Бөтә яңылыҡтар

Рәсәйҙәр спиртлы эсемлектәрҙе аҙ ҡуллана, тиҙәр. Маҡтайҙармы, ғәйепләйҙәрме, әллә алдайҙармы?

Баштан уҡ шик белдерергә рөхсәт итегеҙ, сөнки беҙ, халыҡ араһында йөрөгәс, күберәкте күрәбеҙ. Беҙҙеңсә, халыҡ элекке һымаҡ эсеүен дауам итә.

Бөтә донъя Һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы иҫбатлауынса, һуңғы ун-ун биш йылда Рәсәй халҡы спиртлы эсемлектәр ҡулланыуҙы 43 процентҡа кәметкән. Уларҙың иҫбатлауын РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡеүәтләй. Йәнәһе, Рәсәйҙә ирҙәрҙең уртаса йәше – 68, ҡатын-ҡыҙҙарҙың – 78 йәшкә еткән. Тимәк, беҙҙең халыҡ хәҙер аҙ эсә.
Рәсәйҙәрҙең араҡыны ҡулланыуҙы кәметеүен РФ Иҡтисади үҫеш министрлығы үҙ ҡаҙанышы итеп күрһәтмәксе. Йәнәһе, улар йыл һайын спиртлы эсемлектәргә хаҡтарҙы аҡрынлап күтәргәндәр һәм халыҡ эсеүҙән баш тарта башлаған.
Ә бына Рәсәйҙең ҡара баҙарында күпләп етештерелгән һәм халыҡҡа һәр ауылда һатылған суррогат, сифатһыҙ араҡы тураһында юғарыла ултырғандар бик белеп бөтөрмәй, шикелле.
Башҡортостанда, мәҫәлән, контрафакт араҡыға ҡаршы киң көрәш йәйелдерелде. Быйыл, мәҫәлән, тәүге ярты йылда, сифатһыҙ араҡынан үлеүселәр һаны йөҙ кешегә кәмерәк теркәлгән, был, әлбиттә, һис тә насар түгел.
Шулай булғас, әйҙәгеҙ, араҡы ҡулланыу кәмеһен, ялған эсемлектәр ҡатыусылар ҡара эшенән туҡтаһын, ә беҙ, барлыҡ рәсәйҙәр, иң айыҡ, иң көслө, иң аҡыллы халыҡҡа әйләнәйек.
Мәҫәлән, “Ағиҙел” һәм “Һәнәк” журналдары редакцияларында спиртлы эсемлек ҡулланыусылар бөтөнләй юҡ.


Читайте нас: