Бөгөн ҡунаҡҡа саҡырышҡанда эсергәме, эсмәҫкәме тигән һорауға яуап эҙләйбеҙ. Ошо хаҡта материал яңыраҡ “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” төркөмөндә булғайны. Әйҙәгеҙ, һөйләшеүгә ҡушылып, һеҙ ҙә үҙ фекерегеҙҙе әйтегеҙ.
Шулай итеп, һеҙ ҡунаҡ йыйырға ҡарар иттегеҙ. Иң тәүҙә табын әҙерләү өсөн сығымдарығыҙҙы иҫәпләгеҙ һәм мөмкинлектәрегеҙҙе барлағыҙ. Өҫтәл һәм нисә урын? Кемдәрҙе саҡырырға? Теге ваҡыт Шәмсинур еңгәлә һуғым ашында булғайнығыҙ, ит өйөлөп, араҡы ағып торҙо. Тимәк, һеҙҙең төп сығымдарығыҙ ит һәм араҡы буласаҡ. Исемлекте барлайбыҙ. Кемдәр эсә, кемдәр ифрат ныҡ эсә, хәҙер шуларҙы барлап, һанап, нисек итеп ҡәҙимге ҡунаҡлашыуҙы, ябай ғына эскеһеҙ табынға әйләндерергә? Әгәр алданыраҡ аш ашап, һыйланып, сәй эсеп кенә ултырасаҡбыҙ, тигәнерәк мәғәнәлә ишаралап ҡуйһағыҙ нисек булыр икән? Ана бит, Рәхимйән еҙнә яңы ғына запойҙан сығып, кодировка үтепме ҡайтҡайны. Яҡын еҙнә, уны нисек ҡалдыраһың инде. Өҫтәлдә араҡы ултырһа, ул да үреләсәк бит инде. Бына шундай-шундай һылтауҙар, сәбәптәр эҙләгеҙ, булмаһа, табығыҙ. Өҫтәлегеҙ тулы емеш-еләк, йәшелсә, бер нисә төрлө салат (хәйер, уныһын беҙҙең халыҡ бик мөрхәтһенмәй шикелле) өйөлөп ятһын. Магазин билмәнен һала күрмәгеҙ тағы, сығарып түгергә тура килер, йә эткә ашатырһығыҙ. Билмәнде үҙегеҙ эшләгеҙ, һурпаға ҡайнатығыҙ, ҡат-ҡат һорап ашарҙар. Бына, мин әйтте, тиерһегеҙ. Исемлекте барланыҡ, ҡунаҡтарҙы саҡырҙыҡ, өҫтәлдең ни рәүешле икәнлеген беләләр, ҡыҫҡаһы, һеҙҙән бурыс төштө. Ҡунаҡтарығыҙ килер, бик асылмай ғына ашанып ултырырҙар, береһе лә боғаҙығыҙҙан алып араҡы таптырмаҫ. Әлбиттә, беренсе тапҡыр бит, һөмһөрө ҡойолоп ултырғандар ҙа булыр, шулай ҙа рәхмәт әйтерҙәр, артығыҙҙан һөйләнеп тә йөрөмәҫтәр. Шулай өйрәтеп алаһың инде. Ниңә, быға тиклем әҙ эстекме ни? Көтөп тороғоҙ, әйтергә онотҡанмын, ҡайтҡанда күстәнәсте мулыраҡ тоттороғоҙ. Өйҙә атайым менән әсәйем хәҙер иҫерешеп ҡайта, күстәнәстәрен юғалтмаһалар, ярар ине, тип балаларығыҙ йоҡламай ултыра. Әйҙә, исмаһам, күстәнәстәр өсөн улар ҡыуанһын.