Бөтә яңылыҡтар

"АҒИҘЕЛ" ЖУРНАЛЫ КОНКУРСЫНА. Нимә булды һиңә, ауылҡайым?..

"АҒИҘЕЛ" ЖУРНАЛЫ КОНКУРСЫНА #башҡортҡатынҡыҙы #башҡорттархәмергәҡаршы #эскелеккәурынюҡНимә булды һиңә,ауылҡайым?..

Нимә булды һиңә, ауылҡайым?

Насар даның китте таралып...

Һиңә замананың бар яманы

Йылан кеүек алды уралып.

Күпме йәп-йәш егет-елкенсәкте

Йәшел йылан ҡыра аҫтыртын...

Әгәл-бөгәл йөрөй һыра тотоп,

Өй усағын һаҡлар ҡыҙ-ҡырҡын.

Ниндәй генә гөнаһ шомлоғоноң

Рәнйеүҙәре төштө өйөлөп,

Юҡҡа сыға тотош ғаиләләр,

Йәшәр генә саҡта һөйөлөп...

Аң томалар осһоҙ араҡының

Шешәләре ята ер тулып,

Бер мәл, түҙгәндәрҙең сыҙамлығы,

Бер шеш кеүек китер йыртылып.

Араҡылар һатҡан ауылдаштар,

Рәхмәт теймәй һеҙгә, көтмәгеҙ,

Киләсәктә Хоҙай ярлыҡауын,

Доға ятлап, өмөт итмәгеҙ.

Нимә булды һеҙгә, ауылдаштар,

Һәр кем бейек ҡойма артында,

Былай барһа тормош, киләсәктә,

Зәхмәт ҡырыр йәшен-ҡартын да...


Әнисә Мәхийәнова.



Читайте нас: