Бөтә яңылыҡтар

Ҡыш бабайға хат.

Минең тормошомда эскелеккә урын юҡ конкурсына. #башҡортҡатынҡыҙы#башҡорттархәмергәҡаршы#эскелеккәурынюҡ. Беренсе тапҡыр үҙ көсө менән аҡса эшләп, ҡулына конверт һатып алыуына ҡыуанған Илгиз йүгерә-атлай мәктәптән ҡайтып килә. Ул бөгөн Ҡыш бабайға хат яҙасаҡ!

Уҡытыусы Нурия апайҙары әллә ҡасан уҡ Ҡыш бабайҙың адресын яҙҙырғайны, ҡайҙа, нисек һалырға икәнен дә өйрәткәйне, тик конверт алыуға аҡса таба алмай ғына ыҙаланы шул. Әсәһенән һорау ҙа файҙаһыҙ булды. Хәйләһен барыбер тапты: парталаш ултырған Маратҡа математиканан контроль эште күсертеүгә хаҡ ҡуйҙы. Утыҙ һум! Ҡайҙа барһын, усына өс тимер һумлыҡты һә тигәнсе сығарып һалды. "Икеле " алыуҙан ялҡып та киткәндер инде. Мәктәптән ҡайтышлай почтанан конверт алды, алай ҙа етте әле аҡсаһы, етмәһә нишләр ине икән? "Әсәй өйҙә генә булып, айыҡ ҡына булһа ярар ине?!", – тип эстән генә теләп ишек тотҡаһына үрелде Илгиз. Өй эсенән ят бер-ике ҡатын тауышы ишетелеүгә күңеле төштө."Әпәт байрам итәләр!"


Һалынҡы башын һөйрәп, әскелтем-сөскөлтөм еҫ таралған өй эсенән түргә үтеп өҫ-башын һалып элде, ә уға иғтибар итеүсе лә юҡ. Көн яҡтыһын тиҙерәк файҙаланып ҡалырға ашығып, һыңғар тояғы һынғанға стенаға терәп ултыртылған өҫтәл ишаратына һаҡ ҡына килеп терәлде. Уҙған аҙнала свиттәрен килеп өҙөп киттеләр, хәҙер улар йәшәгән өй генә утһыҙ ҡалды, бурыстары тулы түләнмәйсә кире тоташтырылмай икән, ә әсәй быға артыҡ иҫе лә китмәне. Уға ни усаҡ менән ихлас әхирәттәре булһа, шул еткән. Ҡышҡы көн ҡыҫҡаҡ, ҡараңғы тиҙ төшә, бына ни өсөн ҡабалана малай. Әле өйгә эштәрҙе эшләп өлгөрөргә кәрәк. Ситке өйҙәгеләрҙең күңелдәре көр, тамаҡтары туҡтыр ахыры, Илгиз эсенең ауыртып, асығыуы үҙен белгертеп туғырлауына йәне көйҙө."Эх, ошо асыҡтырмаһын ине! Көнөнә бер аша ла, шул етһен ине, йә!"


Илгиз өсөнсө класта уҡый. Тырыш малай ул. Бер-ике фәндән генә "дүртле " сыға сиреккә, уларын да бөтөрөр ине әле... бына өйҙә тынғылыҡ юҡ шул. Әсәһе Нәзифә ныҡ эсә. Атай тип ауыҙ асып өндәшерен Илгиз белмәй. Ҡайҙалыр, кемдер? Һорағаны ла булды әсәһенең яйына ҡарап, оторо енләнеп: "Нимә, тамағың асмы, өҫтөң яланғасмы, атай һорап ", – тине. Илгиз башҡаса был хаҡта өндәшмәҫкә һүҙ бирҙе үҙ алдына ғына. Эсеүе-эсеү, бына көмөшкә ҡайнатып, үҙе ишеләрҙе өйгә йыйыуын ныҡ өнәмәй малай. Ҡайһы саҡ оло ағай-апалар (диалект һүҙе, атайҙан оло ир кешеләргә ҡарата әйтелә), инәй-еңгәләр әллә ниндәй байрам ойоштороп, геү киләләр. Билдәле, төпкө бүлмәлә тын ултырған кешене бар тип тә белмәйҙәр, ә Илгиз күбеһенсә ас ултыра, мәжлес тамам булғанын көтөп. Тышҡы саф һауанан килеп ингән ыңғайы танауҙы йырып әпкилгән һаҫыҡ әсе еҫ өҫ-башына һеңеп бөттө инде. Класташ малайҙарҙың эргәһенән ялтанышып "алкаш " ҡушаматы тағыуҙарына ныҡ ҡайғыра. Юҡ, Илгиз алкаш булмаясаҡ, хатта ул әсе хәшәрәтте ауыҙына ла алмаясаҡ, билләһи! Ихлас ихахайлаған ике әхирәтен эйәртеп, әсәй кешенең өҫ кейемен кейә башлағанына ҡыуана төштө малай. Төпкө яҡҡа башын бороп ҡына:
— Мин Әсмә инәңдәргә ҡаҙ йолҡошорға киттем, сәмәй һораусылар килһә белән, аҡсаһы булһа ғына һат. Ана, шкаф артында ултыра, – тине әсәһе.


Баш һелкеп тороп ҡалған булды Илгиз.Һатыу түгел хәленән килһә һыта һуғып бөтөр ине әле, туҡмалыуҙан ҡурҡа. Уҫал бит ул әсәһе.


