Бөтә яңылыҡтар

Дуҫтың башын борайыҡ. (Булған хәл)

Минең тормошомда эскелеккә урын юҡ конкурсына#башҡортҡатынҡыҙы#башҡорттархәмергәҡаршы#эскелеккәурынюҡДуҫтың башын борайыҡ.(Булған хәл)Бөгөн йома көн булғанғамы икән, һөнәрселек училищеһында айырыуса йәнлелек һиҙелә: һөнәр алырға ярҙам итеүсе уҡытыусылар, мастерҙар, аҙна бөтә, иртәгә ял көндәре башлана, тип ҡыуанһа, яҡындағы ҡаланан һәм райондың төрлө ауылдарынан килеп уҡып йөрөүсе егет-ҡыҙҙар, бигерәк тә, ятаҡханала йәшәүселәр, өйгә ҡайтабыҙ, тип шатланышалар ине.


Төрлө фәндәрҙән уҡытҡан ҡатындар тиҙерәк өйгә ҡайтып, бөтмәҫ – төкәнмәҫ эштәрен башҡарырға ашыҡһа, профессиональ сергә өйрәтеүсе мастерҙарҙарҙың ҡайһы берҙәре, пятница – тяпница, тип план ҡороша ла башлағайны. Бигерәк тә, кисәге күп тейәп ташлауҙан баштары сатнап ауыртҡан Сәғиҙулла, Тәлғәт һәм Хәбир иртәнән алып нисек кенә ауыртҡан башты төҙәтергә, тип план ҡороу өҫтөндә инеләр. Аҡса булыуын булһа, хәҙер бер аҡ башты килтерергә йүгертерҙәр ине лә ул, юҡ шул, юҡ аҡса тигән, кеҫәлә оҙаҡ ятмай торған нимәкәй. Бигерәк тә, бөгөн, береһендә лә аҡса юҡ ине.
Бындай сетерекле хәлдәрҙә хәҙер генә яйын таба торған яҡшы ойоштороусы, тренер Тәлғәт, егеттәр Ғиндулланың кисә ҡыҙы тыуған, киттек уны ҡыҫырға, тине. Ҡалғандар уның һүҙҙәрен дәррәү хупланылар. Сәғиҙулла, ә әйе, әгәр ҡыҙым тыуһа, мин бер ҡумта аҡ баштарҙы ултыртасаҡмын, тип ауыҙ йырта ине, хәҙер ҡуймай ғына ҡараһын, ир кешенең әйткән һүҙе – атҡан уҡ булырға тейеш, тине.
Уның был вәғәҙәһен мин дә ишеттем, тип һүҙгә ҡушылды Хәбир, башының ауыртҡанына иғтибар бирмәҫкә тырышып.
– Киттек Ғиндулланы ҡыҫырға, сығып китһә, беҙ бөгөн уны тота алмаясаҡбыҙ, – тип йомғаҡлап ҡуйҙыТәлғәт.
Дәрестәрҙе этеп – төртөп биреп бөтөргәндән һуң, һөйләшелгәнсә, ирҙәр мотоциклға тейәлешеп Ғиндулланың ҡапҡа алдына барып та туҡтанылар. Яңы ғына дауаханаға барып ҡатыны һәм яңы тыуған ҡыҙына күстәнәстәр алып барған һәм өйгә кереп кенә торған Ғиндулла үҙенең дуҫтарын ҡолас йәйеп ҡаршыланы, сөнки ҡыҙы тыуғанлыҡтан, уның ҡыуанысының иге – сиге юҡ ине.
Бүтәндәр малай көткән саҡта, Ғиндулла түҙемһеҙләнеп ҡыҙ бала тыуғанын өҙөлөп көттө, сөнки уның ике улы бар ине инде. Хатта ҡатынын тиҙ ярҙам машинаһы менән дауаханаға оҙатҡан саҡта ул, Әлфинур, зинһар ҡыҙ тап, яраймы, тип үҙенең үтенесен өҙөлөп белдерҙе. Әйтерһең, дауаханала һин һораған баланы тоттороп сығаралар. Ҡыҙыҡ та инде был ир–ат халҡы. Бөтә нимә лә еңел генә эшләнә, тип уйлайҙар был тормошта.Ауыртыуға саҡ түҙеп ултырған ҡатынға, ахырҙа, ризалығын белдереп баш ҡағыуҙан башҡа сара ҡалмағайны. Шулай итеп, көтөп алынған ҡыҙ ине ул Ғиндулланың был тыуған ҡыҙы.
Шатлығынан ауыҙы ҡолағына еткән Ғиндулла ҡапҡа алдында торған ирҙәрҙе өйгә саҡырҙы. Шуны ғына көткән дуҫтар бер нисә секунд эсендә өҫтәл артына ҡунаҡлағайнылар ҙа инде.
– Да, брат, ҡотлайбыҙ һине, ҡотлайбыҙ, – тине ошондай осрашыуҙарҙы оҫта һәм йәһәт кенә ойоштора белеүсе Тәлғәт. Ҡалғандар ҙа, буш ҡалмайыҡ, тигәндәй, әйе, афаринһың да инде, әй һин, шилма малай, ювелирная работа бит был, тип ауыҙ йырҙылар. Ике малай эргәһенә, матур ғына ҡыҙ ҙа булды. Йә, булмаһа, йыуып ебәрәйек, тиешеп рюмка артынан рюмканы һелтәп кенә торҙолар.
Иҫке ҡурға яңынан араҡы өҫтәлгәс, ауырышҡан ирҙәрҙең баш ауыртыуы яйлап юҡ булды, кәйеф күтәрелде, һүҙ бутҡаһы күбәйҙе. Бер килке ултырып арып киткән ирҙәрҙе тик өҫтәл артында ултырыу ялҡытты, улар тартырға тип ишек алдына сыҡтылар. Шул саҡ Ғиндулланың өй телефоны шалтыраны, баҡһаң, ҡәйнәһе шылтырата икән, ҡәйнәһендә ҡалған малайҙары атаһын, әсәһен таптыралар, шуға күрә күрше ауылға, ҡәйнәмдәргә барам, тине Ғиндулла.
Бер килке булып алған ирҙәргә был осрашыу ҙа, ултырып алыу ҙа аҙ тойолдо, әйҙә беҙ ИЖ – Юпитер мотоциклы менән һине комфорт менән генә малайҙарыңдың эргәһенә алып барып еткерәсәкбеҙ, тип Ғиндулланы ла мотоциклға ултыртып ирҙәр күрше ауыл яғына һыпырталар ине инде.
Ғиндулланы ҡәйнәһенең өйө янында төшөрөп ҡалдырғандан һуң, ҡыҙып алған ирҙәр, “тяпница”ны дауам итеү теләге менән, был ауылдағы дуҫтарынан кемде һығырға тип уйлашҡандан һуң, Дауыттың ҡапҡа төбөнә килеп туҡтанылар, ләкин уның ҡатынының ҡапҡа алдына сығып бер ҡысҡырыуынан был өйҙөң янында, нисек кенә иҫерек булмаһындар, бер күренеп ҡалдылар.
Көтмәгәндә улар урам буйлап ҡайтып килеүсе Азатты күрҙеләр.Үткән аҙнала ғына ул улына кәләш алып туй үткәрҙе, әйҙәгеҙ әле ҡыҫайыҡ үҙен, тине ойоштороусы Тәлғәт. Азат колледжда эшләп йөрөүсе был ирҙәрҙең һәр береһе менән таныш, үҙе лә ҡасандыр шул уҡыу йортон бөтөрөп хәҙер үҙ ауылында фермер булып эшләй, үҙ малдарын үрсетә, шуға йыш ҡына колледжға йомошо ла төшөп тора, йә теге техника кәрәк, йә тегенеһе, йә быныһы тигәндәй, шуға күрә юлында осраған ирҙәрҙе һыйлар өсөн өйөнән ике аҡ башты алып та сыҡты, хатта закускалары ла бар ине. Бына китте бит, әй, үҙе байрам, үҙе туй. Ирҙәр яйлап иҫерҙеләр, телдәр көрмәлде, һүҙ көрәштереү башланды.
Ирҙәрҙең апаруҡ булғандарын күргән Азат, минән бурыс төштө, хәҙер колледжға яҡты йөҙ менән һоранып барырға ла мөмкин, ҡатын өйгә саҡыра, тип тайыу яғын ҡараны.
Иҫерешкән ирҙәр артабан ҡайҙа барғандарын, кемдәргә кереп йөрөгәндәрен асыҡ ҡына хәтерләмәйҙәр ҙә, тик шуныһы, килгәндәрендә ҡап-ҡара булып ятҡан ергә ап-аҡ ҡар ятҡайны, көслө һалҡын ел дә өрә. Башта, мотоциклға тейәлешеп ҡуҙғалып киткән ирҙәр ел һыуыҡлығын да, ҡараңғы кистең һалҡынлығын да һиҙмәнеләр, ләкин һыуыҡ үҙ эшен эшләне, ахыры, руль артында ултырған мыҡты кәүҙәле Сәғиҙулла үҙәккә үткән һыуыҡтан мотоциклды туҡтатырға мәжбүр булды һәм, унан төшкәс, өшөгән ҡулдарын бер килке оҙаҡ ҡына ышҡып торҙо. Артыҡ һыуыҡлыҡтан бер килке айныған Сәғиҙулла, кит, әй, был тиклем дә һалҡын булыр икән, өшөттөрҙө бит, түҙерлек түгел, тип үҙ – үҙен һуҡҡыланы. Алпан – толпан мотоциклдан килеп төшкән ҡалған теге икәү бер килке иҫерек баштары менән Сәғиҙуллаға ҡарап торғандан һуң эштең айышына бер аҙ төшөнгәс, саҡ әйләнгән телдәре менән аҡыл өйрәтергә керештеләр. Шулай ҙа тел сарлап тороуҙан фәтеүә булмаясағын аңлап, люлькә эсендә генә ултырып килгән Хәбир үҙенең фуфайкаһын сисә башланы һәм, кей, әй, минең фуфайканы, мин все – таки эстә генә ултырам, ә һиңә ел һыпыра һуғып өрә шул, тине саҡ телен әйләндереп. Мә, тот, тип фуфайкаһын Сәғиҙуллаға тотторҙо. Ләкин ҡалын кәүҙәле Сәғиҙуллаға ул бәләкәй булып сыҡты.
Дауай, беҙ уға фуфайканы ел өрмәһен өсөн кире яғын әйләндереп кейҙереп ултыртайыҡ, тип аҡыллы фекер әйтте ойоштороусы Тәлғәт һәм уның һүҙен тыңлап фуфайканы киреһенсә кейҙереп тә ҡуйҙылар Сәғиҙуллаға. Төймәләрен артҡы яҡтан эләктереп булмаһа ла, не беда, зато ел ҡуйыныңа үтеп керә алмаҫ, тине Хәбир.
Инде фуфайканы кейҙереп эште бөтөргәндән һуң, мотоциклды яңынан ҡабындырып, алпан – толпан ултырышып ҡайтыр юлға ҡабаттан юлландылар.
Улар ҡуҙғалып ҡына китәр алдынан ямғыр ҡатыш ҡар ҙа яуа башланы, күҙҙе лә асырлыҡ түгел.
Килә торғас, ни сәбәптәндер мотоциклдың фараһы ла һүнде. Ҡараңғы төндә бер нимә лә йүнләп күрмәгән Сәғиҙулла, газға баҫыуы булды, мотоциклдың тәгәрмәсе соҡорға төштө һәм мотоциклды әйләндерә һуҡты. Бер ни аңғармай килгән Тәлғәт менән Хәбир апаруҡ ҡына осоп барып төштөләр, ә руль артында ултырған Сәғиҙулла мотоциклдан бер – ике метр алдағы йыраҡлыҡҡа осоп төшөп, аңын юғалтҡайны.
Тәлғәт менән Хәбир, үҙҙәренең ауыртыныуҙарын да һиҙмәй килеп торғандан һуң, ерҙә тауышһыҙ ятҡан Сәғиҙуланы күреп ҡалдылар, ләкин уныһы тере икәнлеген бер нисек тә һиҙҙертмәне.
«Үлгән» тигән уй телеп үтте иҫерек баштарҙы, фуфайкаһының төймәләренең өҫтә тороуын, ә башының аҫҡа ҡарап ятыуын күргән Тәлғәт, бының бит башы икенсе яҡҡа боролған, давай кире бороп ҡуяйыҡ, тип Сәғиҙулланың башын кире урынына бороп ҡуярға ярҙамға Хәбирҙе саҡырҙы. Улар ултырып китер алдынан үҙҙәре үк уға фуфайканы кире яғы менән кейҙереүҙәрен бөтөнләй иҫтәренән сығарғайнылар шул.
Хәбир Сәғиҙулланың иңбашынан тотто, Ә Тәлғәт уның башын көслө итеп бора ла башланы. Ҡаты ергә төшөп аңын юғалтҡан Сәғиҙулла шунда уҡ муйындағы ҡаты ауыртыуҙан иҫенә килде һәм ҡысҡырып һүгенә башланы, ләкин башты бороусылар уның һүгенеүенә иғтибар ҙа бирмәй артабан башты бороп маташҡан саҡта, ауыртыуға түҙер хәле ҡалмаған Сәғиҙулла муйынын бороусыларҙың башта береһен, ә аҙаҡ икенсеһен уңға – һулға һалып осорҙо. Бер нимә лә аңламаған теге ике бәндә, аптырашып бер – береһенә ҡарап, өнһөҙ ҡалдылар һәм ҡолаҡ төбөнә Сәғиҙулланың кувалды кеүек ауыр йоҙроғоноң көсөн яңаҡтарында татыуҙан бер килке иҫһеҙ ултырҙылар һәм артабан ҡалған ярты юлды мотоциклды этәреп ҡайтып еттеләр.
Шулай итеп, араҡыны күп тейәү арҡаһында, Сәғиҙулланы муйынһыҙ ҡалдыра яҙған Тәлғәт, Хәбир һәм Сәғиҙулла ваҡиғаһын оҙаҡ йылдар иҫкә төшөрөрҙәр һәм мәрәкә итеп һөйләп иҫкә алыр булдылар.

Әнисә ФӘРРӘХОВА,

Учалы районы, Учалы ауылы.


Читайте нас: