Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Ғинуар 2022, 09:00

Хәтер

Рита ФӘТҠУЛЛИНА   Хөрмәтле уҡытыусыбыҙ Роберт Нурмөхәмәт улы Байымовтың тыуыуына 85 йыл Уҡытыусыма Р. Байымовтың яҡты рухына Был донъяла ваҡлыҡтарҙан алйып, Киҫәктәргә бүлгеләнһә күгем, Тулған айҙай уйсан ҡараш баға: “Донъя бөтөн бит ул, балам, бөтөн”.

Хәтер
Хәтер

Рита ФӘТҠУЛЛИНА

 

Хөрмәтле уҡытыусыбыҙ Роберт Нурмөхәмәт улы Байымовтың тыуыуына 85 йыл

Уҡытыусыма
Р. Байымовтың яҡты рухына

Был донъяла ваҡлыҡтарҙан алйып,
Киҫәктәргә бүлгеләнһә күгем,
Тулған айҙай уйсан ҡараш баға:
“Донъя бөтөн бит ул, балам, бөтөн”.

Мөлдөрәмә ҡараш фатихаһы
Тоташтыра йәнгә офоҡтарҙы.
Мин таныйым ситлек тигән сиктә
Олпатыраҡ яҡты офоҡ барҙы.

Бүлгеләнгән күктән өлөш көҫәп,
Кемдер ҡорор сауҙа,
Кемдер – уйын.
Киңлектәрҙә тиңлек булған ергә
Буйым етмәһә лә, етер уйым.

Алыҫайған һайын яҡынайып,
Яҡынайған һайын алыҫайып,
Офоҡтарҙан тулған айым бағыр.
“Донъя бит ул,
Донъя бөтөн бит ул,
Асылыңды ихласлыҡта таны”.

Рита Фәтҡуллина

Хәтер
Хәтер
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: