Был үҙенсәлеклекле серияға ингән “Рәхмәтте онотмаған ҡуян” тигән башҡорт әкиәтен Гөлли ханыма ике йыл самаһы элек шағирә Гөлнара Хәлфетдинова һайлап, әҙерләп ебәргән. Ә инде матур әкиәтебеҙгә тылсымлы иллюстрацияларҙы талантлы башҡорт рәссамы Айгөл Бикбай төшөргән.
Гөлли Каранфил һымаҡ илһөйәр, телһөйәр шәхестәре булғанда ғағауыз теле лә йәшәр, үҫешер тип ышанайыҡ, теләйек. Балаларҙың туған телендә һөйләшмәүе, уны насар белеүе үҙебеҙҙең башҡорт халҡы алдында ла бөгөн киҫкен торған проблема бит, ҡыҙғанысҡа күрә. “Әгәр ҙә беҙ бөгөн бәләкәй балаларҙы күҙ уңынан ысҡындырып, уларҙың туған телдәрен онотоуҙарына юл ҡуйһаҡ, бер нисә тиҫтә йылдан ғына ла беҙҙең телдәребеҙҙә һөйләшеүсе булмаясаҡ, ул ҡулланылыштан төшөп ҡаласаҡ. Юҡ, быға юл ҡуйырға ярамай!” ти фиҙакәр ғағауыз ғалимәһе Гөлли ханым. Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ, телебеҙ йәшәһен тибеҙ, уны яратабыҙ икән, уның киләсәге хаҡында һәр кемебеҙ хәстәрлек күрергә тейеш түгелме ни?