Ағиҙел
-3 °С
Ҡар
ӘҘӘБИӘТ
ЙӘМҒИӘТ
ӘҘӘБИ ЯҢЫЛЫҠТАР
ВК
ТЕЛЕГРАМ
Бөтә яңылыҡтар
"Минең тормошомда эскелеккә урын юҡ"
23 Февраль 2019, 01:43
Гүзәл СИТДИҠОВА. ЭСМӘГӘН ТУРҒАЙ. С. Михалковҡа эйәреп. (автор теләге буйынса, конкурстан тыш)
Гүзәл СИТДИҠОВА (С. Михалковҡа эйәреп тигеләй) ЭСМӘГӘН ТУРҒАЙ Килеп сыҡҡан әлеге хәл Ҡоштар туйында, Көрәгәсе күреп ҡала Өҫтәл буйында: Турғай эсмәй, хәйләләшә - Тик һут ҡулында .
- Ни ҡыланып ултыраһың
Һыу эсеп кенә, -
Тип бәйләнә көрәгәсе
Турғай меҫкенгә.
Ҡунаҡтар тауыш сығара,
Ҡоялар «штрафлыҡ» ,
Ҡыҫтап-ҡыҫтап эсереүҙән
Кисереп шатлыҡ.
Сирләһәм дә төп күтәрәм! -
Тип Өкө шаулай ,
Эс тә эс тип барыһы ла
Турғайҙан даулай.
Штрафлығы тип әллә күпме
Тағы өҫтәйҙәр,
Турғай меҫкен йоҡлап китә
Ауып өҫтәлгә.
Икенселәй ҡыҫтатмай ҙа
Һемерә турғай.
... Эскеселек бына шулай
Башлана, туған!
© Гүзәл Ситдиҡова
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?