Өҫтәлгә килеп ҡомғандан йылымса сәй бороп алған булды, һаҫыҡ еҫле рюмкаларҙы һыпырып этеп өҫтәлдең икенсе башына, ҡаты-ҡото икмәк һыныҡтарына ҡушып, ҡарылай һөтһөҙ сәйҙе тәмләп кенә һемерҙе. Кәнсир ҡалай һауытта балыҡ менән һыйланған теге өсәүгә көнләшеп кенә буш һауытты еҫкәп-еҫкәп, икмәген тығып, сит-башын һөрткөләп, ҡабып ҡараны. Асығыуы асырғанып, асылып икмәккә лә һөйһөнөп шәкәрһеҙ сәй шөрпөлдәтте. Эскә йылы төшкәс, күңеле күтәрелде әҙерәк. Өйгә эштәрен барларға ултырҙы. Өлгөрөр кәрәк. Математика, урыҫ теленән тиҙ генә күнегеүҙәрҙе эшләп, әсбап-дәфтәрҙәрҙе бер яҡ ситкәрәк алып ҡуйҙы. Инглиз теле фәне. Һүҙҙәр ятларға: һаауыыс-дом, фылауе-цветок, грииин-зеленый, бооой-мальчик, мааҙее-мама. Ҡысҡырып тороп һәр һүҙҙе күҙ алдына баҫтырып иҫендә ҡалдырырға тырышты. Уҡытыусыһы аңлай, ахыры, эш дәфтәре юҡ уның инглиз фәненән, шуға ла ятлауға күберәк бирә өйгә. Йә, тексты уҡып башҡортсаға ауҙара. Тырыша. Шау бишле генә ала, сиреккә лә "бишле " сыға.


Бишенсе дәрес физкультура иртән. Әпәт "икеле " ҡуя инде. Спорт формаһы юҡ шул, булһа ни Илгиз сыҡмаҫ инеме ни?! Костюмын һалып салбары менән сыҡҡайны, дәрестән сығарҙы уҡытыусы Мөрит ағай, "икенсе дәрескә спорт формаһыҙ инәһе булма!", – булды әйткәне.Тирләп-бешеп туп артынан сапҡан тиҫтерҙәрен күҙәтеп, күпме дәрес үтте, тышҡа сығып саңғы тағып тау ҡыҙырғандарына ҡыҙығыр инде хәҙер. Салбар мн булһа ни була инде, их, бер елдереп ҡарарға ине шул саңғыны кейеп, таяҡтарын ян-яҡҡа һелтәй-һелтәй.
Малайҙың уйҙарын солан ишеген туҡылдатҡан тауыш бүлде:
— Нәзифә апаааай! Һеҙ өйҙәме уул?
Илгиз йүгереп барып өй ишегенән башын тығып ҡоро ғына:
— Әсәй өйҙә юҡ, ул Әсмә инәйҙәрҙә,- тине.
— Эй, ней, Илгиз... сәмәйен ҡалдырманымы? Сырочны ғына кәрәк ине... Булһа, бына аҡсам бар, бир әле, улым?, – һораулы ерәнгес ҡараш малайға төбәлде.
— Юҡ, ҡалдырманы! Мин белмәйем.


Һөйләнә һөйләнә тупһанан төшөп китте йомошо уңмаған ҡатын. Илгиз өй эшенең уҡып, ятлауын аҙаҡ нығытырға уйлап, баянан бирле тынғы бирмәгән эшкә – Ҡыш бабайға хат яҙыуға тотондо. Ҡуш дәфтәр бите йолҡоп алып, ҡулына ручкаһын килешле тотоп, башын баҫып яҙырға тотондо:
“Һаумы, Ҡыш бабай! Мин Сынбулатов Илгиз булам. Тилмергән ауылы дүрт йыллыҡ мәктәбенең өсөнсө синыф уҡыусыһымын. Уҡыуым яҡшы: тик ике генә "дүрт "ем сыға сиреккә, уларын да төҙәтергә ынтылам. Ҡыш бабай, мин һеҙҙе бер ҡасан да күргәнем юҡ. Әллә беҙ йәшәгән яҡтарға килмәйһегеҙме һеҙ? Әллә юл көрт тип үтә лә китәһегеҙме икән? Мин һеҙҙе телевизорҙан ғына күстәнәсле тоҡсайығыҙҙы аҫып юлға сыҡҡанығыҙҙы күргәнем бар.Һеҙ бит бар, мин ышанам. Ә мәктәп иртәлектәрендә Ҡыш бабай булып уҡытыусы Мөрит ағай кейенгәнен үҙ күҙҙәрем мн күрҙем, шуға уға әллә ни ышанмайым. Быйыл килеп китегеҙ һеҙ беҙҙең яҡтарға. Миңә һеҙҙән ҡиммәтле бүләк кәрәкмәй, саңғым ғына булһа ине. Әсәйем алып бирә алмай, эсә лә ҡуя шул аҡсаһын.
Мин һине көтәм Ҡыш бабай.
Сынбулатов Илгиз.
Тилмергән ауылы, Өмөт урамы,18.
Яҙылды 5.12.17”.
Китап араһына бөкләнмәһен тип тыҡҡан конвертын сығарып, хатын бөкләп, елем менән йәбештереп адресын яҙҙы. Елеме ныҡ йәбешмәгән һымаҡ булғас, өҫтәп үҙенең хеҙмәт дәресендә ҡулланған елеме менән һылап, нығытып ҡуйҙы. Китап араһына һалып ҡуша йәбешһә тип, өҫтәлгә, бер әллә ҡасанғы гәзит остоғо араһына ҡыҫтырҙы. Көн кисләне. Яҫтыҡ тығылған тәҙрәнең кескәй өлгөһө өйҙө тағы ла ҡараңғылатып тора. Көндөң һуңғы һүрәм нурҙарында урамға сығып ишек тирәләрен ҡарҙан ҡырып таҙалап, кискә усаҡҡа яғыуға утын көрәп сығарып соланға ташып ҡуйҙы. Үҙ эшенән ҡәнәғәт ҡалып, ҡараңғы өйгә инеү генә эсен бошорҙо. Әсәй һаман юҡ. Плитә аҫтына ут яғып ҡомғанға һыу ҡойоп ултыртты, баҙҙан, ваҡ булһа ла, картуф сығарып, йыуып, кәстрүлгә "мундир " итеп бешерергә һалды. Күңелле генә шаулаған ҡомған, тәмле еҫтәр сығарып боғорлаған кәстрүл, сырт-сорт итеп янған усаҡ, ҡараңғы өйгә мейес ярыҡ-йороғонан төшкән ут ялҡыны яҡтыһы йәм генә өҫтәне. Усаҡ алдына ултырғыс ҡуйып оҙаҡ ҡына утҡа текләп ултырҙы Илгиз. Ярата ул шулай. Әллә ниндәй уйҙар килә башына шул саҡта...


