Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Ғинуар 2022, 12:10

Рита ФӘТҠУЛЛИНА

Рита ФӘТҠУЛЛИНА Яҡты һағышСулп итеп сумған йылғаға ҡояш,Алтын нурҙары тулҡын өҫтөндә.Шәфәҡ мәлендә ағым һыуҙар ҙаЙәйғор төҫөндә…Йәйғор төҫөндә…

Рита ФӘТҠУЛЛИНА
Рита ФӘТҠУЛЛИНА

Рита ФӘТҠУЛЛИНА

Яҡты һағыш

Сулп итеп сумған йылғаға ҡояш,
Алтын нурҙары тулҡын өҫтөндә.
Шәфәҡ мәлендә ағым һыуҙар ҙа
Йәйғор төҫөндә…
Йәйғор төҫөндә…

Ағын һыуҙарҙы туҡтатып ҡара,
Әллә ҡайҙарға
Аға ла аға…
Йылға төбөнән йылмайған ҡояш —
Уҙғанға тамға…
Йәнеңә дауа.

Эй, һин, хыялый,
Әле һаман да
Йәйғор төҫөнән йәшен эҙләүсе,
Шәүләһе түгел, үҙе тип уйлап,
Йылғаға сумып ҡояш күҙләүсе.

Тотам тиһең дә — буш ҡала ҡосаҡ…
Ҡояш алыҫта, ҡояш юғары.
Тулҡын өҫтөндә хисләнеп яна
Алһыу шәфәҡтең һуңғы усағы.

Рита Фәтҡуллина

Рита ФӘТҠУЛЛИНА
Рита ФӘТҠУЛЛИНА
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: