“Үле һыу”ҙың инеше ҡайҙа?
Аҙыҡ-түлек магазиндарында һатылһа ла, алкоголдең ризыҡ менән бер ниндәй бәйләнеше юҡ. Киң сауҙаға сығарылған был ифрат ҡурҡыныс ағыу халыҡҡа сир, үлем, ҡайғы, күҙ йәштәре генә килтереүгә һәләтле. Ләкин йәмғиәт төрлө сәбәп арҡаһында әлеге хәҡиҡәтте күҙгә элмәҫкә тырыша.
Алкоголле эсемлектәр миллионлаған кешенең һаулығын ҡаҡшата, ғүмерен тиҫтәләрсә йылға кәметә һәм, һөҙөмтә булараҡ, үлем күрһәткесен арттыра, йөҙҙәрсә мең зәғиф аңлы һәм ғәрип бала тыуыуға сәбәпсе була, бәлә-ҡазаларҙы йышайта, енәйәтселекте көсәйтә, хеҙмәт етештереүсәнлеген түбәнәйтә, тауар сифатын төшөрә, иҡтисади үҫеште тотҡарлай... Тағы ла ҡурҡынысырағы – был ағыуҙың баш мейеһенә һәм енес ағзаларына көслө тәьҫир итеүе, тимәк, кешелеккә юҡҡа сығыу хәүефе менән янауы.
XIX быуатта уҡ Чарльз Дарвин тигән ғалим шундай фекер әйткән: “Алкоголь ҡулланыу арҡаһында тыуған бәләләрҙең эҙемтәләре менән хатта чума, аслыҡ һәм һуғыш бергә килтергән зыян да тиңләшерлек түгел”. 1975 йылда Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ассамблеяһы шундай ҡарар сығарған: “Алкоголде һаулыҡты ҡаҡшатыусы наркотик тип һанарға”. Ҙур Совет энциклопедияһында “Алкоголь наркотик ағыуҙар иҫәбенә инә” тип һүҙмә-һүҙ әйтелгән (II том, 116-сы бит). СССР-ҙың 1982 йылғы Дәүләт стандартында (№ 1053 ГОСТ 5964-82) “Алкоголь – этил спирты... көслө тәьҫирле наркотиктар иҫәбенә инә” тиелгән...
Раҫланыуынса, бер стакан һыра ла кеше организмында структур үҙгәрештәр тыуҙыра. Алкоголде оҙаҡ ваҡыт ҡулланған хәлдә тән туҡымалары сафтан сыға, мейелә иһә был айырыуса иртә һәм тиҙ арала сағылыш таба. Тәүҙә ҙур ярымшарҙар һәм кесе мейе ҡорой, уларҙың ҡатлауы нейрондарының үлеүе сәбәпле йоҡара һәм һулый (В.К. Болецкий, “Тезисы научной конференции”, М., 1955). Швед ғалимдары иҫбатлауынса, спиртлы эсемлектәр ҡулланыуҙың дүртенсе йылына баш мейеһе, миллиардлаған күҙәнәге үлеү арҡаһында һулып, сырышҡан була. “Аҙлап эсеүселәр” ҙә үҙҙәрен ошондай хәлгә дусар итә – мейе кибеү уларҙың 85 процентында күҙәтелгән (“Наука и жизнь”, № 10, 1985).
Эскелектең наркоманиянан һис бер яғы менән кәм булмауын, кешелек яҙмышына ни ҡәҙәрем ҙур хәүеф менән янауын, әлбиттә, фәнни хеҙмәттәр уҡымайынса ла күреп, тойоп, аңлап торабыҙ. Аҫылдарҙан-аҫыл ирҙәр, гүзәлдәрҙән-гүзәл ҡатындар ошо ҡәһәрле эсемлеккә бәйлелек арҡаһында күҙ алдыбыҙҙа бик ҡыҫҡа ваҡытта кешелектән сыға, яҡты донъя менән иртә хушлаша. Шул уҡ ваҡытта “үле һыу” магазиндарҙа ирекле һатылыуын дауам итә. Халыҡты зыяны буйынса морфий, әфиүн, хлороформ, эфир, марихуана кеүек наркотиктарҙан күпкә көслөрәк булған алкоголде ҡулланыуҙан бер нисек тә тыйып булмаймы ни? Ни өсөн шулай? Бөтә кеше бит уның зыяны хаҡында яҡшы белә!.. Төрлө саралар күрелә, яҡшы һөҙөмтәгә өмөт итәбеҙ, әммә һәр саҡ теләгәнебеҙҙең киреһенә шаһит булырға мәжбүрбеҙ, йәғни афәт таралыуҙан туҡтамай. Сәбәбе, әлбиттә – алкоголь тигән ағыуҙы һатыуҙан килгән аҡсаның дөйөм кешелек бәләһен үҙ мәнфәғәттәре алдында сүпкә лә һанамаған айырым бер ҡатламдың кеҫәһен тулыландырыуы.
“Ниндәй байҙар? Кемдәр күҙ уңында тотола?” – тип аптырарһығыҙ. Әлбиттә, һеҙҙең менән беҙҙең арала баймын тип күкрәк ҡағып йөрөгәндәре түгел, ә бик юғары даирәләрҙә, донъя кимәлендә иҡтисади эшмәкәрлек алып барған әфәнделәр. Ябай ғына итеп әйткәндә, олигархтар. Күптәре күләгәлә ҡалыуҙы, аҫтыртын эш итеүҙе хуп күрә, төрлө сәйәси әләм күтәреп, шуның менән ысын йөҙөн ышыҡлағандары ла бар. Улар өсөн ябай халыҡ – ҡулланыусы, һатып алыусы, эшсе көс, электорат... Үҙ бизнесын һаҡлап ҡалыу хаҡына бындай әфәнделәр күп нәмәгә әҙер, ҙур байлыҡҡа эйә булғас, мөмкинлектәре лә шаҡтай киң.
Азатлыҡ тигәнебеҙ ҡоллоҡҡа төшөрҙө
Ҡаты ҡанундар сығарып, барыһына ла бер юлы сик ҡуйыу мөмкин һымаҡ, әммә... Эйе, булмай шул. Йәмғиәт ағыуланған. Эскелек, наркотиктар ғына түгел, демократия менән дә. Советтар Союзы осоронда “ҡоро закон” сығарыу мөмкин булған да ул, ә бына хәҙер – юҡ. Араҡы менән һыраны тыйыуҙы, һис шикһеҙ, “кеше хоҡуҡтарын сикләү” тип ҡабул итәсәктәр. Бындай хәлде үрҙә әйтелгән байҙарҙың ҙур еңеүе тип танырға мәжбүрбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “кеше хоҡуҡтары” тип һылтанырға өйрәнгән йәмғиәттең наркомания һәм фәхишәлек кеүек тағы ла әшәкерәк күренештәрҙең дә асыҡтан-асыҡ тарала башлауы өсөн юл биреү ихтималлығын инҡар итеп булмай.
Бында һүҙ Рәсәй менән генә сикләнмәгән. Илебеҙҙе донъяла барған ошондай ялған демократик сәйәсәттең ҡорбандары иҫәбендә генә миҫалға алырға була. Барыбыҙ ҙа белеүенсә, бөгөнгә дөйөм йәмғиәттә Көнбайыш сәйәсәте өҫтөнлөк итә һәм “кеше хоҡуҡтары” тигән сир ҙә беҙгә шул тарафтарҙан килеп “йоҡто”. Бөгөн кешелек ябай ҡара квадрат рәсемен бөйөк сәнғәт әҫәре тип һанай, йыртыҡ күлдәк-ыштанды модаға индерҙе. Быға дәғүә белдереп ҡара – донъянан артта ҡалған, аң кимәле түбән кеше тип таныясаҡтар, көләсәктәр. Көнсығыш байҙарының үҙ мәнфәғәттәрендә халыҡты зомбилаштырыу сәйәсәте бына ошолай тормошҡа ашырыла.
Берәү ҙә бер кемде лә үҙ яғына мәжбүри ауыштыра алмай. Әлбиттә, кешене буйһондорорға була, әммә уның күңелен, рухын көс менән яулап алыу мөмкин түгел. Шуға ла хәҙер ирек ҡуйыу алымын ябай халыҡҡа ҡарата киң һәм бик уңышлы ҡулланалар. “Һеҙ демократик йәмғиәттә йәшәйһегеҙ, хоҡуҡтарығыҙҙы сикләй алмайҙар” тигән һүҙҙәр, үкенескә ҡаршы, ахыр сиктә кешеләрҙе кеше булыуҙан тыйып, ҡолға әйләндерә.
Күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ: Рәсәйҙә спиртлы эсемлектәр һәм тәмәке бөтөнләй тыйылды, ти. Әлбиттә, быға эре бизнес хужалары менән бер рәттән үҙебеҙҙең аранан да күпселек ҡаршы төшәсәк. Ғүмер буйы айыҡ йәшәгәндәр ҙә, сөнки “ярты”һыҙ, “перекур”һыҙ тормош улар өсөн ят. Ғөмүмән, йәмғиәт үҙе теләмәйенсә бер ниндәй тыйыу ҙа ярҙам итмәйәсәк.
Хәтерләүебеҙсә, 1986 йылда Горбачев спиртлы эсемлектәр һатыуҙы сикләй башлағас, халыҡ быны бер нисек тә аңлай алманы. Тәҙрә таҙартҡыстар, хушбуй эсеп ағыуланыусылар күбәйҙе, виноград ҡыуаҡлыҡтарын ҡырыу һәм алкоголле эсемлектәр етештергән заводтарҙы эшһеҙ ҡалдырыу дөйөм протест тыуҙырҙы. Нисек кенә булмаһын, миҙалдың икенсе яғына иғтибар итергә теләмәнеләр. Баҡһаң, “ҡоро закон” тыуымдың бығаса күрелмәгән үҫешенә сәбәпсе булған. 1986 – 1990 йылдарҙа был күрһәткес 500 мең сабыйға артҡан! Бик яҡшы аңлашыла: эскелек булмағанда кешеләрҙә йәшәү, күпләп балалар үҫтереү дәрте көсәйә икән. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: рәсми һандар буйынса, ошо өс йылда илдә алкоголизм күренештәре өс тапҡырға кәмегән.
Әгәр әҙәбиәт, сәнғәт һәм киң мәғлүмәт саралары ватансылыҡҡа, үҙ халҡына һәм тарихына һөйөүгә тейешле әһәмиәт бирмәһә, уларҙы үҙ илен тарҡатыуға өлөш индереүҙә ғәйепләргә була, тигән фекер менән килешәһегеҙме? Быға төрлө ҡараш булыуы ихтимал, шулай ҙа тап ошо өлкәләрҙең беҙҙең идеология өсөн яуаплы булыуын күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай.
Бөгөн илебеҙҙә мәғлүмәт баҙары бик ныҡ үҫешкән. Әммә бының ҡыуандырырлығы самалы шул: кинәнеп ултырып уҡырлыҡ гәзит һәм журналдар, мауығып ҡарарлыҡ телеканалдар, тыныс күңел менән тыңларлыҡ радиоканалдар бармаҡ менән һанарлыҡ, Интернет селтәрен әшәкелек баҫҡан. Бындай түбән хәлгә төшөүҙең сәбәбен халыҡтың цензураһыҙ материалдарға ихтыяжы үҫеү менән аңлатырға өйрәнделәр, йәнәһе, киреһен эшләү әлеге лә баяғы “кеше хоҡуҡтарын сикләү” була. Ә дәүләтте көсһөҙләндереүгә һәм халыҡты аҙҙырыуға килтергән ялған ҡиммәттәрҙе пропагандалау менән кешеләргә нәфрәт һаҡлаған, иленә дошман булған әҙәмдәр генә шөғөлләнә ала түгелме?
Әхлаҡ ҡанундарын емергән, изге ҡиммәттәрҙе аяҡ аҫтына һалып тапаған, ҡанһыҙлыҡ, вәхшилек, әшәкелек тәрбиәләгән мәҡәлә һәм тапшырыуҙарға ихтыяж булыуы – ҡот осҡос фажиғә. Был, алда әйтеүебеҙсә, халыҡты иреклегә түгел, ә үҙ ихтыяры бөтөнләй булмаған ҡолға әйләндерә. Иң ҡыҙғанысы – ошо һөжүмдең йәш быуын аңына нығыраҡ йүнәлтелеүе. Кино йәки телевидениела алкоголь ҡулланыу булмаған һәм эскелек мәсьәләһе ҡуҙғатылмаған берәй фильм күргәнегеҙ бармы?..
Совет осоронда оҙаҡ йылдар халыҡ-ара бәйләнештәр өлкәһендә эшләгән, хәҙер юғары уҡыу йорттарының береһендә уҡытҡан урта йәштәрҙәге юрист менән танышмын. Уның эскелек, наркомания һәм тәмәке тартыу кеүек бәләләрҙең таралыуына ҡарата фекерҙәре башта йылмайырға ғына мәжбүр иткәйне, бөгөн иһә уйландыра. “Һәр Яңы йыл алдынан беҙҙең халыҡҡа тамсы ла тәрбиәүи әһәмиәте булмаған, киреһенсә, яуапһыҙлыҡҡа, әшәкелеккә өйрәтеүсе бер үк фильмды күрһәтәләр, – ти ул. – Сюжеты шул тиклем ябай: бер ир дуҫтары менән мунсаға барып, аңын юғалтҡансы эсә лә бәхетен таба. Бында берәй фәһем алырлығы бармы, исмаһам?.. Етмәһә, кем эсә бит әле – табип! Ә ниндәй ҡатындар күмәкләп “типтереп” йөрөй? Эйе-эйе, уҡытыусылар! Интеллигенцияны мәсхәрәләү, эскелекте пропагандалау тип кенә ҡабул итәм мин быны. Бына бит телеэкран аша беҙҙе нимәгә өйрәтәләр! Беләһегеҙме, алкоголде мунсанан алда ла, йыуынған саҡта ла, сыҡҡас та ҡулланыу ҡурҡыныс. Ошо фильмды күрһәткән тәүге биш йылда ғына ла Яңы йыл байрамы алдынан мунсала иҫерек килеш 400-ләп кеше үлгән!..”
Уйланырға урын бар, әлбиттә. Әммә эш был фильмда ғына түгел. Телеэкрандарҙа һунар итеүҙең һәм балыҡ тотоуҙың рәсәйҙәрсә үҙенсәлектәре хаҡында тағы ла мәғәнәһеҙерәктәре сыҡҡыланы. Эскесе шоферҙар, пилоттар, электриктар, хәрбиҙәр, милиционерҙар күрһәтелгән ватан комедиялары байтаҡ. Был һөнәр эйәләре бит иң уяуҙары, иң айыҡтары булырға тейеш! Тормошта эскелек киң таралған хәлдә лә, бындай ғибрәтте телевизорҙан күрһәтеү мотлаҡ түгел, сөнки халыҡ, айырыуса йәш быуын, кино геройҙарынан үрнәк алыусан.
Һуңғы йылдарҙа киң мәғлүмәт сараларында иҫерткес эсемлектәрҙе рекламалау сикләнде, ләкин был һис тә еңел һуларға ирек бирмәй, сөнки һыра етештергән компанияларҙың исемдәре, саҡырыуҙары барыбер төрлө ерҙә күренеп тора. Һыра эскән иргә ҡыҙҙар “ҡабып” бара, уға ышаныслы дуҫтар табыу, ниндәйҙер ҙур ҡоролма йәки йорт төҙөп ултыртыу бер ни тормай, ҡунаҡ табыны өсөн дә иң төп талап – күп итеп һыра һатып алыу... Шундай фекерҙәр тыуҙырырға тырышалар беҙҙең аңда. Һыра рекламаһына ышанһаң, заман геройы – ул ҡатын-ҡыҙҙарҙы бирсәткә кеүек алмаштырған, өйөндә бер ни эшләмәй, ҡырын ятып, телевизорҙан спорт уйындары ҡарарға яратҡан, көн дә кис дуҫтары менән “типтергән”, эсергә ҡамасаулаған бар нәмәне емерергә әҙер ир. Ысынында бөтөнләй киреһе булһа ла, рекламалағы “ҡанундар” халыҡтың аңына нығыраҡ һеңә.
Алкоголле эсемлектәрҙең тышындағы ваҡ яҙыуҙар ҙа уйға һала. Мәҫәлән, “Чрезмерное употребление пива может повредить вашему здоровью” тигән һөйләм. Ә нисек була ул артығын эсеү? Һыра һемереүҙең самаһы күпме? “Бик күп эскән хәлдә зыянлы булыуы ихтимал” тип сәй, ҡәһүә ҡаптарына, хатта таҙа һыу һалынған шешәләргә лә яҙырға була, сөнки саманан артыҡ ҡулланғанда бөтә нәмә лә организмға хәүефле. Һыраның иһә бер стаканы ла зарарлы.
Әйткәндәй, шуныһы ла аңлашылып етмәй: ниңә сәләмәт тормошҡа ауаздаш булған спорт өлкәһе алкоголле эсемлектәр етештергән компанияларға күҙ төбәй? Хоккеймы, футболмы, боксмы – барыһының да бағыусыһы булып йә һыра, йә араҡы фирмалары сығыш яһай. Беҙҙең ир-ат уларҙың продукцияһын яратҡан спортсылары ҡатнашлығындағы матчтарҙы ойоштороуҙа ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт йөҙөнән генә күпләп һатып алып эсмәйме икән?
Телевидениенан бер тапшырыу танк дивизияһының көсөнән килмәгән миссияны ла атҡарып сыға ала, тиҙәр. Бында шикләнеү урынһыҙ. Шуға күрә телекомпаниялар килем һәм рейтингынан алда социаль яуаплылыҡ тураһында уйланһын ине. Халыҡты бит насар тапшырыуҙарҙы ҡарауҙан тыйып йә күҙен бәйләп ултыртып ҡуйып булмай.
Хәмер ҡайһы бер халыҡтарҙы бөтөнләй ер йөҙөнән юйған. Ышанмайһығыҙмы? Ә Төньяҡ Америка индеецтарының алкоголь ярҙамында 40 йыл эсендә тотошлай тиерлек һәләк ителеүен иҫкә алһаҡ? Эйе-эйе, ырыу башлыҡтары алкоголле эсемлектәр ҡулланыуҙы йолаға индергәндән алып ни бары дүрт тиҫтә йыл йәшәгән индеецтар.
Әйткәндәй, үткән быуат урталарында беҙгә лә ошондай яҙмыш янаған бит. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фашистар тарафынан яулап алынған көнсығыш биләмәләрҙә тап шундай сәйәсәт үткәрелергә тейеш булған. 1942 йылда Гитлер үҙенең ҡыҫҡаса директиваһында ошондай мәғәнәле ни бары өс һөйләм яҙған: “Уларҙы ишаралап аралашыу кимәленә төшөрөргә. Бер ниндәй гигиена, прививкалар булырға тейеш түгел, фәҡәт араҡы һәм тәмәке. Беҙ баҫып алған биләмәләр һәм халыҡтар өсөн социаль программа: мәктәптәр ҙә, уҡытыусылар ҙа, кино ла юҡ”. Дошман шуны яҡшы белгән: араҡы һәм тәмәке халыҡты бик ҡыҫҡа ваҡытта бер ниндәй крематорийһыҙ һәм газлы камераһыҙ ҙа ҡырып бөтәсәк.