Тамағын ҡәҙимге төйөп, ҡараңғы мөйөшөнә барып ятты. Башы осонда шыжлап ҡайнаған оло феләктең тауышын тыңлап, әсәһенең кисә-бөгөн генә "бал" әсетергә ҡуйғанлығын аңланы. Илгиз әсәһен ҡарап йөрөп тә күпме һыуға күпме шәкәр, әсетке, баш һалырға кәрәклеген дә өйрәнеп бөттө. Тик был өйрәнгәнен ул тормошта һис кенә лә ҡулланмаясаҡ. Биҙрәгә эшләнгән аппарат менән сәмәй ҡыуғанын да ҡарап ултырғаны бар, ҡайһы бер кешеләрҙең әллә ни күреп шул шыйыҡлыҡты, теҙләнеүҙәре серен аңларға теләп, бармағын сылатып ялап ҡарағаны ла бар. Әссее! Сытырайып төкөрөп ҡуйһа ла, тел осо арыуыҡ әсетеп торҙо, нисек тәмләп тороп эсәләрҙер инде?!...
Ҡыш бабай килһә... моғайын бер тәмле генә кәнфит тә тотоп килер әле. Теге телевизорҙа әллә нисә ҡат рекламала күреп ауыҙ һыуын ҡойолдорған ҡиммәтлеһен генә алып йөрөйҙөр әле. Их, ул тәмлекәсте! Моғайын семтеп кенә, әҙләәәп кенә ашар ине үҙе, әгәр эләкһә ҡулына. Әсәйгә лә өлөш сығарыр ине. Аҙаҡ бүләк саңғыһы менән анау туралағы тау битен сыбарлап ҡараңғы төшкәнсе шыуыр ине, хатта ай яҡтыһында ла ҡайтмаҫ ине. Әй, ҡайтыр ине! Бүре фәлән килеп сыҡһа?! Шомланып, өйҙә бер үҙе ҡараңғыла ятыуын иҫләп, төп яҡҡа боролоп ятты. Ҡыптыр-ҡыптыр итеп иҙәндә сысҡан йөрөгәне, ниҙер табып кимергәнен ишетеп, бесәйенең юҡлығын иҫкә төшөрҙө. Уҙған аҙнала ғына үлеп ҡуйҙы шул бесәйгенәһе, ҡуйынына ғына алып икәүләп йылынышып ятырҙар ине былай булһа. Ҡапыл ауырып икмәк ашамай башлағас, әсәһенә, аҙаҡ ҡосаҡлап өҫтәл янында күңел асҡан әсәһенең әшнәләренә лә өндәшеп ҡараны, "мә, бахмилдыр",-тип һаҫыҡ сәмәйҙәрен һоноп, эстәре ҡатып көлдөләр үҙенән улары. Шул кистә үк тартышып ятып үлде Мырлағы, баҡса ситенә кескенә соҡор ҡаҙып, илай-илай күмеп ҡуйҙы...


Илгиз бите буйлап аҡҡан күҙ йәшен һыпырып, йоҡоһо килмәгәнгә эсе бошоп тулап-туланы. Исмаһам, берәй туғаны юҡ йә, ҡараңғы тип тормаҫтар ине, йәшенмәк, һәпәләк уйнарҙар ине. Икәү күңелле булыр ине әле барыбер...
"Әсәй һаман юҡ. Аяҡтан йығылғансы ғына эсмәһә ине...Ҡайтып килешләй йығылып ҡолап ятмаһа ярар ине..."Үҙ уйҙарынан үҙе ҡурҡып, йәһәт кенә тороп, урамға сығып, тын төнгө һауаны тыңлап торҙо малай. Ара-тирә өргән эттәрҙән тыш тауыш биргән йән юҡ. Илгиз ишекте элмәй генә инеп, һүрелгән мейес йүшкәһен ябып, урынына барып ятты.



Нәзифәнең эшкә егәрле икәнен белгәндәр ҡаҙ-өйрәк өмәләренән, һуғым һуйыуҙан ҡалдырмай өй беренсә тиерлек йөрөтәләр. Бөгөн дә Әсмә әбейҙең ҡырҡлаған баш ҡаҙын йылы усаҡлығында сәмәй шауҡымында алты ҡатын һә тигәнсе йолҡоп бөткәйнеләр ҙә, тышҡа сығып түшкәләрҙе өтөп һалҡын һыуға сайҡатып ингәнсе "градус " үҙенекен һүҙ итеп, эсен ярыуға ла ярамаҫлыҡ итеп урындыҡҡа йыҡҡан да һалған. Бер ни иҫләмәй. Киске ашҡа йыйылғандар ҙа уятҡан, йоҡлап тик ятҡан. Тик таңға ҡарай ғына уянып, хәл айышына төшөнөп, һәрмәләнеп, ишек асып, урамға сыҡты. Әсмә әбейҙән баш төҙәтергә һорап, бер тәрилкә һыуыҡ ашын һемереп, ҡайтырға сыҡты. Ҡайтмаҫ ине, кисә өмәсе ҡатындарҙың кемеһелер, иртән тикшереүселәр йөрөйәсәген тиште ҡолағына. "Киләсәктәр! Мотлаҡ киләсәктәр! Ике тапҡыр тотолдо бит былай ҙа, өсөнсө тапҡырҙа иһә малайҙы тартып аласаҡбыҙ тип янанылар. Хатта ризалыҡ биреп ҡултамғаһын ҡуйып ҡуйҙы бит әле "


