Салауат ӘБҮЗӘР
УТ
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайға
Уйнап ҡына йәшәгәндәй,
Йылмайып-көлөп тораң.
Эстәреңдә ут янғанын
Барыбер белеп торам.
Унда дөрләй Һөйәнтөҫтәр,
Ғазабы Буранбайҙың...
Сөнки халҡыңды уйламай
Бер минут торалмайһың.
Ҡурай уйнап ебәрәһең,
Уйнайһың гармун алып, –
Йыуатаһың үҙ-үҙеңде
Бер көлөп, бер моңланып.
Һүҙең – мәргән, әйтерһең дә
Атылған утлы уҡтар.
Һәм көлһәң дә, йырлаһаң да
Сәсерәп тора уттар...