Республика Башлығы Радий Хәбиров тарафынан ағыулы спиртлы эсемлектәр һатыуға һәм ҡулланыуға ҡаршы иғлан ителгән көрәш тәүге ыңғай һөҙөмтәләрен бирә. 100 мең кешегә иҫәпләгәндә, ағыуланыу 0,5 осраҡҡа тиклем кәмегән. Рәсәйҙә был күрһәткес 4,5 осраҡ. Йыл башынан алкоголдән ағыуланыу осраҡтары 70 процентҡа кәмегән.