Һалҡын ҡышҡы иртә. Һирәк кенә өйҙәрҙең мөрйәләренән төтөн сыға, уянмаған әле күптәр. Аяҡ аҫтында ҡалын тауыш сығарып шығырлаған ҡар бар урамға яңғырай кеүек. Нәзифәнең һыуланып, кибеү күрмәгән кейеҙ итеге, күп тә бармай боҙ булып ҡатып аяҡтарҙы бөгөргә лә ирек бирмәй башланы. Итек яйына тура баҫып саҡ ҡайтып етеп килә. Өйө янындағы тыҡрыҡтан килгән шәүләне күреп, аҙымын шәбәйтте. Шәүлә лә атлауҙан йүгереүгә күсеп телгә килде:
— Нәзифәә, Нәзифәәә, тим! Туҡтап тор әле ҡоҙаса?!
Таныны. Был бит мәңге һуҡмыш Әлтәф. "Моғайын да, сәмәй эҙләп йөрөй", – тигән уй үтте йылп итеп.
— Ней, ҡоҙаса, һаумы? Йомош бар ине... баш... баш ярылып килә.
Сәмәйең барҙыр, моғайын, аҡса бар... мына...
Кеҫәһенән йомарлап сығарып аҡсаһын һонған барҙа һатмай буламы һуң Нәзифә?! Йылп иттереп йылмайған булып, "ауырыуҙы " артынан эйәртеп, урамға инеп китте.
— Буш шешә әпкиләнеңме? Шешәм юҡ ине.
— Эй, ҡайҙан беләйем шешәң юҡтығын?! Ярай, шунда берәй нәмәгә ҡойоп бирһәң, икенсеһендә алып килермен, – тип үрһәләнде ир.


Бикһеҙ ишекте шағырлатып асып өйгә үттеләр. Ярым ҡараңғы өй һыуынмаған, йылы. Келәттән саҡ буш шешә табып, шкаф артындағы пластик һауыттан, сәмәй ҡойҙо түгә-сәсә ҡалтыранған ҡатын ҡулдары. Бормасһыҙ шешә моронона ни тығырға белмәй торған Нәзифә, күп уйлап тормай төпкө өй өҫтәлендә ятҡан гәзитте оҙонсалай йомарлап тығып, аҡсалы ҡулға алмашҡа тотторҙо. Ҡыуанысынан рәхмәтле аҙарынған һаҫыҡ ир ишеккә йүнәлде.
— Әлтәф, ней! Ҡара уны, бисәңә өндәшәһе булма, минән алдым тип. Былай ҙа теге юлы ике тапҡыр комиссия менән ҡуша килеп тикшереп китте. Ҡатын ҡыҙҙар советы ағзаһы, имеш... шәп булғас ирен эскенән аралар ине, етем бисәләр тикшереп бысранып йөрөгәнсе, – тине Нәзифә.


Әлтәф көтөлмәгән һүҙҙәрҙән саҡ теҙ сүкмәй, ике усын ҡуш ҡуйып, еткермәйәсегенә һүҙ бирҙе. Имза менән нығытам тигәндәй, кеҫәһендәге шешәне һөрәп сығарып, ғорҡолдатып эсеп, шул һөйрәүҙә ярты бүҫкәһенә төшөрөп, бөкөһөн тығып, кире кеҫәгә сумдырҙы.


Нәзифә Әлтәф артынан ишек ябылыуға етеҙ генә мейес артындағы феләкте һөйрәп, ишек төбөнә ултыртты. Бер үҙе тупһа аша алып сыға алмаясағына ышанып Илгизде уятты:
— Илгиииз, тор,тор, Илгиз!
Малай күҙҙәрен асыуға айныҡ әсәһе тороуға ҡыуанып, йылмайып ҡарап ҡуйҙы.
— Ништәй, әсәй? Уҡыуғамы?
— Юҡ, уҡыуға иртәрәк әле, бына феләкте сығарышһаң тигәйнем. Бөгөн тикшереүселәр киләме-ниме тиҙәр ине...
Илгиз йәһәт кенә урынынан тороп, бер ҡат ыштанда көйө итеген эләктереп әсәһенә "бал " йәшерешергә сығып китте. Әллә күпме кешене алйатҡан сәмәй аппараты ла ҡалын ҡар аҫтына йәшерелеп, өй эсе ишек асып елләтелеп, иҙәндәр һеперелеп, өҫтәл тирәһе лә йыйыштырылып ҡуйҙы. Илгизгә был үҙгәреш хаттин оҡшаны. Әсәһе ни әйтһә, тиҙ генә үтәргә әҙер булып йүгереп кенә йөрөнө, тиерлек. Арыуыҡ эш ҡыйратҡас ҡына, кисәге яҙған хатын иҫләп, өҫтәл янына килде. Гәзит киҫәге лә, хат та юҡ. Илгиз әсәһенән һорарға итте лә, кире уйланы. Сумкаға һалып яңылышаммы тип ҡырҡ ҡутарҙы китаптарын. Тапманы. Хатты ни теләһә ҡыр итеп яҙыр ҙа, бына конверты ғына йәл. Ҡайҙан алмаҡ кәрәк тағы?
Яҫтыҡ тығылған бәләкәй тәҙрә өлгөһөн дә тотҡолап ҡарап бөттө, берәйһе алған тиер инең, шул көйө.
Аптыраулы уйҙарҙа мәктәпкә китте малай.
* * *
Әлтәф өйөнә етә килә Нәзифәнең һүҙҙәрен иҫләп, шешәһен ҡайҙа йәшерергә белмәй аҙапланды. Ҡарға шөңгөтөр ине, аҙаҡ тапмауы ла бар. Ҡапҡа эсенән эшкә тип сығып килгән ҡатынын күреп, албырғап, тик торҙо ла ҡуйҙы.
— Таң һарыһынан хәйерселәп ауыл ҡыҙырып ҡайтып та еттеңме? Кемдән алдың был шешәне?
Миңнурҙың уҫал тауышынан ҡалтырана төшкән ир шыбырлай биреп:
— Ҡыҙма әле, бисәкәй! Магазиндыҡы, бер кемдеке лә түгел, мына ҡара ышанмаһаң, – тине.
— Эйе, ышандым ти! Ҡасандан бирле магазин ҡағыҙ бөкө урап тығып һаҫыҡ сәмәй һата?! Ну-ка, бир әле бында!
Миңнур етеҙ генә ынтылып шешә муйынына йәбешергә уйлағайны ла, ир кеше шешәне ебәрмәй тартып алып, ҡағыҙ бөкөнө генә усында йомоп ҡалды ҡатын.
— Исмаһам, ҡунаҡҡа ҡайтҡан улың, килен барҙа эсмәй торһаң ни булған?! Барыбер табам бит ҡайҙан алып эсеп йөрөгәнеңде, йәшер әйҙә, йәшер!
Ҡатын иртәнән көйәләнеүен аҙымдарына күсереп, ҡаты-ҡаты баҫып, эшкә – мәктәпкә йүнәлде. Кеҫәһенә һалған сәмәй һеңгән ҡағыҙ бөкөнө онотто ла тиерлек.


Ике дәрес үтеүгә райондан административ комиссия килеүен шылтыратып белгерткәстәре, Миңнур Азатовна, Ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы булараҡ, проблемалы ғаиләләргә рейдҡа сығыуға әҙерләнеп, силсәүит яғына атланы. Ҡулы кеҫәгә тығылыу менән, баяғы уралған иҫке гәзит, эсенә йомарлап тығылған Илгиздең Ҡыш бабайға тәғәйен хаты килеп сыҡты. Мәктәп урамынан сыҡмаҫтан уҡ уҡып, саҡ артына ҡоламаны. Йәл ине малай уға. Замана балалары айфон, айпад, ноутбук һорағанда Ҡыш бабайҙан, был ни бары – саңғы ғына. Өйөндә улдарынан ҡалған күпме саңғы өр яңы көйө тора, белһә бит дауна уҡ тотторор ине үҙенә. Әллә...


Юҡ. Былай ғына саңғы тоттороу ярамаҫ. Әсәһенең эсеүен дә йәшермәгән бит. Тимәк, уларҙы айырып, бер аҙ ваҡыт биреп ҡатынды яҙа юлдан араларға кәрәк. Үҙ уйҙарының хаҡлығына, яҡлау табырына ышанған етди ҡатын, үҙ иренең эскәненә әсе әрнеһә лә, малайға ярҙам итә алырына ҡыуана биреп атланы алға.
Нәзифә ни тиклем тырышып әҙерләнмәһен, райондан килгән комиссия бер нигә лә иғтибар итмәйсә, хатта тентеү ҙә үткәрмәйенсә, Илгизде ике аҙнаға реабилитацион үҙәккә алап китәсәктәрен белдереп, ҡульяҙмға имза ҡуйҙырып, сығып киттеләр. Ишек ябылыуға "әгәр ике аҙнала үҙеңдә алға китеш булмаһа, малайҙы атаһына тапшырасаҡбыҙ " тигән һүҙҙәре аяҙ көндә йәшен атҡандай башын шаңҡытты. Лып ултыра төштө Нәзифә. Бер ҡасан да былай шыҡһыҙ тынлыҡта ҡалғаны ла, яңғыҙы ҡалыу хаҡында уйлағаны ла булманы. Ҡыйын икән яңғыҙлыҡ, хатта иң көслө сәмәй ҙә күңелде күтәрә, һағышты йыуа алмаҫ. Әллә... Әллә үҙе ҡасандыр ҡаты ябып сығып киткән ишекте кире шаҡып ҡарарғамы? Үҙ һүҙлелеге, еңмешлеге менән генә ошо хәлгә ҡалды бит. Туған- тыумасаһыҙ, ата-әсәһеҙ, ирһеҙ-балаһыҙ, хатта эшһеҙ ҙә түгел ине бит?! Етеш доньяға етенә алмай, барын ашаҡлатып аҙҙырған бары шул аҡса ғына ине бит, эх!...
...Икенсе улы Илгизе тыуыуға хөкүмәт "әсәлек капиталы " тигән түләү сығарҙы. Нәзифәне ире Илдарҙың ошо аҡсаға мал ҡураһы эшләп, күпләп тана-торпо алып, шәхси эш башларға йыйыныу уйы ныҡ енләндерҙе. Тик үҙе генә, үҙе өсөн генә тотонғоһо килде аҡсаны. Ай һайын түләнгән аҡсаларын йыйып-йомарлап, бер көн әйтмәй-итмәй атай йортона ҡайтып та йығылды. Илдар килмәне түгел, килде артынан. Нәзифә үҙен эре, һауалы тотто. Ниңәлер ошо ҡағыҙҙағы, әле аҡсаға ла әйләнмәгән һандар, бар ҡалған ғүмеренә етер кеүек күп күренде. Өй алыр, эш тә табыр... Ир фарманын тыңлап йүгергән ҡатын булып түгел, үҙе – баш, үҙе түш үҙҙаллы зат итеп күҙалланы үҙен. Тик барыһы ла ул уйлағансы булманы.Сертификатты аҡсаға әйләндерәм тип, анһат юл эҙләп, риэлторҙарҙа күп өлөшөн юғалтты, йә уйламай-нитмәй кредитҡа әйбер алып, ҡырҡ түләнде. Илдар инәлә-инәлә ялҡып, бер үҙе ғүмер һөрҙө. Ни эшләптер, иренең инәлеүенән айырыуса кинәнес тапты Нәзифә. Айырылыуға ғариза яҙып судҡа саҡыртты ирен, Илдар ризалыҡ бирмәне. Ярашыу юлын эҙләп, ике ҡулына сумка аҫып Тилмергән юлын әҙ тапаманы. Улын күрһәтмәҫкә ишеген бикләп ҡасты ҡатын, йә урамға сығып ҡаршы алып, алып килгән кейем-һалымын күҙе алдында иренең аяҡ аҫтына һалып тапаған булып, усаҡҡа быраҡтырҙы, йәнәһе лә, мохтаж түгел уның яҡлауына. Ризыҡ тулы сумкаһын алған булып, урам тултырып, түгеп-сәсеп, бар күрше-тирәһе алдында оятлы итеп, һүгенеп әрләгәненә ныҡ ғәрләнгән ир, башҡаса был йорт тупһаһына яҡынламаны. Ә малайын ул ныҡ һағынды. Өлкән улы үҙе менән булғас, бар һағышын уны ҡарап, тәрбиәләп баҫты...


