Нисек айыҡ йәшәргә, эскелектән нисек ҡотолорға? Бының бер генә юлы бар – спиртлы эсемлектәр ҡулланыуҙан баш тартырға кәрәк. Ә бына “Ағиҙел” һәм “Һәнәк” журналдарында эшләүселәрҙең “йәшел йылан”ға ҡарата мөнәсәбәте нисек? Беҙ ғорурланып әйтә алабыҙ: беҙҙең арала спиртлы эсемлектәр ҡулланыусылар, ғөмүмән, юҡ. Беҙ үҙ ихтыярыбыҙ менән, бер-беребеҙгә хөрмәт менән ҡарап, киләсәк, милләтебеҙ хаҡында уйлап, ғүмеребеҙҙе айыҡ тормошҡа арнаныҡ. Беҙҙең редакцияларҙа барлыҡ саралар араҡы һәм шараптан башҡа үтә, мәжлес ҡороу өсөн сәбәптәр (роман тамамлаған, повесы сыҡҡан, кәләше бәпәйләгән һ. б.) көн һайын табылып тора. Нисек уйлайһығыҙ, беҙгә ҡыйын түгелме, бындай йәшәү рәүеше беҙҙе ҡәнәғәтләндерәме? Һис тә ауыр түгел, киреһенсә, үҙебеҙгә оҡшай, хатта ҡәнәғәтләнеү тойғоһо уята. Шулай ҙа йәшәп була икән.
Социологтар билдәләүенсә, һәр өс кешенең икәүһе, нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, эскелеккә ҡаршы, йәки битараф. Ә эскеселәр ҡайҙан килә һуң? Ошо һорау беҙҙе һәр ваҡыт борсой һәм уйландыра. Эскелеккә ҡаршы өгөт-нәсихәт ҡороу беҙҙең маҡсат түгел, сөнки һүҙ менән генә көрәшеп булмай, аныҡ эштәр, шәхси өлгө, шаҡ ҡатырлыҡ миҫалдар ғына етмәй, ихтыяждың булыу-булмауы ла әһәмиәтле түгел, сөнки беҙгә шуға төшөнөргә кәрәк: эскелек беҙҙең иң яуыз дошман, эскән кешенең киләсәге юҡ.
Ә һеҙҙең, хөрмәтле дуҫыбыҙ, “йәшел йылан”ға ҡарата мөнәсәбәтегеҙ нисек? “Ағиҙел” һәм “Һәнәк” журналдары редакциялары хеҙмәткәрҙәренең әлеге эшмәкәрлеген хуплайһығыҙмы? Әгәр һеҙ беҙҙең менән бергә икән, ошо яҙманы иң яҡын тип иҫәпләгән 5 дуҫығыҙға һәм 10 танышығыҙға ебәрегеҙ, ошо яҙманың таралыу кимәленә һәм һанына ҡарап, мәсьәләгә ҡарашығыҙҙы беләйек. Лайк ҡуйыу – һеҙҙең ихтыярҙа. Әллә беҙ етеш һәм мул торомошҡа лайыҡ түгелме лә, әллә айыҡ йәшәй алмайбыҙмы? Иҫән-һау булығыҙ!