Эскелек менән тәмәкенең халыҡты һындырыуҙа, геноцид ойоштороуҙа тиңһеҙ ҡорал булыуын донъя хакимлығына дәғүә итеүселәрҙең барыһы ла яҡшы белә. Был хаҡта таныш табиптарҙың береһе һөйләгәйне. “СССР тигән бик ҡеүәтле, ҙур ил нисек итеп күҙ асып йомған арала тарҡалды, бөлдө икән, тип аптырайҙар. Ҡайһыларыбыҙ тәбиғәт ҡанундарына һылтана, йәнәһе, бер быуаттан икенсеһенә күскәндә бындай шанлы ваҡиғалар булыуы ғәҙәти. Әммә бер ниндәй закон да, осраҡлылыҡ та түгел был, ә фетнә, – ти ул. – 1985 йылдың ҡышында, сираттағы генераль секретарь Черненконың үлере билдәле булғас, “донъя хөкүмәте” ултырышҡа йыйыла. АҠШ етәкселегендәге “Ҙур етәү” тап шул сарала беҙҙең илде емерергә, илленән ашыу бойондороҡһоҙ дәүләткә бүлергә һәм уларҙы үҙ-ара дошманлаштырырға һүҙ беркетә. “Бүлгелә һәм идара ит” принцибы буйынса. “Был ниңә кәрәк булды икән?” – тиерһегеҙ. Баҡһаң, иҡтисад белгестәре иҫәпләп сығарыуынса, 2020 йылға Көнбайыш илдәренең тәбиғәт ресурстары бөтәсәк. Берҙән-бер ресурс сығанағы булып Ерҙең алтынан бер өлөшө, йәғни беҙ тыуып үҫкән ер, ҡаласаҡ. Бай урындарға хужа булыу маҡсатында Советтар Союзын тарҡатыу өсөн йөҙәрләгән миллиард доллар аҡса ташлайҙар. “Гарвард проекты” тип аталған программа буйынса ошо миллиардтарға сәйәси партияларҙы, ҡайһы бер эреле-ваҡлы чиновниктарҙы, киң мәғлүмәт сараларын һатып алыу башлана, һөҙөмтәлә 1991 йылда Наполеондың, Гитлер һәм Даллестың теләктәре тормошҡа аша.
1985 йылда Советтар Союзына ҡарата шундай программа төҙөлә: 2020 йылға тиклем халыҡтың яртыһын ғына ҡалдырырға, йәғни 35 йыл эсендә илдәге һәр икенсе кешене үлтерергә. Төп удар йәш быуынға яһала: төрлө яҡлап алып барылған пропаганда ярҙамында уларҙы енси бәйһеҙлеккә, алкоголь, тәмәке һәм наркотиктарға ылыҡтыралар һәм үҙ-үҙен үлтерергә мәжбүр итәләр. Әйтеүҙәренсә, 90-сы йылдарҙа билдәле сәйәсмән Маргарет Тетчер шундай ҡот осҡос һүҙ ысҡындырған: “Донъя берләшмәһе баһалауынса, Рәсәйҙә иҡтисади күҙлектән ҡарағанда 15 миллион кеше генә ҡалырға тейеш”. Ҡалған 135 миллион ватандашыбыҙҙы эскелек, наркомания һәм тәмәке менән ағыулап ҡырыу күҙ уңында тотола түгелме? Иҫән ҡалған 15 миллион кеше иһә капиталистарҙың ҡоло булып, төрлө ҡара эштәрҙә, металлургия һәм химия заводтарында, ядро ҡоралы ҡалдыҡтары ҡәберлектәрендә эшләргә тейештер инде. Шуныһы ла мәғлүм: был сығыштан һуң бер нисә йыл үткәс, Мадлен Олбрайт ошо уҡ фекерҙе ҡабатлай.
Ҡайҙа уйҙырма, ҡайҙа ысынбарлыҡ?
Ниңәлер киң мәғлүмәт сараларында эскеселәрҙе дәртләндереү маҡсаты төҫмөрләнгән мәҡәләләр күренгеләп ҡала. Йәнәһе, Рәсәйҙәге эскелек – уйҙырма. Бындай фекер менән һис килешерлек түгел. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, донъяла эскелек һаҙлығына батҡан ил булараҡ яманат алғанбыҙ. Быға Көнбайыштың күп көс һалыуын инҡар итеп булмай. Голливуд киноһында тыуҙырылған урыҫ кешеһе образы ысынбарлыҡҡа бөтөнләй тап килмәһә лә, күп илдәрҙә Рәсәй граждандарын фәҡир, битараф, донъянан артта ҡалған, араҡы өсөн йәнен бирергә әҙер халыҡ тип беләләр.
Нисек кенә булмаһын, беҙҙәге эскелекте уйҙырма тип атауҙары башҡа һыймай. Ә бына Рәсәйҙең көслө алкоголде күпләп ҡулланыу буйынса Молдова, Эстония, Португалия, Болгария, Таиланд һәм башҡа илдәрҙән ҡалышып, донъяла 12-се урында тороуы хаҡында БМО таратҡан мәғлүмәт бик ныҡ шикләндерә. Ни өсөнмө? Сөнки илебеҙ бөгөн ялған араҡы диңгеҙендә “йөҙә”. Йыл һайын рәсәйҙәрҙең 40 мең самаһы рөхсәтһеҙ етештерелгән спиртлы эсемлектәрҙән ағыуланып үлә. Суррогат ҡорбандары Афған һуғышында һәм Чечнялағы ике хәрби кампанияла башын һалғандарҙан күберәк! “Суррогат алкоголь менән ағыуланған” тигән диагноз – бөгөн Рәсәйҙә иң киң таралғандарҙың береһе.
Үткән быуаттың 80-се йылдарында тәмәке һәм алкоголле эсемлектәр һатыуҙан алынған табыш СССР-ҙың бюджет килемендә яҡынса 17 процент тәшкил иткән. Был аҡсаға Советтар Союзы Ҡораллы Көстәрҙе, хәрби-сәнәғәт комплексын “аҫрап” торған. Бөгөн иһә алкоголь тармағы предприятиеларына акциз һәм һалымдар ҡаҙнаға ни бары өс процент килем индерә. Шул уҡ ваҡытта хәҙер спиртлы эсемлектәр элеккенән байтаҡҡа күберәк етештерелә түгелме һуң? Эйе, әммә уларҙың күпселеге законһыҙ сығарыла. Бында подвалдарҙа ҡыуылған ағыулы суррогат ҡына түгел, дәүләт ҡарамағындағы эре предприятиеларҙа йәшертен рәүештә, йәғни өсөнсө йә дүртенсе сменала етештерелгән ҡәҙимге сифатлы араҡы хаҡында ла һүҙ бара.
Ғөмүмән, тармаҡтың байтаҡ килеме бюджетты урап үтә. Шуныһы ғәжәп: Рәсәйҙә халыҡҡа һатылған араҡының күләме заводтарҙа етештерелгәндән 80 процентҡа күберәк килеп сыға. Бында сит илдәрҙән индерелгән араҡы иҫәпкә алынмай. Илебеҙҙә көмөшкәнең, башҡа спиртлы шыйыҡсаларҙың күпме һатылғанын һәм эселгәнен иһә бер нисек тә һанап сығарып булмаясаҡ. Шунан әйтеп ҡара рәсәйҙәр аҙ эсә тип! Ысынбарлыҡ кемгә асығыраҡ күренә: үҙебеҙгәме, БМО-ғамы?
Айыҡлыҡты яратмаҫ көнсөл генә
Хәҙер эскелектән ҡотолоу ысулдары күп. Аңға килеү генә шарт – бараһың да дауаланаһың. Әммә шул уҡ ваҡытта беҙҙең халыҡта быға кире ҡараш та бар. Йәнәһе, эскелектән дауаланған кеше һауалана, һаранлана башлай, элекке дуҫ-иштәрен һанға һуҡмай... Әлеге фекерҙең өҫтөнлөк алыуын эскелеккә ҡаршы көрәшкә аяҡ салған етди проблемаларҙың береһе тип атарға булалыр.
Ошо хаҡта бер аҙ уйланып алайыҡ. Кеше эскелек һаҙлығынан сыҡҡандан һуң, һис шикһеҙ, донъяға бөтөнләй башҡа күҙлектән ҡарай башлай. Айыҡ күҙлектән. Эскән сағында уның янында кемдәр өйөрөлә? Әлбиттә, үҙе кеүек үк “төшөрөргә” яратыусылар. Һәр хәлдә, эсмәгәндәр унан ары йөрөүҙе хуп күрәсәк. Тимәк, алкоголизмдан ҡотолған кеше дуҫтарынан түгел, ә эскелек менән ағыуланған йәмғиәттән генә баш тарта. Алда уны яңы танышлыҡтар, дуҫтар, айыҡ йәмғиәт көтә.
Эсеүен ташлағандар һис тә һаранға әйләнмәй, ә ни бары һаҡсылыраҡ була башлай. Хәҙер улар араҡы хаҡына һуңғы әйберен сығарып бирергә әҙер көсһөҙ, ихтыярһыҙ кеше түгел. Айыҡ күҙлектән ҡарап, улар донъяның ҡәҙерен, йәмен тоя, мөмкинлектәрҙе күрә белә, йәшәү дәрте менән яна.
Алкоголизмдан дауаланған кешенең насар яҡҡа үҙгәреүе хаҡында имеш-мимеш таралыуына кемдәр сәбәпсе? Иң элек, әлбиттә, бынан ҡасандыр файҙа күргәндәр. Мәҫәлән, көмөшкәселәр, шешәләштәр, йомоштарын “ярты” ярҙамында үтәргә күнеккәндәр. Ярай, кешеләр эсеүен ташлап, һаран һәм һауалыға әйләнһен дә ти. Зыяны эскелек килтергән бәләләрҙән күпкә әҙерәк бит. Һәр хәлдә, бындай сифаттар кеше һаулығына, ил именлегенә араҡы кеүек үк емергес тәьҫир итмәй.
Элек оҙаҡ йылдар эскелектән яфаланған, хәҙер аңына килеп, дауаланып, яҡшы эшләп йөрөгән, Ислам ҡанундары буйынса йәшәгән, абруйын ҡайтарған, карьера яһаған йәки шәхси кәсеп асҡан, ижади һәләттәрен үҫтергән, төрлө өлкәләрҙә уңышҡа өлгәшкән, ғаилә бәхетен күргән кешеләр арабыҙҙа байтаҡ. Алкоголгә бәйлелек йылдарын улар тормошондағы иң ҡараңғы, иң мәсхәрәле осор тип һанай, иҫкә төшөрөүҙән тетрәнеп китә. Бөгөн яңынан эсә башлау хаҡында уйламайҙар ҙа, сөнки ул осраҡта бөтә ҡаҙаныштары күҙ асып йомған арала юҡҡа сығасағын яҡшы беләләр. “Элекке эскеселәр булмай. Алкоголизм кешелә йә бар, йә юҡ, – тине бер эшҡыуар. – Мин бер эсһәм, оҙаҡ туҡтай алмаясағымды беләм, шуға хәҙер бөтөнләй эсмәйем. Алкоголиктарҙың иң төп хатаһы шунда: улар үҙенең эскелеккә бәйлелеген һәр саҡ инҡар итергә тырыша. Иҫерек кеше лә шулай: күпме эсһә лә, үҙен айныҡҡа һанай. Быны аңлағас, ун йылға яҡын инде тамсы ла спиртлы эсемлек ҡулланғаным юҡ. Кәрәкмәй ҙә”.
Ҡайһы бер сәйәсмәндәрҙең демография проблемаһының иҡтисади хәлгә генә бәйле булыуына шик белдереүе һис тә нигеҙһеҙ түгел. Ниңә ауыр һуғыш йылдарында һәм унан һуңғы осорҙа ғаиләләрҙә унар бала тәрбиәләнгән? Ни өсөн бөгөн тыуым кимәле тормош сифаты буйынса илдә иң алдынғыларҙан һаналған Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта иң түбәне, ә күп күрһәткестәр буйынса артта ҡалған Кавказ республикаларында иң юғарыһы? Бәлки, яҡшыраҡ йәшәгән һайын ишле бала тәрбиәләү теләге кәмейҙер, тиеүселәр булыр. Улайһа, Башҡортостан, тормош шарттары Мәскәүҙеке менән сағыштырырлыҡ булһа ла, ни сәбәпле тыуым буйынса алға киткән төбәктәр исемлеге башында тора? Әлбиттә, бында бер генә яуап: күп нәмә халыҡтың рухи ҡиммәттәргә тоғролоғонан, аң айыҡлығынан, иманлылығынан килә.
Милләтте, дәүләтте, кешелекте һаҡлайбыҙ тиһәк, ағыуы менән тәндәрҙе лә, йәндәрҙе лә һыҙландырған “йәшел йылан”дың зәһәр тешле баштарын бөгөндән киҫкеләп ташларға, башҡаса үҫергә мөмкинлек бирмәҫкә кәрәк. Фән тарафынан иҫбатланыуынса, эскеселәрҙең бәйлелеге быуын һайын нығына. Тимәк, “амбразура”ны беҙ ҡапламаһаҡ, балаларыбыҙға был афәткә ҡаршы көрәшеү тағы ла ауырыраҡҡа төшәсәк. Уларҙан һуңғы быуындарға – бигерәк тә. Әгәр улар хәүефте аңларға һәләтле булһа... Йәки бөтөнләй тыуһа әле...