Бөтә яңылыҡтар

Зомбиҙарға әйләнеп баралар...

Мин бәләкәй саҡта олатай һәм өләсәй йәшәгән ауылға йыш барып йөрөнөм. Хәҙер уларзың өйө буш тора, озак юл төшмәне. Былтыр йәй, ниһайәт, юл төштө. Нимә күрҙем? Ҡот оскос!

Унда өс ғаилә көмөшкә, төрлө исерткес шыйыҡса һата. Республикаға билдәле фән докторҙары, йырсылар бүләк иткән ауыл зомбиҙар ауылына әйләнеп бара. Ауыл советы рәйесенең был мәсьәләгә иҫе китмәй. "Бер кем дә бер кемдең дә ауыҙына көсләп араҡы ҡоймай", – уның яуабы. Элекке йыл бер ирҙең, шул ағыузы эсеп, үз улын һәм үҙ-үҙен атып һәләк итеүе лә туҡтатманы хәмер һатыусыларҙы. Полиция килеп штраф һалһа, ул штрафты бер төндә ҡаплайбыз, тип бот сабып көләләр. Уларға йоғонто яһау юлдарын белмәйем, ҡызғаныска ҡаршы. Ә матур башҡорт ауылы эскелеккә батыуын дауам итә, урамда шәүләгә әйләнгән, кибеп, ҡатып бөткән эскеселәр йылдан-йыл күбәйә"...
Автор исемен күрһәтмәүҙе һораны.
Читайте нас: