Беҙ эскән тәүге әсегән бал алтынсы класта эләкте. Наил тигән малайҙың әсәһе эргәләге туғайҙа тал ҡырҡышҡан өсөн рәхмәт йөҙөнән тоттороп сығарҙы. Шым ғына эстек, шаярышып уйнаныҡ. Тәүге һынауҙы шулай үттек. Мәктәпте тамамлағанда араҡы тәмен белгән, вино эсеп ҡараған егеттәр, ҡыҙҙар инек. Армияла йөрөп ҡайттыҡ, оҙатҡанда ла, ҡайтҡанда ла эске мул булды. Туйҙар башланды, тәүге бәпестәр тыуҙы. Йәштәштәрем ғаилә ҡорған арала мин сельхозды тамамлап, ауылға агроном булып ҡайттым. Былай, йылы ҡабул иттеләр. Мин үҙем, заманса әйтһәк, аралашыусан, йәғни, коммуникабельный кешемен. Ғаиләм – ҡатыным, ҡыҙым, аҙаҡ тағы бер ҡыҙым. Ауылда йәшәгәс, ауылса йәшәргә тура килә. Халыҡ шаҡтай иркен йәшәй башланы, ҡунаҡ саҡырышыу көслө, бер-береңде һыйлау – самаһыҙ. Шулай ҙа, самаһыҙ эсеп, урамда ятманым, “прогул” яһаманым, ҡатынымды урам буйлап баҫтырып йөрөмәнем. Тәүге мотоциклымды һатып алдым, тәүге авария миңә һабаҡ бирҙе: эскән килеш руль артына ултырырға ярамай! Хәҙер, ҡырҡ йыл була, ошо ҡағиҙәне һаҡлайым. 3-4 машина алыштырҙым, бер тапҡыр ҙа машинамды эскән килеш йөрөтмәнем.
Етәксе вазифаларҙа булдым, ҡул аҫтындағылар күпселеге эскән, дауаланған, ваҡытлыса “өҙөп” торған кешеләр ине. Улар менән нисек интегеүемде үҙем генә беләм. Улар күптән онотҡандыр, йәки теге донъяға күсеп бөткәндер. Береһен дә тәрбиәләй алманым. Ә, баяғы, дауалап, өгөтләп ҡарағаным булды. Шулар менән йонсоған саҡтарымда: “Әллә үҙем дә эсеп китәйемме”, тип өҙгөләнгәндәрем аҙ булманы. Түҙҙем. Шуға инандым: эскән кешелә өмөт юҡ, уны тәрбиәләп булмай, уға ышанырға ярамай, унда эш ҡайғыһы юҡ, ул тик эске хаҡында ғына уйлай. Дөрөҫ, ваҡыт-ваҡыт, ҡушылып китеп, эскеләгәнем булды, бер файҙаһын да күрмәнем.
Алкаштар тураһында минең фекерем: уларҙың күпселеге һәләтле, булдыҡлы, хатта аҡылы кешеләр. Ләкин араларында йәшерен ялҡауҙар бар. Эйе, ялҡауҙар эскелекте үҙҙәренә битлек итеп алған һәм шуны бик оҫта файҙалана. Тикшерә торғайным, эскесеме, әллә ябай ғына эт ялҡауымы? Әгәр ябай эскесе булһа, өмөт бар, ә ялҡауҙа бер ышаныс та юҡ. Шуға, ҡарағыҙ, эскесе тип йөрөгән кешегеҙ ҡәҙимге ялҡау булыуы бик ихтимал.
Ҡунаҡлашыу хаҡында бер нисә һүҙ. Беҙҙең халыҡ йомарт, ләкин таяҡтың ике башлы икәнлеген онотмайыҡ. Хәҙер, беҙҙең бәхеткә, һыйлашыу, көсләп эсереү аҡырынлап, юҡҡа сығып бара, шикелле. Бирһен хоҙай, беҙгә лә өйрәнергә ваҡыт. Өҫтән төшмәй, асыуланып, үпкәләп, битәрләп һыйларға, эсерергә, иҫертергә, мотлаҡ ҡолатырға тырышҡандарын күп күрергә тура килде. “Тыныс кешемен, шулай ҙа һеҙ мине ҡолатып, нимәгә өлгәшергә итәһегеҙ?” – тип, күҙҙәренә ҡарап, һорағаным булды. Шул һүҙ тәьҫир итә, уңайһыҙланалар, был ҡунаҡ эсмәй, тип, ситкә китәләр. Ысынлап та, ҡунаҡлашыуҙа үҙ-ара аңлаша белеү, йәғни бер-береңде хөрмәт итеү кәрәктер ул.
Хәҙер зауыҡтар үҙгәрҙе, яраҡлаша белергә кәрәктер. Спиртлы эсемлектәр менән дә шул уҡ хәл. Хәҙер улар ҡиммәтләнде, етмәһә, күп төрлө һәм, белеүемсә, күпселеге ялған араҡы – суррогат эсемлек – һаулыҡ өсөн бик зыянлы. Бына шундай шарттарҙа йәшәйбеҙ, етмәһә, ғаилә ҡорабыҙ, балалар үҫтерәбеҙ.
Фекерҙәрем бик буталсыҡ яҙылды, бәлки, оҡшап та етмәҫ. Ғәйепләмәгеҙ, ҡулдан килгәнсә тырыштым. Шуға төшөндөм, был донъя матур һәм уны эсмәйенсә лә йәшәп була.