Бөтә яңылыҡтар

Иң төп бәлә – эскелек. Ни өсөн Рәсәйҙә иң күбе ирҙәр ҡырыла?

Күптән түгел РФ Һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова илдә ирҙәрҙең күпләп үлеүенең төп сәбәбе – эскеселек, тип билдәләне. Был һүҙҙәрҙә әллә ни яңылыҡ юҡ, ирҙәрҙең ҡырылыуы күптән билдәле. Шуныһы өмөтләндерә, бәлә иң юғары кимәлдә тәүге тапҡыр танылды.

Бәлки, беләһегеҙҙер, Сергей Шнуров тигән низағлы йырсы бар. Һәр хәлдә, үҙен йырсы тип йөрөтә. Әлеге Шнур шул арала йыр ҙа сығарып өлгөргән.
“Статистически, попробуйте, замерьте
Подойдя точней к вопросу, строже.
Алкоголь – причина нашей смерти,
Но и жизни он причина тоже”.
Ҡыҫҡаһы, күпселек балалар мөхәббәт буйынса түгел, ата-әсәләрҙең иҫерек килеш яратышыуы һөҙөмтәһендә ярала. Үкенескә ҡаршы, быныһы ла яңылыҡ түгел, хәҙер йыр-моң булып яңғырауы ғына уйландыра.
Читайте нас: