Эйе, ҡыҙғанысҡа күрә, пандемия арҡаһында байтаҡ сикләүҙәр менән үтә оло байрам. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бөгөн асылыу тантанаһын телетрансляция аша ҡарап та, уның масштабына, байрамды әҙерләүселәрҙең сәхнәләге тамаша аша башҡорт халҡының бай тарихын һәм фольклор традицияларын лайыҡлы күрһәтә алыуҙарына шаһит булдыҡ. Электрон уттар һәм яҡтылыҡ ярҙамында шоу иҫ киткес заманса форматта, шул уҡ ваҡытта халҡыбыҙҙың боронғо традицияларына һәм ҡунаҡсыллыҡ йолаларына таянып ойошторолған. Мин үҙем, шәхсән, кисә БСТ каналында сығыш яһаған Америка индеецтары, Боливия ҡунаҡтарының сығыштарын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараным. Фольклориада тамашалары аҙна дауамында Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә дауам итәсәк. Мин үҙем быйыл “Евровидение” бәйгеһендә Рәсәй намыҫын яҡлаған һоҡланғыс йырсы һәм тыныслыҡ илсеһе Манижаның сығышын барып ҡарарға теләйем. Шулай уҡ, яҡут халҡының бөйөк ҡыҙы Олена Уутай һәм Ҡаҙағстандан килгән фольк-төркөмдөң дә тамашаларын ҡалдырмаҫҡа тырышырмын тип планлаштырып ҡуйғанмын. Төклө аяғын менән Фольклориада!