Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Ноябрь 2021, 19:29

СУҠ МУЙЫЛ

Ирәндектең һыртында Ҡараташ исемле ҙур ғына ҡая таш бар. Уның тирә-яғы ағаслыҡ. Йыл һайын емеш бик уңа. Бигерәк тә ҡаяның төнъяғындағы күләгә урындарҙа муйыл йәй көндәре ҡара ынйы булып, күҙҙең яуын алып ултыра. Был тирәлә ағас шырлығы булғанлыҡтан, бүре, төлкө, ҡуян, илек кеүек кейектәр Ҡараташты үҙҙәренең төйәге иткәндәр. Йәй көндәре бесән етеү менән, Басай, Иҫәнбәт ауылдарынан халыҡ ошо тирәгә күсеп сыға, ә ҡыш көндәре һунарға йөрөй торғайны. Борон заманда һалҡын ҡыш көндәренең береһендә Басай ауылынан бер һунарсы егет ҡор санаһына (оҙон тояҡлы сана) күк бейәһен егеп ала ла ҡапҡан, саңғыларын тейәп, Ҡараташ буйына ауға сыға. Көн кисләгәс, Иҫәнбәт ауылына йоҡларға төшә.

СУҠ МУЙЫЛ
СУҠ МУЙЫЛ

Ирәндектең һыртында Ҡараташ исемле ҙур ғына ҡая таш бар. Уның тирә-яғы ағаслыҡ. Йыл һайын емеш бик уңа. Бигерәк тә ҡаяның төнъяғындағы күләгә урындарҙа муйыл йәй көндәре ҡара ынйы булып, күҙҙең яуын алып ултыра.

Был тирәлә ағас шырлығы булғанлыҡтан, бүре, төлкө, ҡуян, илек кеүек кейектәр Ҡараташты үҙҙәренең төйәге иткәндәр.

Йәй көндәре бесән етеү менән, Басай, Иҫәнбәт ауылдарынан халыҡ ошо тирәгә күсеп сыға, ә ҡыш көндәре һунарға йөрөй торғайны.

Борон заманда һалҡын ҡыш көндәренең береһендә Басай ауылынан бер һунарсы егет ҡор санаһына (оҙон тояҡлы сана) күк бейәһен егеп ала ла ҡапҡан, саңғыларын тейәп, Ҡараташ буйына ауға сыға. Көн кисләгәс, Иҫәнбәт ауылына йоҡларға төшә.

Кис ултырғанда, һүҙ ыңғайына һүҙ сығарып, егет ҡоҙасаһына шаяртып былай тигән:

- Ҡараташ буйына бүрегә ҡапҡан һалдым. Әгәр ҡапҡаныма бүре эләкһә, иртәгәһенә үк үҙеңә яусы ебәрәм.

- Көтөп тор, ҡоҙаҡайым, бүре түгел, ҡуяны ла эләкмәһә, ни эшләрһең? – тип мәрәкәләгән ҡоҙасаһы.

Һунарсы егет, таңдан тороп, күк бейәһен еккән дә ҡапҡандарын ҡарарға Ҡараташҡа киткән. Күк бейәһен бер ағасҡа бәйләп, алдына бесән һалып, уны тау итәгендә үк ҡалдыра ла, үҙе саңғыға баҫып, ҡапҡандарын ҡарарға йүнәлә.

Бер ҡапҡанға ысынлап та бүре эләккән була. Егет ҡапҡанлы бүрене ҡыуып йөрөй торғас, көн кисләп китә. Шулай ҙа ул бүрене ҡыуып етеп, һуғып ала.

Табышын ҡарға күмеп ҡалдыра ла, күк бейәһе янына килһә, ни күрһен: күк бейәһенең башы-тояҡтары ғына ятып ҡалған.

Егет ни эшләргә белмәй аптырап тора ла Иҫәнбәт ауылына төшөргә була.

- Ни эшләп улай бик кәйефһеҙ, буш ҡул менән ҡайтып киләһең, әллә ҡапҡаныңа исмаһам ҡуян да эләкмәгәнме? – тип шаярта икән ҡоҙасаһы. Егет нимә тип әйтергә лә белмәй торғандан һуң эштең нисек булғанын йыр менән аңлатып биргән.

 Ҡапҡан һалдым Ҡараташҡа,

 Күк бүрене алам, тип.

Ҡоҙасама яусы ебәреп,

Кәләш итеп алам, тип.

Ҡараташ аҫты, эй, йәмле,

Бәйләп киттем бейәмде.

Ҡапҡан ҡарай барғанымда

Бүре ашаған бейәмде.

Ҡараташ аҫты суҡ муйыл, 

Күтәргеһеҙ күп быйыл. 

Ҡоҙаса, һине алам, тиеп, 

Атһыҙ ҡалдым мин быйыл. 

Быны тыңлап торғандан һуң ҡоҙасаһы егеткә, иркәләп:

- Ҡайғырма, ҡоҙаҡайым, иртәгә үк яусы ебәр, атһыҙ ҡалһаң да, барам, - тип әйткән, ти.

(Кәрим Дияровтың “Сал Уралдың моңдары” китабынан)

Автор:Луиза Кирәева
Читайте нас: