҙың үҙ иткән, яҡын күреп, асылып китерлек кешеһе булманы оҙаҡ ваҡыт. Ниңәлер ғашиҡ кавалерҙарҙың күбеһе сәхнә тормошо менән ысынбарлыҡты бутай, һушты алырлыҡ сағыу, көслө образдар артындағы ябай, ҡайсаҡ үлеп арыған ҡатын-ҡыҙҙы күрергә теләмәй. Сәхнәлә лә, социаль селтәрҙәге фотоларҙа ла һәр ваҡыт йылмайған, бөтмәҫ шатлыҡ бөркөп торған ҡыҙ, күп ирҙәр уйлауынса, спектакль һуңынан да арымай-талмай, күңел йылыһын өләшеп банкеттарҙа, ниндәйҙер табындарҙа йөрөргә тейеш килеп сыға.
Ә Ләләнең, айырыуса һуңғы ваҡытта, гримды йыуып ташлап, көнө буйы мәрйен тештәрен күрһәтеп йырған ауыҙын, ниһайәт, ябып, талған аяҡтарын һуҙып ял иткеһе килә. Шуға ла үтә бәйләнсек егеттәрҙе һиҙеү менән, төрлө ысулдар табып, тиҙерәк ысҡыныу яғын ҡарай. Сәхнәләге көсөргәнешле ваҡиғаларҙан һуң кемдер менән танышырға, ниндәйҙер "кипиш"та ҡатнашырға уның хәле лә, теләге лә ҡалмай йыш ҡына. Ял көндәрен дә йә китап ҡосаҡлап, йә "желе" хәлендә диванында ятып үткәрергә ярата ул. Шытып сығып бармаған, баҫалҡы Ләлә, нисек әртис һөнәрен һайлағанға үҙе лә аптырап ҡуя йыш ҡына. Хәйер, сәхнәлә ул бөтөнләй икенсе! Харизмаһы илаһи шишмә булып аҡҡан, илатҡан-көлдөргән, арбап, ауыҙына ғына ҡаратып ҡуя алған алиһә бит ул!
Ә Хәйҙәрҙе көн һайын булмаһа ла, йыш ҡына абайлап ҡала ине йәш ҡыҙ. Йә ишек төбөндә, йә залда мотлаҡ гөлләмә тотҡан егет ғәҙәти күренешкә әйләнеп китте.
"Сәскә алып килгәс, ниңә бүләк итмәй һуң? Әллә икенсе берәүгә бирәме? Бәй, шулайҙыр, театрҙа минән башҡа кеше бөткәнме," - тип уйланды йыш ҡына Ләлә.
Көҙҙөң әсе ел ҡатыш ямғырлы бер көнөндә, зонтик аҫтында торған егетте күреп, һыуыҡтан ҡасып йүгереп инеп барған ҡыҙ, ғәҙәттәгесә иҫәнләшкәс, һорамай булдыра алманы.
- Кемгә көндә гөлләмәләр ташыйһығыҙ ул? Әллә миңәме? - тине ул шаяртып.
Үҙенә өндәшеүҙән ҡанатланып киткән егет:
- Һеҙгә, - тип яуапланы йылмайып.
Аптыраған Ләлә, шып туҡтап:
- Миңә? Ә ниңә тапшырмайһығыҙ һуң?
- Ҡурҡам…
Бындай яуапты көтмәгән Ләлә шарҡылдап көлөп ебәрҙе. Егеттең уңайһыҙланыу аша йота яҙып ҡарауы ҡыҙыҡ күренде уға. Һоҡланыу, табыныу ғына түгел, тағы ниндәйҙер серле тойғолар сағыла ине егеттең күҙҙәрендә. Әллә һыуыҡтан, әллә ошо ҡараштан тәне зымбырлап киткән ҡыҙ:
- Ҡурҡаһығыҙ? Шул хәтле ҡурҡыныс бапаҡмы ни мин? - тине көлөп.
- Юҡ, юҡ! Һеҙ иҫ киткес! Һеҙ..
- Ярай, тормағыҙ һыуыҡта өшөп, - ҡабаланып бүлдергән һылыуҡай, аллы-гөллө ҙур шәлкеме алды ла, инеп тә юғалды.
Бигерәк әрһеҙ ҡыланһа, тупаҫ ҡына итеп урынына ултыртырмын, тип уйлаған ҡыҙ ниәтен тормошҡа ашыра алманы. Хәйҙәр башҡалар һымаҡ ялҡынлы хәбәрҙәре менән йөҙәтмәне лә, эҙәрлекләп йөрөмәне лә. Бары тик сәскәләрен ҡосаҡлап, эшкә йөрөгән һымаҡ көндә театр тупһаһын тапап, йыш ҡына Ләләнең ҡаршыһына сыҡты. Кәйефе булһа алды, булмаһа - ауыр ҡарашын ташлап, иҫәнләшмәй ҙә, ҡулдарын кеҫәһенә тығып үтеп китер ине ҡыҙ.
Әлбиттә, гел генә яңғыҙы йөрөмәне Ләлә, йә әхирәттәре, ҡайһы берҙә коллегалары менән күренде. Ундай ваҡытта Хәйҙәрҙе бөтөнләй күрмәмеш була ине ул. Бер көндө егетте бөтөнләй аптыратып, бер төркөм йәштәр менән сырҡылдашып үтеп китте эргәһенән. Бер татар егетен хатта ҡултыҡлап алған. Ә уныһы инде Ләләнән күҙҙәрен алмай, һандуғас булып һайрай!
Гастрольгә килгән, тырышып-тырышып сөсөлдәгән Ҡазан театры егетен бик тыңламаһа ла, ниңәлер ынтылып ҡарап ҡуйҙы ҡыҙ Хәйҙәргә. Йәнәһе, реакцияһын күҙәтә. Ә реакция хәтәр ине ғашиҡ егеттең!
Ҡашын төшөрөп, һөҙөп ҡарап торҙо ла, мыңғырлап, сырт төкөрөп ҡуйҙы Хәйҙәр. Ҡарашында нәфрәт тә, ҡыҙыҡһыныу ҙа, аңлайышһыҙ ят ялтырау ҙа сағылып китте шул саҡ.
"Енле инде әллә… Арыраҡ йөрөргә кәрәк бынан", - тип уйлап ҡуйҙы Ләлә, күңеле ниҙер һиҙгән һымаҡ.
Ә Хәйҙәр, киреһенсә, шул көндән үҙен бик ҡыйыу тота башланы. Осратҡан һайын, һөйләшергә тырыша, ҡайһы берҙә ҡулын ҡыҫырға ла өлгөрөп ҡала ине. Ярты йыл йүгерә торғас, инәлеп-ялбарып тигәндәй, яҙға ҡарай, бер нисә минут булһа ла йөрөп килергә күндерҙе тәки.
Бер ниндәй ҙә хәүеф-хәтәр һиҙелмәгәс, үҙен тыйнаҡ тотоуын күргәс, Ләлә икенсе тапҡыр ҙа осрашырға ризалашты. Шулай киноларға, парктарға йөрөп, егеткә яйлап өйрәнеп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Йәмле йәй етеүгә улар бер-береһе тураһында бөтәһен дә белгән матур парға әйләнгәйнеләр ине инде.
Коллега ҡыҙҙар Хәйҙәрҙең өҙөлөп тороуын, ялҡынлы мөхәббәт ҡараштары ташлауын күреп, көнләшә биреп тә ҡуйҙылар. Ҡулыңдан ысҡындырма, хатта пар килгәнһегеҙ, тип сутырланылар йыш ҡына.
Әкренләп Ләлә лә етди мөнәсәбәттәр нығытып, ғаилә ҡороу тураһында уйлана башланы. Күпме яңғыҙ йөрөргә була, кемделер көтөп? Хәйҙәр уны ярты һүҙҙән аңлай, ихтирам итә. Һәйбәт атай, иғтибарлы ир булырына һис шиге юҡ. Һуңғы ваҡытта нисектер кәйефһеҙ йөрөгәнен иҫәпкә алмағанда, барыһы ла яҡшы һымаҡ.
Ошо арала ныҡлап һөйләшеп алырға тип пландар ҡорҙо Ләлә, тик…
Хәйҙәрҙең һуңғы бер нисә көн эштән ҡаршы алмауы, шылтыратыуҙарға яуап бирмәүе хафаға һалды. Бер-бер хәл булдымы икән? Әллә коллегаһының бенефисында күңел асҡаны, сәхифәһенә ҡосаҡлашып төшкән фотоларҙы ҡуйыуы оҡшаманымы? Үәт иҫәр! Юҡҡа ҡыҙғанып ни… Аҡланырлыҡ эш боҙоп йөрөмәне инде… Эштең ниҙә икәнен асыҡларға тырышып смс-тар яҙһа ла, шылтыратһа ла яуап алмағас, бөтөнләй аптырауға ҡалды Ләлә. Ниһайәт, бөгөн трубканы алып, "Киске етегә кил", - тип ресторандың адресын ғына әйтте егет.
Һәм бына ул ашығып һөйгәне янына йүгерә. Тулҡынлана ла кеүек бер аҙ. Ресторанға йә тәҡдим яһарға, йә ташлашырға саҡыралар, тип уйлап ҡуйҙы Ләлә ниңәлер.
- Йә, һаумы, ҡайҙа юғалдың? Нимә булды? - тип һүҙ башланы ул, егетен "әп" итеп алғас.
Ҡаршыһына килеп ҡунған аҫыл ҡошҡа һоҡланып ҡарап ултырҙы Хәйҙәр. Шул хәтле илерткес тә, ымһындырғыс та уның һөйгәне! Була торғайны…
- Ҡайҙа юғалайым инде, - моңһоу ғына яуап бирҙе ул. - Үҙеңдән ҡасып буламы ни…
- Хәйҙәр, мин бер нәмә лә аңламайым! Иғтибар итмәгәндә артымдан ҡалмай инең, ә ыңғайыңа була башлағас - юғалаһың. Беҙҙең мөнәсәбәттәр кәрәкме ул һиңә?
Уйсан ғына стаканын өйрөлтөп ултырған Хәйҙәр, яуап бирергә ашыҡманы. Әйтерһең, кәрәкле һүҙҙәр эҙләп аҙапланды.
- Белмәйем… - тип ярым бышылдап әйтте ул ниһайәт.
Ләлә, тоҡанып китеп, ҡаты ғына итеп һорау алмаҡ ине, яҡынлашҡан официантты күреп, асҡан ауыҙын ябып ҡуйҙы. Һыуға заказ алып киткәнен көттө лә, тыныс булырға тырышып, өҙөлгән һөйләшеүҙе дауам итте.
- Һуң, шунса ваҡыт тын алырға ла форсат бирмәй эҙәрлекләгән кеше һин түгелме ни?
- Мин.
- Шулай булғас? Хәҙер мин һинеке, хатта тормош ҡорорға ла әҙер! Һине… киләсәгебеҙҙе уйлап, Ҡазан менән дә контрактҡа ҡул ҡуйманым, яныңда ҡалдым. Һөйөп-һөйөлөп, тынысланып, бер ғаилә булып йәшәгең килмәйме ни?
- Бәлештәр бешереп, кәбеҫтә әсетеп… Эйеме?
Хәйҙәрҙең ауыҙ осо менән генә көлөмһөрәп, ят тауыш менән һөйләшеүе Ләләне һиҫкәндереп ебәрҙе. Үҙе йылмая һымаҡ, ә күҙҙәре… тимер һалҡынлығы бөркә… Ҡасандыр шундай йылы итеп, яратып ҡарай алғанына ышанмаҫһың да!
- Аңлауымса, ғаилә ҡорорға әҙер түгелһең?
Ҡайҙалыр йыраҡҡа текләп ултырған егет өндәшмәне. Автобустарҙың, кешеләрҙең ҡырмыҫҡа кеүек мыжғыуын, ҡала ығы-зығыһын оҙаҡ ҡына күҙәтеп ултырғандан һуң, һағыш, ниндәйҙер арыу тойғоһо үрелгән тауыш менән яуап бирҙе:
- Мин ғаилә ҡорорлоҡ кеше түгел.
- Ниңә улай тиһең?
- Өйләнеп ҡараным инде…
Үҙенсә аңлап, ҡыҙҙың ҡапыл ырғып тороуын күреп, тынысландырырға теләгәндәй, ҡулынан тотто.
- Юҡ, хәҙер бергә түгелбеҙ. Ҡарама шундай итеп, тишәһең! Ултыр. Айырылышыуҙың сәбәбен белгең киләме?
Бысағыма кәрәкме ни ул миңә, тигән ҡиәфәттә, башын юғары сөйөп китергә йыйынған Ләлә, кинәт туҡтап ҡалды. Шулай ҙа был егеттең асылына төшөнөргә теләй ине ул. Осрашыуҙың һуңғыһы икәнен дә күңеле һиҙә…
Кире ултырып, өндәшмәй генә үпкәләү тулы күҙҙәре менән текләүен күргән Хәйҙәр, тағы көлөмһөрәп ҡуйҙы.
- Аңлатып маташайым, юғиһә…
Буласаҡ ҡатыным Алина менән беренсе курста уҡ таныштыҡ, - тип яйлап һүҙ башланы ул. - Таныштыҡ тип әйтеү дөрөҫ тә түгел инде. Ул миңә бөтөнләй иғтибар итмәне, ә мин беренсе күреүҙән ныҡлап ғашиҡ булдым. Йәшел күҙле, оҙон сәсле ерән башҡорт бөтөнләй аҡылдан яҙҙырҙы. Берәүгә лә оҡшамаған, йәш ҡоралай һымаҡ зифа, саф… Ниндәйҙер сит планетанан килгән ҡыҙҙай күрә торғайным мин уны.
Иғтибарын йәлеп итеү өсөн нимә генә ҡыланманым! Барлы-юҡлы аҡсаға гөлләмәләр, бүләктәр, шарҙар ташып хәл бөттө. Киноға, театрға билеттар тәҡдим итеп ҡарайым, юҡ, иҫе лә китмәй! "Һм…" - тип йылмая ла, яуап бирмәй, үҙ юлында була. Ятаҡтағы бүлмәһенә юлды таҡырайтып бөттөм, булған бүлмәләштәре, әхирәттәре менән танышып сыҡтым. Улар аша һөйгәнемдең тын алышын, йәғни, нимә ярата, ҡайҙа бара - барыһын да белеп-күреп торҙом инде. Икебеҙ төрлө факультеттан булһаҡ та, уның ултырған аудиториялары янында йышыраҡ урала инем. Ҡыҫҡаһы, уҡыу ҡайғыһы бөтөнләй булманы тиерлек. Ә инде беренсе курсты тамамлап, йәйге каникулға ауылға ҡайтҡас, үлә генә яҙҙым һағыныуҙан. Әлбиттә, көҙөн Өфөгә килгәс йәнә эҙәрлекләүемде дауам иттем. Башҡа юл юҡ ине минең өсөн, сөнки унһыҙ йәшәй алмаясағымды асыҡ аңланым күптән…
Ә Алина һаман яйға килмәй… Эйе лә, юҡ та тимәй. Ҡыйғас ҡаштарын сөйөп, "һм" дан башҡа бер һүҙ ҙә бүләк итмәй үҙенсә йөрөй бирә… Егет заты ла күренмәй янында. Хәйер, кемделер шәйләһәм, йолҡҡолап ташларымды белеп, бәлки ныҡ йәшереп осрашҡандарҙыр. Уныһы билдәһеҙ.
Шулай мөхәббәтемдән иҫереп йөрөй торғас, уҡыуҙың һуңғы йылы килеп еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдым. Башҡалар ҡанатланып диплом эштәрен яҙа, булған "ҡойроҡтарын" ҡыҫҡарта. Ә мине… ҡурҡыу ялмап алды… Бына бишенсе курсты тамамларбыҙ ҙа, борсаҡ һымаҡ төрлө яҡҡа һибелербеҙ. Алина ҡайҙалыр сығып китһә, тотоп та ала алмаҫһың! Уны юғалтыуҙан да нығыраҡ, һөйөүен, йәшәү маҡсатын юғалтҡан, меҫкен генә булып ҡалған үҙемде күҙ алдына килтереп ҡотом осто…
Уны ҡарата алмаһам бөтөн донъям түңкәрелеренән ҡурҡып, көсһөҙҙәр генә яһай торған аҙымға баҙнат иттем…
Ниндәй тиһеңме?
Кискә ҡарай, һөйгәнемдең бүлмәләшенә смс ебәрҙем дә, ятаҡтың ҡыйығына менеп, кәрниз ситенә баҫтым… Минең менән һөйләшмәһә, ташланам, йәнәһе.
Әсе ел йотоп, дерелдәп бер аҙ торғас, аҫта халыҡ йыйыла башлағаны, комендантың сәрелдәп йүгергәне күренде. Алина ла бер төркөм ҡыҙҙар менән килеп сыҡты.
- Нишләйһең ул, алйот! Төш! - тип асырғанып ҡысҡырып ебәрҙе ул.
- Алина! Артыңдан йүгереп арыным! Йә минең менән булаһың, йә һикерәм! - тип яуапланым.
Йыйылған халыҡ тулҡынланып "геү" итеп ҡалды. Барыһы ла яуап көтөп уға текәлгәндәй тойолдо…
- Үлмәй, инвалид булып ҡалһаң шунан? Юк менән булма! - бер егет кәңәш бирергә маташһа ла тыңларлыҡ хәлдә түгел инем инде.
- Ә миңә барыбер! Алина, яуабыңды көтәм! Эйе? Юҡ? Бер һүҙ генә әйт!
Уның тетрәнеп, уйланып торған бер-нисә минуты мәңгелек һымаҡ тойолдо… Ниңә яуап бирмәй? Өндәшмәй инеп китһә, нишләргә? Йөҙ һорау башымдан сабып үтте шул ҡыҫҡа мәлдә. Хәйер, үҙем дә был блефтың ысынбарлыҡҡа әүрелеүен тойоп, аҫҡа осорға әҙер инем шикелле…
- Эйе! Эйе, риза! Әйҙә төш, кешесә һөйләшәйек!
Күптән көткән һүҙҙәрҙе ишетеп, иркен һулап, кирегә атлауым булды, артта торған егеттәрҙең береһе төпкәрәк осора ла һуҡты…
Хәйҙәр яңағын һыйпап, уйсан ғына ултырған Ләләгә ҡараш ташланы. Тойғоларын күрһәтмәҫкә итепме, күҙҙәрен аҫҡа төшөргән. Икенсе ҡатын-ҡыҙҙы һөйөү тураһында тыңлауы еңел түгелдер, әммә был һөйләшеү булырға тейеш ине барыбер…
Бер ни өндәшмәгәс, тамағын ҡырып, һыуын эсеп ебәрҙе лә дауам итте егет.
- Шулай этлек менән яулап алдым мөхәббәт объектымды. Алина тәүҙә ҡыйынһынып ҡына, рәнйетергә ҡурҡып аралаша башланы, һуңынан яйлап өйрәнде лә буғай. Мине күптән оҡшатыуын, әммә үтә ҡыҫырыҡлауым һағайтыуын әйтеп һалды бер көн. Бәхетемдән башым әйләнеп, өркөтөп ҡуйыуымдан ҡурҡып, әҙерәк баҫымды кәметтем әлбиттә… Иғтибарлы, һәр теләген үтәгән егеткә, ғөмүмән, үҙемдең иң һәйбәт версияһына әйләндем. Эх, ул атлап түгел, осоп йөрөгән көндәр! Урамда шундай сибәркәйҙе етәкләп үткәндә ир-егеттәр муйындарын һындыра яҙып ҡарап ҡалалар. Ә мин күркә ише ҡуҡырайып йөрөйөм, йәнәһе, күрегеҙ, ул кемде һайланы, көнләшегеҙ!
Тимерҙе ҡыҙыуында һуғайым тип, ҡулға дипломдар алғас та, ай-вайына ҡуймай, шаулатып туй үткәреп, өйләнә һалдым. Икебеҙ ҙә Өфөлә ҡалырға ҡарар итеп, бәләкәй генә фатирҙы ҡуртымға алып йәшәй башланыҡ. Ул үҙенең һөнәре буйынса шәхси ветклиникала, мин аналитик булып банкта эшләп киттем. Ҡайҙа эшләүем дә мөһим түгел, тик көтөп торған һөйгәнем генә булһын. Мөхәббәт тулы көндәрем татлы-ялҡынлы төндәргә тоташты. Минән бәхетле, шәп кеше юҡ һымаҡ ине был донъяла!
Шулай эйфория тулҡындарында яҡынса бер йыл йөҙгәнмендер. Ә аҙаҡ ниҙер яйлап үҙгәрә барыуын тойҙом. Көн дә бер үк күренеш, бөтәһе лә үтә тыныс… Һаҙлыҡ һымаҡ. Тойғолар сағыулығын юғалтып, тоноҡлана төшкәндәй булды. Күҙемә ҡарап ҡына торған Алинам да ялҡыта башланы. Ниндәйҙер ут сатҡылары, мөнәсәбәттәргә этәргес көс етмәй ине миңә… Ни булғанын күңелем төбөнән төпсөп, соҡоноп эҙләүем тағы ла нығыраҡ аҫҡа һөйрәгәндәй. Үҙемде әрләп, барыһы ла һәйбәт тип өгөтләй-өгөтләй, фатирға ҡайтырға теләмәй, күпме Өфө юлдарын тапағанымды Алла ғына белә…
Был үҙгәрештәрҙе ҡатыным да һиҙҙе әлбиттә. Элеккесә яратам, һыуынманым тип ҡабат-ҡабат тылҡыһам да, ҡатын-ҡыҙҙы алдап буламы ни? Йәшереп илауҙары, күңелһеҙләнеүҙәре йышайҙы йән киҫәгемдең. Ә мин бер ни ҡыла алмайым, туҡмалған эт кеүек аяҡ араһында буталам, йыуата алмайым… Тора-бара бөтөнләй екһенеп, асыуым ҡабара башланы. Тойғолар һүнгәненә мин генә ғәйеплеме ни? Ҡайҙа алыҫтағы йондоҙ һымаҡ йылҡылдап ымһындырып торған маяғым? Ҡәнәғәтһеҙ бурылдап йөрөгән был бисәкәй кем ул?
Шулай бер-беребеҙҙән тырышып-тырышып алыҫлашып ятҡанда, бер дуҫ егет үҙенең туйына саҡырҙы. Кейенеп-биҙәнеп, "конвертҡа" аҡсалар тултырып кәйефһеҙ генә киттек кафеға. Ҡунаҡтарға үҙебеҙҙең хәлде белгертмәҫкә маташып күңел асҡан булдыҡ, йылға булып аҡҡан төрлө шараптарҙы ла ауыҙ иттек…
Табын ҡыҙғандан ҡыҙа, вайымһыҙ кешеләр рәхәтләнеп кәйеф-сафа ҡора, йәштәрҙе ҡотлай. Минең инде күңел китек, бер кемдә эшем юҡ. Алинаға ҡарамаҫҡа, онотолорға тырышып, өҫтәл артында яраланған бурһыҡ кеүек турһайып араҡы һемергәндә, кинәт күҙ ҡырыйым менән ҡатынымдың кемгәлер йәбешеп, яй көйгә ихлас бейеүен күрҙем. Аптырап тексәйеп ултырҙым да… хайран ҡалдым… Юҡ, уның рөхсәт тә һорамай, ят ир менән бейергә төшөүенә түгел… Ә үҙемдең реакцияма! Ҡапыл эскән хәмер көсөн юғалтып ҡайҙалыр осто. Бер минут эсендә ап-айыҡ инем. Тын алыуым йышайып, күҙҙәрем асылып китте. Хәләл ефетемде ҡыҙғаныуҙан тамырҙарым буйлап ҡаным йүгергәнен, йөрәгемдең дарҫлап типкәнен тойҙом. Был мәлде мин бик яҡшы иҫләйем - яңынан тормош буяуҙары ялтырай башланы, йәшәйешемә мәғәнә әйләнеп ҡайтты! Үҙемдең әле көслө тойғоларға эйә була алырлыҡ ир икәнемде аңланым. Мин тере!
Осоп барып, теге меҫкендең танауын епшетә һуҡтым да, Алинаны йолҡа тартып, елтерәтеп алып ҡайтып та киттем.
Оо, ул төндөң ниндәй ярһыу, татлы икәнен белһәң! Ҡурҡып, ҡалтыранып аҡланған ҡатынымды шашып, тәүге мәлдәрҙәге кеүек яраттым. Алинаның был ҡылыҡҡа аптырауы йөҙөнә сыҡһа ла, күптән онотолған наҙ бүләк итеүемә ул да ҡәнәғәт ине.
Ошоға оҡшаш моменттар бер-нисә тапҡыр ҡабатланғас, зирәк йәмәғәтем эштең әтнәкәһен бик тиҙ аңғарып алды.
Уңайы сыҡҡан һайын, ҡунаҡтамы, урамдамы - эргә-тирәһендәге ир-ат атҡа күҙ атып, ҡанымды ҡыҙҙырырға тырышты. Ә мин бөтөнләй ҡаршы түгел, киреһенсә… Шулай теремекләнеп, мөләйемләнеп киткән Алинан яңынан аҡылдан яҙҙым.
Йәнә бәләкәй ғаиләбеҙгә һөйөү әйләнеп ҡайтҡандай булды.
Әлбиттә, ҡатынымдың ҡыланыштарына, минең дә сәйерлектәремә туғандар, дуҫтар иғтибар итә башланы.
- Ҡарашыңды килендән алмайһың, күҙҙәрең бесәйҙеке кеүек баҙлай, - тип аптыраны ҡунаҡта ултырғанда әсәйем. - Өйләнгәнеңә арыуыҡ ваҡыт үтте бит инде, тыныслан әҙерәк, - тип шелтәләп тә алды.
Ә минең бер ҙә тынысланғым, мүк менән баҫылғым килмәй! Күҙҙәрем уттай янһын, йөрәгем алҡымыма тығылып тулаһын! Тик шунда ғына үҙемде ғәйрәтле, дәртле итеп тоям!
Тик һәр ләззәттең аҙағы була шул… Быға беҙҙең туғандар сәбәпселек итте, иң яҡшы ниәттән, әлбиттә.
Бер көн эштән ҡайтыуыма илап буҫығып бөткән Алина ҡаршы алды. Өфөлә йәшәгән ике туған апайым килеп киткән икән.
- Хәйҙәрҙең ҡыҙғансыҡ икәнен белә тороп, ниңә һаман ирҙәргә ыҡшаңлайһың ул? Тыйнағыраҡ булырға кәрәк! - тип туҙҙырып әрләгән киленен.
Ҡосаҡлап йыуатҡан булдым, үҙемдең эс-бауырымды асыу һәм сихри тойғоларҙы юғалтыу ҡурҡыуы кимерә.
- Ғәфү ит мине, йөрәгеңде бөтөрҙөм инде, - тип һулҡылданы кәләш. - Бынан ары үҙемде ҡулға алырға, һине яфаламаҫҡа тырышырмын…
Һәм ул һүҙендә торҙо ла. Тынысланып, үҙенә хас булмаған ҡылансыҡланыуын ташланы. Һәр һүҙен мине рәнйетмәҫкә тырышып, яйлап-уйлап һөйләй башланы. Хатта мәсеткә йөрөүҙәре йышайҙы. Доғалар күңел тыныслығы бирә, имеш.
Алина, Алина… Һинең йән тыныслығың үҙеңдән башҡа берәүгә лә кәрәкмәй ине шул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы…
Ә минең өсөн тағы төҫһөҙ көндәр, тәмһеҙ аштар дәүере башланды. Бер йәм тапмай, ҡасан "терелергә" форсат биререн көтөп зарығам, тик аҡыллы ҡатыным башҡа ирҙәргә иғтибар итмәй, сабыр йылмайып, минең үрәпсеүемде күрмәмешкә һалышып йәшәй бирә.
Бындай көсөргәнештә оҙаҡ йәшәп булмаҫын икебеҙҙә аңланыҡ булһа кәрәк, тик тышҡа сығарып өндәшергә генә ҡыйыулыҡ етмәгәндәй…
Шулай бер көн эштән алырға килдем дә, клиниканың ҙур тәҙрәләренән Алинаны күҙәтеп ултырам. Бәй, бер ир остоғо менән инде ихлас һөйләшә лә баһа! Дауаларға алып килгән эттең хужаһы, рәхмәт йөҙөнәндер инде, ҙур ғына кәнфит ҡабы һоноп маташа, ә тегеһе хихылдығы сығып алған була. Йыбанып ҡына машинала йәйелеп ултырған тәнемдең тағы уҡ йәйәһендәй зыңлап тартылып китеүен, ҡан йүгерә башлауын тойоп, ләззәтлектән йылмайып ебәрҙем. Күптән көтөлгән ғәҙәти күренеш…
Фатирға ҡайтып инеү менән үҙемде тыя алмай, ишек төбөндә үк, ярһып Алинаға ташландым. Тик ул элеккесә ҡабаланып миңә яуап бирмәне, ә киреһенсә, ҡурҡып этеп ебәрҙе.
- Улай ярамай, аңлайһыңмы?! Һин псих, ауырыу! Башыңды тикшерт! - тип күҙҙәрен аҡайтып ҡараны ла, ишекте танау алдымда "шап" ябып сығып ҡасты.
Әлбиттә, айырылыштыҡ. Ҡәйнәмдең бер туҡтауһыҙ әрләгәнен, Алинаның шым ғына илауын томан араһында һымаҡ ҡына иҫләйем. Барыбер ине ул мәлдә. Сөнки мин тере түгел… Дәрте һүнгән, йәшәү тыны сығып бөткән һөлдә генә. Кемгәлер нимәлер аңлатыуҙан ни файҙа, бер ысҡынған бәхетте кире ҡайтарып буламы ни.
Бына шулай, ғаилә кәмәһенең төбө бик тиҙ тишелде беҙҙең.
Ә һин кәбеҫтә тиһең…
Уйҙарынан һиҫкәнеп киткән Ләлә, тынып ҡалған Хәйҙәргә йәш тулы күҙҙәрен мөлдөрәтеп оҙаҡ ҡына өндәшмәй ултырҙы. Нимә әйтһәң дә, урынһыҙ кеүек хәҙер.
- Тимәк, мине лә яулап алғас һыуындың? - тип һорамай булдыра алманы.
- Шулайыраҡ килеп сыға… Һинең ғәйебең юҡ бында. Аңла, мин - көслө, сағыу эмоциялар, тетрәнеүҙәр, адреналин артынан ҡыуған кеше. Ҡатын-ҡыҙ минең өсөн алыҫта ымһындырған маяҡ һымаҡ. Уның йылыһына, яҡтыһына ҡарап бөтә көсөмә йүгерәм дә, килеп еткәс - бер ҡыҙығын күрмәйем.
Аҡыллым, һине вулкан өҫтөндәге кеүек, башҡа ирҙәр ҡосағына ташлай яҙып йәшәткем килмәй! Мин лайыҡ түгел һиңә, ышаныслы егет эҙлә. Тик үтенәм, әйҙә йәшәп ҡарайыҡ, бәлки килеп сығыр, тигән һымағыраҡ хәбәр һөйләп кәмһенмә! Зинһар, бәҫеңде төшөрмә!
Ә Ләлә ысынлап та аҡыллы ҡыҙ булып сыҡты. Инәлергә лә, ниҙер иҫбатларға йыйынмай ине ул. Ҡара күҙлеген бәләкәс танауына эләктереп, хушбуй еҫтәре генә ҡалдырып, тыҡ-тыҡ баҫып сығып та китте.
Тик машинаһына инеп ултырыу менән ғорур яурындары төшөп, күҙҙәре шиңеп ҡалды. Һиҙҙе бит ул ниҙер, һиҙҙе Хәйҙәрҙең ябай-ярыҡ түгел икәнлеген! Ниңә ары йөрө, тип типкән йөрәген тыңламаны? Ғаилә ҡороп, ышаныслы арҡа артында йәшәргә теләге шул хәтле көслө булып, аңын томаланымы? Ярай әле, йәнен өҙгөсләмәй, дөрөҫөн әйтеп һалды.
Әллә үпкәләүенән, әллә еңел ҡотолоуына ҡыуаныуҙан аҡҡан күҙ йәштәрен һөртөп, Ләлә ҡапыл ҡатып ҡалды.
Кафела ултырғанда Хәйҙәрҙең алдында ятҡан журналды иҫләне. Тышлығында сибәр башҡорт ҡыҙы һүрәтләнгән. Әңгәмә барышында егеттең фотоһүрәткә ялҡынлы ҡараш ташлап-ташлап алыуы, бармағы менән генә һыйпап ҡуйыуын абайлағайны. Ҡайҙа күргәйне әле ул ҡыҙҙы? Кем ул?
Бәй, йәш йырсы, яңыраҡ балҡый башлаған йондоҙ - Индира ине бит! Сәнғәт кешеләре булараҡ, осрашҡандары, уртаҡ таныштарының табындарында йөрөгәндәре бар. Бер-береһенең телефон номерҙарын да һаҡлағайнылар булһа кәрәк.
Тимәк, ул Хәйҙәрҙең киләһе "ҡорбаны"! Хәҙер бер ни һиҙмәгән йәш ҡыҙҙың башын ҡатырасаҡ, ә һуңынан буталсыҡ тойғоларға сорнап юғаласаҡ! Юҡ, киҫәтергә кәрәк Индираны.