Бөгөнгә республикала 103 резидент бар.
2021 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығында Башҡортостандан 35 резидент теркәлгән, был 2020 йылға ҡарағанда 25% күберәк. Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденттары Башҡортостан иҡтисадына 5,4 миллиард һум инвестиция һалған, 3,6 мең кеше эшкә урынлаштырылған. Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенә инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу барышында бөтәһе 52 миллиард һумдан ашыу инвестиция йәлеп итеү һәм 8 мең самаһы эш урыны булдырыу күҙаллана.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республиканың Күмертау, Благовещен, Нефтекама, Белорет һәм Бәләбәй ҡалаларында йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре эшләй.
Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденттары предприятиелары өсөн табышҡа һалым буйынса льготалар ғәмәлдә. Федераль өлөш тулыһынса бөтөрөлә, республика өлөшө тәүге биш йылда — 5%, артабанғы биш йылда 10% була. Файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуға һалымды ҡулланғанда түбән коэффициент ғәмәлдә. Шулай уҡ йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе булдырылғандан алып тәүге өс йылда ошондай статус алған резиденттар өсөн страховка взностары буйынса тарифтар ҙа кәметелде (30% алып 7,6% тиклем). Төбәк кимәлендә йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденттары — милек, ә муниципаль кимәлдә ер һалымынан азат ителде.
Башҡортостанда йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте ошо һылтанма буйынса алырға мөмкин.