Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Ғинуар 2022, 10:00

Фирүзә АБДУЛЛИНА

Фирүзә АБДУЛЛИНА Йылмаяйым!Ҡулдарыма һис эш бармай,Ҡайҙан ғына им табайым?Әйҙә әле ҡыҙыҡ өсөнТирә-яҡҡа йылмаяйым!

Фирүзә АБДУЛЛИНА
Фирүзә АБДУЛЛИНА

Фирүзә АБДУЛЛИНА

Йылмаяйым!

Ҡулдарыма һис эш бармай,
Ҡайҙан ғына им табайым?
Әйҙә әле ҡыҙыҡ өсөн
Тирә-яҡҡа йылмаяйым!

Кәйефем юҡ, мәшәҡәт күп,
Ни арала тын алайым?..
Мин эшләмәй кем эшләһен?
Туҡта, берҙе йылмаяйым!

Һис кенә лә тынғы бирмәй
Сирем – кемгә зарланайым?
Зарланыуҙан ниндәй файҙа?
Һиҙмәһендәр - йылмаяйым!

Кемдер ғәйбәт һөйләй икән,
Нисек кенә үс алайым?
Бысранырға теләгем юҡ,
Шартлап китһен – йылмаяйым!

Абынһам да, һөрлөкһәм дә,
Үҙ юлымдан атлап киләм,
Был донъяның бар михнәтен
Мин йылмайып еңә беләм!

Фирүзә Абдуллина.

Фирүзә АБДУЛЛИНА
Фирүзә АБДУЛЛИНА
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: