Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Декабрь 2021, 09:35

Аҡ фонтан

Рәйес ТҮЛӘК АҠ ФОНТАН

Аҡ фонтан
Аҡ фонтан

Рәйес ТҮЛӘК

АҠ ФОНТАН

Ябыла ла көҙгө һалҡындарҙа,
Йәмле яҙҙа ҡабына ҡабаттан...
– Сәләм һиңә, ағын-һыу-сәскәһе!
Мин һағындым һине, аҡ фонтан!

Ҡырыҫлығын ҡыштың күтәралмай,
Ахырыһы, нәфис буй-һының.
Һин бит тере сағылышы кеүек
Хистәремдең минең, уйымдың.

Мең ҡат күккә урғып, гүйә, вулкан
Меңәр ҡабат ергә һуҡлыҡҡан,
Һәм миндә лә, тынмай өй(ө)рөлә,
Тиҫтә йылдар буйы шул уҡ ҡан.

Бәлки, беҙ таныштыр. Һин дә, бәлки,
Минең тыуған яғымданһыңдыр.
Һағынам тыуған ярҙарымды. Һин дә
Һағынаһыңдыр, һағынаһыңдыр.

Йыуғансы һин бынау ҡала ташын,
Ысыҡ булып таждар йыу инең.
Бында һине ҡайҙан килтерҙеләр,
Ҡайһы шишмәләрҙең һыуы һин?

Тыуған яҡты бер күрәйем тиеп,
Үрһәләнәһеңме юғары?
Күренһә лә –
урау,
ай, урау бит,
Урау бит ул ҡайтыу юлдары.

Йор, уйынсыҡ ҡына тәртибеңдә
Зарығыу һәм ярһыу бар һымаҡ.
Йөк тейәлгән тәртә араһында
Үрһәләнгән кеүек арғымаҡ.

Һине талдар, томбойоҡтар, ҡоштар
Оҙатып бармай
– тимер үҙәнең.
Тимер үҙәндәрҙән ҡотолалмай,
Өҙөләлер инде үҙәгең(?!)

Йөҙәнем шул мин дә. Тик һиҙәмен,
Ҡайтыу юлын барыбер табырбыҙ:
Мөлдөрәмә,
мөлдөрәмә тулып,
Болот булып,
ҡайтып яуырбыҙ...

Бөгөнгә хуш!
Болоҡһома яңғыҙ,
Мин килермен әле ҡабаттан.
Һин дауам ит сәскә атыуыңды,
Алтын-һыу-сәскәһе, аҡ фонтан!

 

Аҡ фонтан
Аҡ фонтан
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: