Кисә булып үткән хәл – ваҡиғалар ҡырт итеп иҫенә төштө. Төш кенә булһа ярар ине, тип үҙ – үҙен семтеп ҡараны, күҙҙәрен бер асты, бер йомдо, ләкин бәләкәй генә йөрәге күкрәгенән сығырҙай булып, ул мине ҡыйырһытты, йәнемде һәм тәнемде бысраҡҡа һалып тапаны, тип әрнеп иланы.
Лилиә ололарға тиң аҡылы менән үҙен ярамаған эш өҫтөндә тотолғандай һиҙҙе һәм намыҫының әрнеүенән ҡалтыранды, үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәне. Уның бөгөн иларлыҡ та хәле ҡалмаған ине. Төпкө бүлмәлә бер нимә белмәй хырылдап йоҡлап ятҡан атаһын күргәс, сирҡаныу һәм ҡурҡыу ҡатыш нәфрәт менән ҡараны. Бәлки, был ҡәбәхәт үҙ атаһы түгелдер, бәлки, ул атаһы ҡиәфәтенә кергән аждаһалыр. Үҙ атаһы булһа, Лилиә менән улай оятһыҙ ҡыланмаҫ, йәберләмәҫ ине. Юҡ, атаһы улай итмәҫ ине... Уйҙары шул урынға еткәс, күҙҙәренә бөрсөк-бөрсөк йәштәр тулды һәм улар туҡтауҙы онотоп йомшаҡ мендәргә аҡтылар ҙа аҡтылар...
Кисә Лилиәгә 7 йәш тулды. Ул был көндөң тиҙерәк килеп етеүен әллә ҡасандан бирле көтә ине, сөнки әсәһе уға капрон күлдәк алып бирермен тигәйне. Лилиәнең күлдәктәре бар ҙа ул барлыҡҡа, ләкин күрше ҡыҙы Розаныҡы кеүектәре юҡ шул, сөнки аҡсаға бер ҙә генә мандый алмайҙар. Атаһы ашарға аҙыҡ, кейергә балаларының әйбере бармы – юҡмы икәнлеге тураһында күптән инде уйламай. Бар белгәне – дуҫтары менән араҡы эсеп, күңел асыу...
Әсәһенең эшкә урынлашырға бөтөнләй мөмкинлеге юҡ, сөнки ул – инвалид, биҙгәк ауырыуы менән ауырый. Дүрт кешенән торған ғаилә уның пенсияһына ғына ҡарап тора ла инде.
Холоҡһоҙ һәм вайымһыҙ ирҙе бер түгел ике баланың үҫеп килеүе лә уйға һалмай, ул быға тиклем нисек ҡандала кеүек йәшәгән, шулай йәшәүен дауам итә, әгәр ашарына булмаһа, эскән һайын ҡатынын дөмбәҫләй.
Кисә әсәһе ҡалаға барып пенсияһынан ҡыҫып – ҡымтып алып ҡалған аҡсаһына ҡыҙының тыуған көнөнә тип әллә ни ҡиммәтле булмаһа ла, күлдәк һатып алып ҡайтты. Шатлыҡтан Лилиәнең түбәһе күккә тейгәндәй булды. Шатлығын бүлешергә тип күрше ҡыҙы Розаларға йүгерҙе, ләкин уның ҡыуанысын уртаҡлашыусы кеше булманы.
Розаның әсәһе капрон күлдәк кейгән ҡыҙға күҙенең ҡырыйы менән генә ҡарап ҡуйҙы, ә Роза Лилиәне әйләндереп – тулғандырҙы ла “ фу”тип кенә ебәрҙе. Күршеләренең был ҡылыҡтары Лилиәнең кәйефен ҡырҙы ҡырыуын, әммә ҙур шатлығын һис тә кәметә алмай ине. Ул нисек йүгереп килгән, шулай йүгереп ҡайтып китте. Әммә өйҙә уны йәмһеҙ күренеш көтә ине. Иҫереп алған атаһы эсергә аҡса таптырып әсәһен дөмбәҫләй, ә ҡустыһы ҡурҡышынан нимә эшләргә белмәй ҡалтыранып диван артында ултыра.
Әсәһен йәлләүҙән Лилиәнең йөрәге күкрәгенән килеп сығырҙай булды, ул әсе итеп ҡысҡырып ебәрҙе һәм атаһының ҡулына барып йәбеште. Ләкин иҫерек ир ҡыҙҙы иҙәнгә алып бәрҙе. Күпмелер ваҡытҡа Лилиә иҫен юғалтты. Күҙен асҡанда, атаһы аҡайған күҙҙәре менән уға ҡарап баҡҡан, ә әсәһе өйҙә юҡ ине. Ул, моғайын, ҡоҙғон тырнағынан ысҡынған ҡош кеүек, ҡурҡышынан балаларын өйҙә ҡалдырып сығып ҡасҡандыр.
Ҡыҙҙың аңына килеүен аңлаған ир уны күтәреп диванға һалды һәм матур күлдәгенең итәге өҫкә күтәрелгән ҡыҙына һөҙөп ҡараны. Кинәт ҡабынған нәфсеһен тыя алмай, ҡыҙын сисендерә башланы.
Башта бала атаһының ни эшләргә теләгәнен аңламаны, ә аҙаҡтан аңлаһа ла ҡаты һуғылыуҙан хәлдән тайғас, бер ҡаршылыҡ та күрһәтә алманы...
Иҫерек ир эшен бөтөргәс оло йоҙроғон танау төбөнә килтереп терәп:”Әсәйеңә әйтәһе булма!” – тип киҫәтте.
Меҫкен бала йөрәгенең әрнеүен дә, тәненең ауыртыуын да, әсәһен йәлләп бер нисә көн йәшереп йөрөһә лә, түҙмәне, бөтә булғандарҙы әсәһенә һөйләп бирҙе. Әсә кеше был хәбәрҙән бер килке шаңҡып торҙо, әйтерһең, аяҡ аҫтындағы ер уйылды. Бер – ике көн ни эшләргә белмәй аңҡы – тиңке йөрөгәндән һуң тейешле урынға хәбәр итте.
Атай исемен йөрөткән ҡәбәғәт ирҙе күп йылдарға иркенән мәхрүм иттеләр. Рәшәткә артына килеп эләгеүенең тәүге көндәренән уның үҙенән «петух» яһанылар.
Балаларҙың икеһе лә, әсәләренең һаулығы ҡаҡшау сәбәпле, балалар йортона тәрбиәгә тапшырылды.
...Һәр бер кеше был донъяға үҙенән һуң ниндәйҙер эҙ ҡалдырыу өсөн тыуа: кемдер халҡының бәхете өсөн бар ғүмерен, йәнен бирергә әҙер, тыуған иленә хеҙмәт итә, икенселәр лайыҡлы балалар тәрбиәләп үҫтереп, үҙенең кешелек бурысын үтәй. Был тормошта кеше көсөн файҙаланып йәшәп, бүтәндәргә түгел үҙ ғаиләһенә лә яҡшыыҡ эшләмәгән, файҙа килтермәгән, үҙ ҡанынан тыуған сабыйын мәсхәрә иткән кешенең кеше исемен йөрөтөргә, атай исемен йөрөтөргә хаҡы юҡ!
Учалы районы, Учалы ауылы.