Ә Нәзифә ҡулына төшкән һанаулы ғына суммаға ошо өйҙө алған булғайны, атаһының да кейәүен яҡлауын, әсәһенең дә шул юҫыҡта булыуына оторо ҡарышып, ҡырталашып күсенде Тилмергәнгә. Мәктәптә йыйыштырыусы булып эшкә урынлашҡайны, уҡытыусылар менән һүҙгә килешеп, телләшеп, эшенән ҡыуылды. Ара-тирә төшөргөләп алыуҙы үҙ иткәнгә, иш-ҡуштар табыла торҙо, анһат "бизнес" табыш та килтерҙе...
Тик Илгиздең ҡайһы саҡта атай таптырыуы эсен бошорҙо ҡатындың.


Тормошоноң был ағышы яҡшыға алып бармаҫын аңлай ҙа, тик үҙ ғорурлылығын еңә алмаҫ кеүек, ире Илдар ҙа инде ғәфү итмәҫ...
Уйҙарын бүлеп, ишек асылды:
-— Э- э- э-й, Нәзифә, өйҙә икәнең дә, ней, йомош бар ине... теге... үҙең беләң инде... сәмәй...


Уйлап та тормаҫтан, Нәзифә өҫтәлдә ултырған шәкәр һауытын усына йәһәт кенә ынтылып алып, ишек төбөндәге ярым иҫерек ир затына ҡарай елсәне.
– Бынан былай, был йортта сәмәй һа-тыл-маай! Ишетһен ҡолағың! Юғал тиҙерәк күҙемдән, ҡортҡа!
Юғиһә башыңды....
Бындай ҡаршылауҙы көтмәгән ир йылп итеп ишек артына сығып боҫто.


Ҡатын урынынан ҡалҡынып, иртәгә үк өлкән улы һәм ире йәшәгән, үҙе тәүләп килен булып төшкән ауылға – Таулыға барырға ҡарар итеп,көскә тәнен ҡыбырлатып, йыйына ла башланы...
* * *


Илгизде "Йылы йорт " тип аталған ҙур бинаға алып килде, мәктәптән үк ултыртып алған ҡара машина. Инделәр. Бар кейемдәрен һалдырып, баш-тәнен ентекле тикшереп, йылы ғына мунсала йыуындырып, өр-яңы кейемдәрҙә ашханаға алып барҙылар. Әкиәттә генә булған хан һарайылай тойолдо был йорт Илгизгә, өҫтәлгә ҡуйған ризыҡтары араһында малайҙың үҙ ғүмерендә бер ҡасан тәмләп тә ҡарамағандары бар ине: йомарлап, быуҙа бешерелгән ит, ыуалып ҡына торған дөгө ярмаһы, үҙе үтә күренмәле, әммә шул тиклем татлы емеш һуты. Тәмлелегеее!


Уның ише балалар күп кенә икән, бөтөнләй бәләкәйҙәре лә бар, ҡайһылары әллә бер туғандар, етәкләшеп кенә йөрөйҙәр.


Ашап туйғас бүлмәләргә таратып, ап-аҡ түшәк кәрәк яраҡтары бирҙеләр. Илгиз бындай хөрмәттең сәбәбен дә, айышын да аңлап етмәй баш ватты: " Әллә Ҡыш бабай менән осрашыуға әҙерләйҙәрме икән? "


Күҙҙәренә иҙыратып йоҡо төйөлдө, тик күрше бүлмәләге ҡыҙсыҡтың бер туҡтауһыҙ "әсәәәәәй, әссәәәәй ",– тип илауы күңеленә тейеп, Тилмергәндә ҡалған әсәһен иҫләтеп, бите буйлатып шым ғына күҙ йәшен йүгертте...


Уйын, уҡыу, ашау, ял итеү ни тиклем ҡыҙыҡтырғыс һәм күңелле булмаһын, Илгиз барыбер һалҡын ҡышта утһыҙ ҡалып ҡарайып ултырған, бер өлгөһө ярылып яҫтыҡ тығылған, әсегән бал еҫе аңҡыған өйөн һағынып, һағышланды. Кемдер, ҡайһылыр ишекте асыр ҙа, "Сынбулатов Илгиз, ҡайтыуға әҙерләнергә! ", – тип әйтер кеүек. Ике аҙна ике йыл кеүек булыр инде...


Класташтары ни тиҙәр икән?... Әсәй белмәй ҡалды шикелле, әгәр әйтмәһәләр, эҙләп кенә арынымы икән? Әллә... әллә теге әсей башлаған балын эсеп, айный алмай ята микән?Ҡыш бабайға яҙған хатым сәйер юғалды, әгәр үҙенә хаты барып етеп, килер булһа? Яҙа ятып ҡалырмынмы икән бында? Эх...ҡайтҡы килә...


Нәзифә эстән үҙе белгәнсә теләнә-теләнә юлға сыҡты. Юлаусы машина ла тиҙ генә тап булып ҡуйҙы. Таулының осонда төшөп ҡалып, һалмаҡ ҡына урам буйлап килә. Ниңәлер тәҙрәләрҙән үткер ҡараштар үҙен тетеп ҡарап: "ҡайтып китһәң дә, кире килә ятаһыңмы? Килдеңме, килдең!", – тип ирештерәлер кеүек. Урамдың ҡап уртаһы тирәһендә күркәм мәсет ҡалҡытҡандар, Нәзифәнең яҡынлаша башлауына мәсет манараһындағы тауыш көсәйткес аша моңло аҙан тауышы яңғыраны. Һуң бөгөн бит йома! Бар тәне эҫеле һыуыҡлы булып киткән ҡатын һыны, ошо көй тулҡынында оҙағыраҡ бәүелергә теләгәндәй, аҙымдарын яйлатты. Нисек яңылышҡан Нәзифә?! Аҙан моңон бит баҡырған кәзә тауышына тиңләп, әсе көлгән мәлдәре юҡ инеме ни?!


Һәлмәк аҙымдар моңло тауышты артҡа ҡалдырып, алға бара. "Нисек ҡаршылар Илдары? Үҙе һымаҡ, дорфа ҡыланһа? Ҡайттыңмы аҡсаң бөткәс, тиһә..."


Мейеһен мең төрлө уй йырғыланы. Бына таныш ҡапҡа. Ҡайһылайтып ҡына атлап инергә?


Ишек алдына үтте. Ус аяһындай, шул тиклем матур йыйнаҡ ҡына юлдар ярып көрәлгән.


Һарай ҡапҡаһының биген сылтырлатып, һыңар ҡулына биҙрә тотҡан ире – Илдары – килеп сыҡты. Ҡапҡа төбөндә ни артҡа, ни алға китергә белмәй ҡатҡан ҡатынды шәйләп, танып алғас, йылмайып һин дә мин һүҙ ҡушты:
— Һаумы, Нәзифә... Ни, бына һыйыр быҙауланы бөгөн таңға... Уҙған йыл ҡыҫыр ҡалғайны, быйыл шуға иртәләне... Мә, биҙрәне ал әле, мин һарайҙың ҡапҡаһын ябып киләйем, быҙауы өшөнөп ҡуйыр.


Ыуыҙ тула яҙған биҙрәне еңел генә ҡатын ҡулына күсереп, Илдар һарай яғына йүгерҙе. "Һөтлө биҙрә... Хәйерлегә генә булһын! "Нәзифә тупһала тапанып тора бирҙе. Берсә һығылдырып һөт һауып, бер уйһыҙ йәшәгән мәлдәрен, берсә алда буласаҡ ваҡиғалар солғанышын күҙаллай ине.
— Һуң, Нәзифә? Нишләп һаман тораһың бында? Үт өйгә! Илшат ярышҡа китте, өс көнһөҙ ҙә ҡайтмай. Әйҙә!
Нәзифә һөтлө биҙрәне тотоп Илдар артынан тупһанан күтәрелә, ә уйҙары йәнәшә: "Барыһы ла элеккесә, үҙгәрмәгән, әйтерһең дә, Нәзифә ун йыл элек ошо тупһаны ашаҡлап, ашҡынып сығып китмәгән, ә ун минутҡа ғына ут күршелә сәйләп ултырған... Ун минут... Шул ишек... Шул келә... Хатта һәр иҙән таҡтаһы ла таныш бит уға... Келәт тәҙрәһендәге көнбағыш һүрәтле ҡорған ғына бер аҙ ҡояш ашауында төҫһөҙләнгән... Эх, Нәзифә лә шул ун йыл элеккеләй түгел шул, ҡояш түгел, хәмер кимергән..."


Үҙ уйҙарына үҙе бирелеп, шым ғына өйгә үтте ҡатын. Бында ла тәртип, таҙалыҡ күҙгә ташлана. Нәзифәнең үҙ ҡулдары менән сиккән һөлгө таҫтамалдары, яҫтыҡ ябыуҙары...
Илдар һабынлап ҡулын йыуған арала ла әллә күпме хәбәрен теҙеп өлгөрҙө, тик Нәзифә әллә ишетмәне, әллә аңламаны, башын һелкеп кенә тик ултырҙы.
Илдар, хужаларса йөрөп, сәй ҡуйҙы. Мыйыҡ аҫтынан еңелсә йылмайып һөйләшеүенән үк, ҡыуанысы һиҙелә ине.
— Түрбаш һинеке, Нәзифә, мин башҡаса бында ҡыҫылмайым, ҡабул ит үҙ урыныңды.
Илдар, йылмайып, ҡулын йәйеп, Нәзифәне һүҙһеҙ ҡабул итеүен белдереп, усаҡ тирәһенә этеп, тиерлек, алып килеп ҡуйҙы.


Аптыранды ҡатын. Ни эшләргә? Сынаяҡ тотһа, төшөрөп ватыр, ниҙер бешерһә, тәмһеҙ булып ҡуйыр һымаҡ тойолдо. Ап -аҡ мейес ҡашағалары... Ялтырап торған кәстрүл-табаҡтар... Кинәт Тилмергәндә ҡалған һылауы ҡупҡан, һарғайған мейес өҫтөндәге, ут ялҡыны ҡарайтып бөткән, йыуылыу күрмәгән ҡомғаны иҫенә төштө... "Ни тиклем әрпеш, тәрбиәһеҙ булғанмын?", – үҙ-үҙенә баһа биреп оялды ҡатын. Сәй ҡайнаны. Икәү ултырып сәй эстеләр. Һүҙһеҙ. Нәзифәнең бар уй теләген аңлай ине бит Илдар, ҡасан булһа ла ҡайтырына ла ышана ине.


Мал тыуарға һыу эсерәм, тип Илдар тышҡа сыҡты. Нәзифә гиҙеп, тиерлек, өйҙәге бар әйберҙәрҙе ҡарап сыҡты. Шул уҡ ҡаралты, шул уҡ ҡорғандар, дивандар яңырған, ә был? Нәзифә мейес артында элеүле торған балалар йүргәгенә ҡарап иҫе китте. Был бит Илгиздеке! Ҡайтырға тип юлға сығыр саҡта ғына еүешләнгән йүргәкте тиҙ генә алмаштырып, сумкаға һыу көйө һалмаҫтан, быраҡтырып киткәйне бит үҙе! Танауына яҡын килтереп Илгизенең бала сағы еҫен тойғандай һағынып, тәрән тын алып ҡуйҙы "Ҡайҙа ғына, кем күҙенә тилмереп йөрөйһөңдөр инде, балам?!"


Еңел генә донья эшенә бирелеп китә алмай ыҙаланды Нәзифә. Күңелен өйкәгәне – малайының ҡырҙа булыуы. "Илдар һорашманы,тимәк өйҙә ҡалған, тип уйлай... Бөгөн үк әйтергә! Иртән барып та алырға! "


Шулай иттеләр ҙә. Кистән мунса төшөп, иртән иртүк мал-тыуарҙы бергәләп ҡарап, силсәүиткә һуғылып адрес, телефон номерҙарын алып, "Йылы йорт " ҡа киттеләр. Төш мәле ине. Тәмләп кенә ашханала тамаҡ туйҙырып сығып килгән Илгизде өлкән тәрбиәсе кабинетына саҡырып әсәһе һәм таныш түгел ағай янына ултыртты. Йылмайыу йүгергән әсәһенең йөҙөнән күҙен алманы малай:"ниндәй һылыу уның әсәһе!Ә был ағай кем икән? Таныш та кеүек, ят та?!"


Хәл айышын матур итеп аңлатты тәрбиәсе апай. Бөгөн, ошо минуттан ишек асып ҡайтасағын белеп, ат менгәндәй ҡыуанды ул. Һикерә-йүгерә, тиерлек, йөрөр ине, саҡ тыйылды. Сыҡтылар. Ишек алдында торған машинаға ултырып ҡуҙғалдылар. Бер кем өндәшмәй Шым." Кем һин, ағай?",– тип һораһа көлөрҙәр кеүек, түҙҙе. Юл Тилмергәнгә боролмай, Таулыға үтеп киткәс тағы аптыранды. Өндәшмәне. Боролоп- боролоп Тилмергән ҡалған яҡҡа ҡарап- ҡарап ҡуйҙы машина тәҙрәһенән. Сәйер. Ят, әммә матур йорт янына туҡтанылар. Төштөләр. Әйҙүкләп әсәй өйгә өлтөрәне . "Был ни ғиллә?",-малай һаман аптырауҙа. "Әллә төшмө?"


Бары өйгә ингәс кенә әсәй кеше оҙаҡ йылдар йәшереп килгән серҙе сисеп, был мыйыҡлы ағайҙың уның атаһы булыуын, тағы ла Илгиздең Илшат исемле ағаһы барлығын бәйән итте. Ни тиергә белмәй Илгиз шаҡ ҡатты. Шулайтмай ни, өс дүрт көн эсендә бар доньяһы үҙгәрҙе бит, атаһы табылды,ағайлы булды.


Эстән ныҡ ҡыуанды. Тик Тилмергәндәге утһыҙ ҡараңғы йорт иҫенән китмәне, ҡурҡыныс төш кеүек...
Яңы йыл да етте. Мул табын әҙерләп, ике яҡтан өләсәй олатайҙар саҡырылды. Бик бай хәҙер Илгиз, яңғыҙ түгел! Шатлығы эсенә һыйманы ғына, тәмләп әле был, әле теге ризыҡҡа үрелде. Байрам салюты ла аттырҙылар, ҡасандыр кешеләр байрам иткәнен күҙәтеп кенә ятҡан булһа, бөгөн үҙе һауаға тылсымлы кеүек күренгән осҡондар сәсер салют аттырҙы...


Яңы йыл иртәһенең өр яңы көнөндә Илгизгә тәғәйен саңғы һәм бер ҡумта татлы күстәнәс ишек тотҡаһына бәйләп кителгән ине.


Ҡыуанысының сиге булманы, башын юғары сөйөп, ҡуйынына ҡыҫып көткәнен шыбырланы:"Ҡыш бабай, рәхмәәәәт!"
Күм күк ҡышҡы һыуыҡ һауала болан егеп, Ҡыш бабай елеп баралыр кеүек күренде уға...


* * *
Р.S.
Тилмергәндә ҡалған өйҙөң яҙмышы яңы тыуған йылдың йәйендә йәшен уты ҡамсыһына эләгеп, янып, юҡҡа сыға. Иҫке- моҫҡо урап йәшерелгән "бал "лы феләк, ҡайнауы бөтөп, боҙ булып ҡатып, һауытын тышҡа тибеп,сыҙамай ҡырын ятып, зәһәрен сәсә алмай шул утта сәсәй. Бер кем әсенмәне был йорт өсөн...
Миңзәлә СИРҒӘЛИНА,
Баймаҡ районы,
Икенсе Этҡол ауылы.
Читайте нас: