Ирҙәр иртә үлә тибеҙ, ә уның сәбәбе күп осраҡта – эсеү. Корпоратив кисәләрҙә, туйҙарҙа, юбилейҙарҙа (күберәк кафеларҙа үткәрәләр) ғәҙәткә кергән. Ундай кисәләрҙә араҡы мәсьәләһе үҙәктә тора. Тамаданың бөтә эше – ҡунаҡтарҙы эсеүгә йәлеп итеү (барыһы ла бер юлы аяғүрә баҫып, рюмка күтәргәндә эсмәгән кеше лә эсер!). Аҙаҡ ҡунаҡтар ата – улды, инә – ҡыҙҙы белмәҫ хайуан хәленә керә.
Шулай, бер энемдең 50 йәшен үткәргәндә туған-ырыуҙан башҡа, эштән (производственный цех) йәштәр күп ине, ундағы хеҙмәттәштәренең ҡыланыштарына иҫ китте. Бәҙрәф янында йыйылып торалар һәм парлап-парлап, икеһе бер кабинаға кереп сығалар.
Бына шулай, эсеү организмға (бигерәк тә бауырға) зыян итеп кенә ҡалмай, шул сәбәптән зина ҡылыусы икенсе хәшәрәт ауырыуҙар ҙа йоҡтора. Шул уҡ күренеш “Останкино”лағы телеканалдарҙа ла күҙәтелә, тип һөйләгән ине унда массаж яһап йөрөүсе берәү. Хәҙер шулар үҙенең үрнәге менән халыҡты “тәрбиәләй”. Ул хәлдәрҙә йоҡҡан ябай ғына микроарганизмдар ҙа (хламидиоз, трихоманада) организмға кереп, күбәйеп, йомғаҡҡа әйләнеп, ҡаты ауырыуҙарға килтерә. Аҙаҡ ни эшләп улай иртә китте..., ниңә бала ғәрип тыуҙы..., ни өсөн (? !) тип яҡындарының йәне көйә. Шайтан уйынынан ҡәҙимге кеше хасил булмай инде.
Балаларҙы ла бәләкәйҙән “культурно” эсергә өйрәтер өсөн, тыуған көндәренә бокалға градусһыҙ шарап һалып, ололар бала менән сәкәштереп, теләк теләйҙәр. Ҡарап тороуға абруйлы ғына ҡунаҡтар, аҙаҡ, ни өсөн йыйылғандарын да оноталар, сусҡа хәленә керәләр. Балалар “ояһында ни күрһә...” артабан шулай йәшәй инде...
Башҡорт менән татар һуғыштан һуң ғына эсә башлағас, уларҙың ҡаршы торорлоҡ иммунететы әҙ, шуға күрә тиҙ бирешәләр. Инде олоғайып бөткән (60-80 йәштәге) ҡатын-ҡыҙ сәбәбе сыҡҡан һайын өҫтәлгә шешә ултыртып, балаларына үрнәк күрһәткәс, йәштәргә ни ҡала инде? Шунан һуң нисек балаңа “эсмә” тип әйтәһең? Шулай, бер атай баларына “ эсегеҙ, белеп эсегеҙ” тигәнен гел ишетергә тура килде. Ул үҙе бирешмәне бирешеүгә, ләкин ғаиләлә уның балаларының күбеһе, хатта ҡайһы бер ейәндәре эскесегә әйләнеп, барыһы ла тиерлек был донья менән иртә хушлаштылар.
Тағы ла миҫал, былтыр бер таныш апайҙы тиҙ генә 85 йәше менән ҡотлап сығарға кергән инем дә, дуҫтары – өс әбей килеп инде. Өҫтәлгә коньяк, кагор ултырттылар, “Хоҙай биргән ризыҡ” тип (миңә төрттөрөп) һәр бер рюмканы эсеп ҡуйҙылар. Закускаға сусҡа колбасаһы менән салаттар, шулай уҡ окрошка килтереп ҡуйҙылар. Был харам ризыҡтарҙы хужабикәнең 60 йәштәрҙәге ҡыҙы әҙерләгән... Ошо күренештәргә ҡарап, был ғәҙәтте “туҡтатып булмаҫ” тип уйлап әрнеп ҡуйҙым.
Эскелек ниндәй һөҙөмтәләргә килтергәненә тағын бер-ике үҙем белгән миҫал килтермәй булмай. Өфөләге бер күренекле таныштарыбыҙ ғаиләһе менән шайтан ҡотҡоһына бирелеп, һәләк булдылар. Улар ауылына ҡайтышлай ҙа, китешләй ҙә беҙгә инеп, ҡунып китәләр ине. Яҡындары инде “ҡаршы ала ярты менән, оҙаталар литр менән”.
Бер шулай өҫтәл артында ултырғанда ҡатыны әйтә: “Зәйтүнә, әйҙә эсәйек, ирҙәр эсә бит, беҙ уларҙан кәмме ни? ” – ти. Мин уға күрәҙә кеүек яуап биргәнмен икән: “ Йә, ни килеп сыға инде ғаилә менән эсһәк, “семейный подряд”? Һеҙҙең ике малай, беҙҙең ике малай, уларҙы кем тәрбиәләй? Улар үрнәк алып, юлдан сығырҙар ҙа үҙебеҙ аһ-зарҙа ултырырбыҙ."
Ул һаман үҙенекен итә: “Шул турала ни эшләп улар (ирҙәр) уйламай? ” Ысындан да уларҙың эсеүе көсәйҙе, шул арҡала ҡатын да “запой” ваҡытында уяна алмай вафат булды, балалар ҙа иртә китте (береһе аҫылынған, икенсеһенең “ҡыйығы ҡыйшаған”, Аллаһ һаҡлаһын! Хужа кеше икенсе ҡатын менән тороп ҡартайып, үҙ үлеме менән китте. Ҡатындар “шайтан һыуы”на тиҙ бирешеүсән, нәфсегә бирелмәйсә, балаларҙың киләсәген ҡайғыртыу кәрәк тә бит...
Бер класташым да (күрше ҡаланан) пенсияға сыҡҡас, шул эш буйынса “семейный подрядҡа” күсеп, ҡатыны, улы менән өсәүләп бер-бер артлы һәләк булдылар. Мин бер кис алдан шалтыратып, иртән юбилейы менән ҡотларға тип барған инем, ишекте асмайҙар. Аптырап, күршеһенән тышҡы ишекте астырып, подъезға инеп, туҡылдаттым-туҡылдаттым, юҡ. Күрше әйтә: “Улар асмай ул, өсәүләп бикләнеп бер-нисә көн эсәләр” – ти. Минңә шок булды. Өҫтәүенә, Стәрленән тағы бер-ике дуҫыбыҙға килергә ҡушҡан инем. Башты эйеп әйләнеп ҡайтып киттек инде... Икеһе лә ҙур белемле ине, класташым гел етәксе вазифаһын башҡарҙы, ҡатыны колледжда уҡытты, улы шофер ине. Башта ҡатыны үлде, уянмай, унан улы, ир һуңыраҡ, ләкин аҙаҡҡа саҡлы эсеүҙе туҡтатмаған, шул килеш, өйҙә бер үҙе булғанда теге донъяға күскән. Ләхеткә аяҡ ҡулдарын да турайта алмайынса һалдылар. Шул хәтле аҡыллы, шаян, башҡа ауылда уҡығанда беҙҙе һаҡлап ҡурсалап йөрөүсе балалыҡ дуҫыбыҙҙы был хәлдә күреүе ҡыйын булды. Эсеп үлгән кешенең төҫө лә ҡара, шомло була бит.
Урамда күҙҙәре тоноп, йөҙө ҡарайып китеп, башын түбән эйеп килгән ҡатын күрһәм, был ғаиләлә кемдер эсә, йәки наркомандыр тип уйлап китәм. Ысындан да, әгәр таныш булып, һөйләшеп китһәк, шулай булып сыға ла. Күп осраҡта эскән өсөн ҡатыны ҡыуып сығарған ир заты ата-әсәһенә ҡайтып тора. Ундайҙарҙың береһе лә, тигәндәй, эшләмәй. Ҡарттар уларҙы үҙ пенсияһына аҫрай. Ундай әсәләрҙең күңелендәге аһ-зарҙы һөйләп бөтөрлөк түгел. Эскесе улдарҙың ҡайһы береһе аҡса таптырып, хатта әсәһенә ҡул күтәрә, көсләп эсереп, уны ла өйрәтә, бергәләп бикләнеп эскәндәр бар. Шайтан иҫерек кешенең ҡанына кереп ултыра, оятын ҡасыра. Шуға күрә улар араһында төрлө әҙәм ишетмәгән хәлдәр килеп тыуа. Аллаһ һаҡлаһын!
