Алыҫ Көнсығыш төбәктәрендә йәшәүселәр иң күп эсеүселәр иҫәбендә. Ә иң беренсе урында Чукот автономиялы округы. Бында һәр туғыҙынсы үлем эскеселек менән бәйле. Икенсе урында – Магадан өлкәһе, һәр ун бер үлемдең береһе – араҡынан. Эскеселек бында айырыуса аҫабалар араһында көслө икән. Сөнки уларҙың йәшәү рәүеше борон-борондан эскеселеккә өйрәнмәгән.
Эскеселәр исемлегендә Иванов, Новгород, Ярославль өлкәләре халҡы вәкилдәре тәүге бишәү иҫәбендә.
Ә бына ингуш халҡы үҙенең айыҡлығы менән ғорурлана ала. Былтыр бында спиртлы эсемлектәр ҡулланыуҙан вафат булыу осрағы теркәлмәгән.
Беҙ алған сығанаҡта Башҡортостан хаҡында мәғлүмәттәр, үкенескә ҡаршы, юҡ. Ныҡлап эсеүселәр исемлегендә булмаһаҡ ярар ине, тип теләргә генә ҡала.