Әсмәнең әсе тауышы... Әсәй... Тағы ла... Тимәк Ғәлигә бөгөн дә барғанһың... Ана бит һиңә лә ҡыйын, әсәкәйем! Тағы ла Ғәлиҙе әрләй-әрләй йоҡлап китәһең. Ә өйҙә кемдәрҙер ирешә, талаша, һуғыша...
Юҡ, әсәй, кисәге эскән самопал түгел, мин, һинең бәләкәсең, йән киҫәгең, уяттым бит һине. Һиңә ҡыйын, ауырыйһың... Ятып тор, әсәй, үтә ул! Барма бер ҡайҙа ла... Тик «баш төҙәтергә» тип күршеләр килеп тә керҙе. Әсәй!
Бөгөн ысынлап та ниндәйҙер ағыу һатҡандар һиңә! Етәр, әсәй, зинһар, етәр, эсмә! Юҡ, хәлем ҡалманы, әсәй, ғәфү ит, айырылам һинән... Күрешә алманыҡ, әсәкәйем, ғәфү ит... Яратам мин һине, әсәкәйем, их, матур күҙҙәреңә ҡарап, йомшаҡ ҡулдарыңдан тотоп, әйтә алманым был һүҙҙәрҙе һиңә, ҡояшым...