Беҙҙең күрше йортта ғибрәтле хәл булды. Әлеге шул ҡатынынан ҡыуылып ҡайтҡан ир әсәһе менән ике бүлмәле фатирҙа тора ине. Һикһәнен ҡыуған әсә кеше уны ҡарай, ашата, кейендерә, баҡсаһында бер үҙе эшләй, ҡайҙа ғына уны осратһаң да, улым бер үҙе, тип ҡабаланып, өйгә йүгерә. Яңыраҡ тап булып, хәлен һорашҡас, ремонт эштәре менән йөрөүен әйтте. Баҡтиһәң, уға халыҡты социаль яҡлау хеҙмәте санаторийға түләүһеҙ путевка биргәс, барып ял итеп ҡайтһа, ни күҙе менән күрһен: ҡайтыуына фатирында улы ут сығарып, үҙе лә янып үлгән. Бына бит ни генә күрмәй әсә башы?! Әсә туғыҙ ай күтәреп йөрөгән, төндәрен йоҡоһоҙ үткәргән, үҫтергән, дәресен ҡарашҡан, артабан уҡытҡан, ҙур өмөттәр бағлап, ошо һөҙөмтә булыр тип уйлағанмы ни? Балаларҙы бәләкәйҙән үк эсеүгә ерәнеү тойғоһо тыуҙырыу өсөн үҙебеҙгә көс һалырға кәрәк шул. Мин уны йәштән үк аңлай инем, малайҙарымды, инә ҡаҙ шикелле, “ҡанаттарымды йәйеп”, ундай йоғонтоларҙан һаҡлап йөрөнөм. Аллаға шөкөр, өмөттәрем аҡланды.
“Халыҡ эшһеҙлектән эсә” – тип әйтеүселәр бар. Был сәбәп юғарыла килтерелгән миҫалдарға ҡағыламы? Дөрөҫ түгел ул. Ялҡаулыҡ, иманһыҙлыҡтан килә эскелек. Йәштәргә лә теләгән кешегә эш табырға була. Уларға бит шунда уҡ эш хаҡының ҙуры кәрәк, А. Малаховтың бер тапшырыуындағы геройҙар һымаҡ йәшәгеләре килә. “Әлпен-һүлпән көн үтһен” тип эшләгәс, ундайҙарҙы етәкселәр оҙаҡ тотмай. Шулай бер ҡыҙ институт тамамлағас, ике йыл һөнәре буйынса бер шәхси фирмала эшләне лә, “банкротландыҡ” тигән булып, уны эштән сығарҙылар. Хәҙер бер йыл эш эҙләй, ҙууур түләгәнен тапмай. Туғандары: “Курьер булып булһа ла, кер, 3 меңгә лә риза бул, исмаһам үҙеңә ашарлыҡ булыр, яҡшы эшләһәң, үҫтерерҙәр, яйлап, эш хаҡы күбәйер, кеше эшләй-эшләй, тырышлыҡ менән генә уңышҡа өлгәшә”, – тип әйтеп-әйтеп ҡараһа, ҡыҙ: “Оялмай, нисек унда эшләп йөрөйһөң?” – ти. Башҡаһы булмаһа ла, һауалылыҡ, тәкәбберлек бар. Тап шундай кеше ялҡауға әйләнә лә, үҙенең тормошо менән ҡәнәғәтһеҙлектән, төрлө насар юлдарға баҫа ла инде. Хәҙер балаларҙы тормошто күңел асып, рәхәтлектә, ләззәттә йәшәргә өйрәтәләр бит.
Бер шулай “перестройка” ваҡытында автобус менән ауылға ҡайтып барғанда әрмәндәр менән һөйләшкәнемде онота алмайым. Улар элекке килешеү буйынса колхозда һаман төҙөлөш эштәре алып бара икән. “Колхоздың аҡсаһы юҡ, ауыл халҡы насар эшләй. Улар көндәлек эш хаҡын алалар ҙа ике көн эшкә сыҡмай эсәләр”– тип һөйләнделәр. Мин: “Улай булғас, ни эшләп һаман ҡайтып китмәйһегеҙ? ” – тим. Яуап: “Беҙ ҙә улар кеүек башлаған эште ташлап китергәме ни инде? Түләйҙәрме, түләмәйҙәрме - эшләйбеҙ! Ә аҙағын Хоҙай белә”. Һүҙһеҙ ҡалдым. Әсәйем дә: “Ҡасып китһәң дә, сәсеп кит” тиер ине.
Эйе, Хоҙай белә шул – харам ғәмәл, харам эсемлектәр өсөн бәндәләр язаһыҙ ҡалмай. Ә хәләл ғәмәл өсөн көнөндә булмаһа, кәрәк ваҡыты еткәс, үҙенең рәхмәтен бирә.
Зәйтүнә КӨҪӘПОВА (Ильясова).