Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Ғинуар 2022, 12:15

Әкрәм Ҡәйепҡолов

ЙОМҒАҠТормош ҡатмарлы мәсьәләӘйтеү генәһе еңел.Аңламаһаң ҡабатларғаМатематика түгел.Уны аңлауы лә ауырҮҙе бер серле йомаҡ.Сеймәлтһәң ҡыйын тағатыуБесәй уйнатҡан йомғаҡ.Тормошомдо кемдер түгелҮҙем сеймәлттем һымаҡ.Люксембург.САЙПЫЛТМАЮлға сыҡтым, яурынымда ята,Ауыр йөгөм, һине юғалтыу.Йөрәгемдән йолҡоп ташлағанмын,Юҡ яңынан, һиңә юҡ ҡайтыу.Көйәнтәңде элеп ҡаршы сыҡтыңБиҙрәләрең һинең буш ине.Юлы уңмаһын, тип теләүеңме?Хыянатҡа ғәфү юҡ инде.Күҙ йәшемде керпектәрем тотаКем әйткәндер, ирҙәр иламай.Иңдәремдә һине юғалтыуымСаҡ күтәреп торам ҡоламай.Һиңә бәхет теләп, үҙемә эҙләпКейҙем мосафирҙың еләнен.Буш биҙрә менән юлды ҡыйҙың,Әллә китмәүемде теләнең?Йөрәк кенә нисек ярылманыҺин янымдан үтеп киткәндә.Эстән генә асыуланып ҡуйҙым,Буш биҙрәләр сыңлап үткәндә.Һыу юлынан ҡайтып киләһең,Буш булғастың һыуы сайпылмай.Үҙең өсөн булһын буш биҙрәләрКеше бәхеттәрен сайпылтма.( Бер дуҫтың һөйләгәненән)ДУҪТАРКөндәрең көн кеүек булмаҫАйлы төн булыр ҡара.Йәһәнәмдең бер киҫәге-Һин дуҫһыҙ йәшәп ҡара.Юлдарым тигеҙҙән түгел,Яуа ямғыр, яуа ҡар.Тайғанымда таянырғаӘл дә яҡын дуҫтар бар.Ә. Ҡәйепҡолов. Аҡморон

Әкрәм Ҡәйепҡолов
Әкрәм Ҡәйепҡолов

ЙОМҒАҠ
Тормош ҡатмарлы мәсьәлә
Әйтеү генәһе еңел.
Аңламаһаң ҡабатларға
Математика түгел.
Уны аңлауы лә ауыр
Үҙе бер серле йомаҡ.
Сеймәлтһәң ҡыйын тағатыу
Бесәй уйнатҡан йомғаҡ.
Тормошомдо кемдер түгел
Үҙем сеймәлттем һымаҡ.
Люксембург.
САЙПЫЛТМА
Юлға сыҡтым, яурынымда ята,
Ауыр йөгөм, һине юғалтыу.
Йөрәгемдән йолҡоп ташлағанмын,
Юҡ яңынан, һиңә юҡ ҡайтыу.
Көйәнтәңде элеп ҡаршы сыҡтың
Биҙрәләрең һинең буш ине.
Юлы уңмаһын, тип теләүеңме?
Хыянатҡа ғәфү юҡ инде.
Күҙ йәшемде керпектәрем тота
Кем әйткәндер, ирҙәр иламай.
Иңдәремдә һине юғалтыуым
Саҡ күтәреп торам ҡоламай.
Һиңә бәхет теләп, үҙемә эҙләп
Кейҙем мосафирҙың еләнен.
Буш биҙрә менән юлды ҡыйҙың,
Әллә китмәүемде теләнең?
Йөрәк кенә нисек ярылманы
Һин янымдан үтеп киткәндә.
Эстән генә асыуланып ҡуйҙым,
Буш биҙрәләр сыңлап үткәндә.
Һыу юлынан ҡайтып киләһең,
Буш булғастың һыуы сайпылмай.
Үҙең өсөн булһын буш биҙрәләр
Кеше бәхеттәрен сайпылтма.
( Бер дуҫтың һөйләгәненән)
ДУҪТАР
Көндәрең көн кеүек булмаҫ
Айлы төн булыр ҡара.
Йәһәнәмдең бер киҫәге-
Һин дуҫһыҙ йәшәп ҡара.
Юлдарым тигеҙҙән түгел,
Яуа ямғыр, яуа ҡар.
Тайғанымда таянырға
Әл дә яҡын дуҫтар бар.
Ә. Ҡәйепҡолов. Аҡморон

Әкрәм Ҡәйепҡолов
Әкрәм Ҡәйепҡолов
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: