Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Ғинуар 2022, 10:20

Хәтер

Бөгөн күренекле ғалим, яҙыусы Роберт Байымов тыуған көн. Арҙаҡлы шәхесебеҙҙең яҡты рухы халыҡ күңелендә һаҡланыр. Роберт Нурмөхәмәт улы Байымов 1937 йылдың 10 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылында тыуған. 1954 йылда Бишуңғар урта мәктәбен тамамлағандан һун, ул Иҫке Ҡыйышҡы һәм Биштәкә ауылдарында балалар уҡыта, унан әрме хеҙмәтенә алына.

Хәтер
Хәтер

Роберт Нурмөхәмәт улы Байымов 1937 йылдың 10 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылында тыуған. 1954 йылда Бишуңғар урта мәктәбен тамамлағандан һун, ул Иҫке Ҡыйышҡы һәм Биштәкә ауылдарында балалар уҡыта, унан әрме хеҙмәтенә алына.

1959—1964 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының филология факультеты башҡорт-рус бүлегендә уҡый. Университетты «ҡыҙыл» дипломға тамамлай һәм Мәскәү дәүләт университетының аспирантураһына ебәрелә. 1968 йылда «филология фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлағандан һуң Башҡорт дәүләт университетында эшләй. 1983 йылда Роберт Байымов шул уҡ Мәскәү университетында докторлыҡ диссертацияһын да уңышлы яҡлай.

Ғүмеренең һуңғы көндәренәсә Башҡорт дәүләт университетының башҡорт әҙәбиәте кафедраһында эшләне.

Әҙәбиәт менән Роберт Байымов студент йылдарында ук шөғөлләнә башлай. Очерктары, мәҡәләләре ваҡытлы матбуғатта күпләп баҫыла. 1970-се йылдарҙа унын ижады йәнә яңы йүнәлеш ала – күп һанлы хикәйәләре, «Һуңлап килгән моң», «Һалдат булып ҡайтырбыҙ» исемле повестары донъя күрә.

Роберт Байымов «Өлгөргәнлеккә аҙым», «Ижади биҙәктәр», «Эҙләнеүҙәргә сик юҡ», «Жанр яҙмышы», «Башҡорт тарихи-революцион романы», «Сарсау», «Бикле хазина» кеүек Өфөлә һәм Мәскәүҙә нәшер ителгән тиҫтәгә яҡын китап авторы. Ул балалар өсөн дә мауыҡтырғыс әҫәрҙәр яҙҙы. 1997 йылда баҫылып сыҡҡан «Сыбар шоңҡар» китабы өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды.

Хәтер
Хәтер
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: