Бөтә яңылыҡтар

“Эскесе булып тыумайҙар ул, балам...”

(Бер ир монологы) Бер көн дүрт йәшлек улым һорап ҡуйҙы: “Атай, ни эшләп һин балалар табибы түгел? Унда (балалар клиникаһында) стеналар матур һүрәтле, тәтәйҙәр күп, балалар тауыштары яңғырай, ә һин эшләгән дауахана тимер тәҙрәле, стеналары ла төҫһөҙ, етмәһә, апай-инәйҙәр гел йәмһеҙ ҡысҡыра, ярамаған һүҙҙәр әйтә...” Әле һөйләһәм, бер һүҙемде лә аңламаҫһың шул, балам! Бәлки, үҫкәс, ошо яҙғандарым аша аңларһың...


…Мин — эскесе улы. Иртән айныҡ сығып китһә лә, кискә лаяҡыл иҫерек булып ҡайта атайым. Уның эсмәгән көндәре беҙҙең өсөн оло байрамға әүерелә. Әсәйем, ҡартәсәйем (атайҙың әсәһе), хатта сәңгелдәктә генә ятҡан һеңлем дә был айныҡ көндәрҙе һағынып көтәбеҙ.

Иртән мең тәүбәгә килгән атай кистәрен йә ауа-түнә ҡайта, йә эҙләп алыуға ла ҡалғылай. Иҫемдә, сатлама һыуыҡ ғинуар төнө. Атайым һаман эштән ҡайтмаған (ул мал врачы ине колхозда). Эҙләргә сыҡтыҡ әсәйем менән. Йығылып ятҡан булһа, тип, тимер ялғашты һөйрәп алдыҡ. Бер урамды ҡыҙырҙыҡ, икенсеһен, сәмәй һатҡан өй тирәләрен барлап сыҡтыҡ – юҡ. Ферма урамында ай яҡтыһында ҡарайып күренгән "нәмә"не ҡурҡа-өркә барып ҡараныҡ. Ҡуйынына һаҫыҡ шешәһен ҡыҫтырып, атайым ята. Уны һалам түшәүле ялғашҡа саҡ тейәп (нисек көсөбөҙ еткәндер?!), өйгә ҡарай атлайбыҙ. Аҙым һайын тиерлек туҡтап, әсәйем атайымдың тын алышын тыңлай, башындағы шәлен сисеп, өҫтөнә ябындырып ҡуйҙы бер мәл. Үҙе өшөй. Йәл ине әсәй миңә. Түҙмәнем, юл ыңғайы һорап ҡуйҙым:

— Әсәй, бөтәһенең дә аталары эсмәй ҙә инде! Нишләп һин эскән атайҙы һайланың икән?

Әсәйемде һиҫкәндерҙе кеүек был һорауым.

— Э-э-эй, балам! Һуң уның бит ҡаҡ маңлайына "эскесе" тип яҙылмаған ине!.. – тине.

…Хәтерҙә ныҡ уйылған икенсе хәтирә. Мәктәптән ҡайтып килә инек класташ малайҙар менән. Яҙ. Йылы, сыуаҡ көн. Аяҡ аҫтында гөрләүектәр гөрләй. Атайымдың иң ҡыҙыу байрамы – үгеҙ-тәкә көйҙөрөү осоро – еткәнен белә инем инде, тик магазин алдында бер өйкөм ирҙәр алдында тамаша күрһәтеүсе ул булыр тип уйламағайным да. Шыр яланғас, батҡаҡҡа аунаған атайым, бар халыҡты көлдөрөп, ҡыланып ҡыйнала. Ике йотом дефицит араҡыны ҡулға төшөрөү өсөн бына ниндәй түбәнселеккә риза икән! Малайҙар, берсә – атайыма, берсә миңә ҡарап, һындары ҡатып көлөшә башланы. Йән-фарман ҡайтып ауҙым өйгә, ғәрләндем! Түгелеп иланым! Һүҙһеҙ ҙә аңлаған ҡартәсәйемдең, баш осома килеп:

– Эй, балаҡай! Бер әҙәм балаһы ла доньяға эскесе булып тыумай шул. Йоғошло ауырыу кеүек ул эскелек. Йоҡтороуы йәһәт, ҡотолоуы ауыр. Ғибрәт өсөн генә тыуҙырып, буй биргәнмендер инде атаңа, һис һүҙемде тыңламай бит. Атай менән әсәйҙе алмаштырып йә һайлап алып булмай шул, – тип әсенгәне иҫтә...

…Араҡы – талонға ғына, шәкәр ҙә самалап һатыла башланы бер мәл. Эске эҙләгәндәр колхоз малына ҡайҙандыр килгән шәкәр сөгөлдөрө һығындыһын (патока тиҙәр ине) әсетергә өйрәнде. Мал ауыҙынан биҙрәләп урлап, көмөшкәсе ҡатындарға “градус”ҡа алмашып йөрөнөләр, аҙаҡ, уныһы ла бөткәс, тәҙрә йыуғыс шыйыҡлыҡҡа күстеләр. Ҡайһы ваҡыт атай артынан ҡалмай эйәрә инем, бәлки, мине күреп тыйылыр тип уйлағанмындыр инде, шуға ла нимәне нисек эскәндәрен теүәл белдем. Йомошона ярағанына әжер итеп, кемдер ҡырҡыу эҫле "тройной" хушбуйы ла тоттора ине атайыма.

Аслы-туҡлы ашҡаҙанға был һыуҙар батмай башланымы, атайым бер көн сәсрәп ауырып йығылды. Йотом һыу ҙа үтмәй ауыҙынан, аҡтарылдырып күм-күк йә ҡуйы йәшел төҫтәге һаҫыҡ күперек ҡоҫа. Ирендәре күгәреп, хәлһеҙләнгән атайымды урындыҡта ҡалайтып терелтергә белмәй өйөрөләбеҙ. Әсәйем фельдшерға йүгерҙе, ҡартәсәйем, атайымдың тәндәрен ыуғылап, ауыҙ эсенән ниҙер уҡынып маташа.

Фельдшер килмәне, әсәйем ни эшләргә белмәгәндән бер-ике апай менән таныш түгел ағайҙы эйәртеп ҡайтты. Күҙҙәре аларып, тартышып ыңғырашҡан атайымды тотондолар “качать” итергә. “Тәнен ыуырға спирт йә араҡы кәрәк ине”, – тигәндәрен ишетеп ҡалдым да, һаҡлыҡҡа тип йыйған ваҡ аҡсамды усыма йомоп, киттем көмөшкәсе әбейгә үҙ белдегем менән. Сирыла-сирыла тинлектәремде сүпләп, шешә төбөнә генә “йәнгә инер һыу” ҡойоп бирҙе әбей. Елдереп ҡайтып еттем – атайым терелһә, булған!

Бик оҙаҡ ыуып, тағын әллә ниндәй әмәлиәттәр ҡылып, саҡ аяҡҡа баҫтырҙылар атайымды инде үлде тигән ерҙән. Ошо терелеүҙән инде башҡаса эсмәҫ, тигәйнем, арыу уҡ эсмәй йөрөнө былай. Өҙҙөрөп гармунда уйнау, һығылтып бура бурау, техника йүнәтеү тиһеңме – барыһына ла оҫта, уға тиң юҡ кеүек ине лә бит...

Тик, бер белмәгәс, белмәй икән ул әҙәм. Тағы ла эсте бит! Колхоз аҡса түләмәй, быҙау йә тана менән эш хаҡы биргеләне ҡайһы саҡта, ә беҙгә тәғәйен мал, өйгә ҡайтып етмәй, көмөшкәселәр ҡураһын тултырҙы. Мал йылына бер бирелә, ә эскелек көн дә кәрәк шул атайға. Араҡы алдында бала ла, ғаилә лә онотола, уларҙан ризыҡ өҙөп, “баш төҙәтеп” йөрөгәндә оят әҫәре лә ҡалмай икән. Ғүмерҙә уйламаған юлға – уғрылыҡҡа – ла еткерҙе атайымды эскелек. Хужалыҡтың быҙау-башмаҡтарын “шылдырған” атайҙы эшенән ҡыуып, штраф һалып ҡуйҙылар.

Барыбер тыйылманы ул, өйҙән булһа ла ниҙер урлау иҫәбенә күңел асыуҙы хуп күрҙе. Илап ялбарған ҡартәсәйемдең күҙ йәштәре лә туҡтатманы был юлдан... Иптәш малайҙарҙың аталары машина йөрөткәненә, ат етәкләп, улдарын эйәргә мендергәненә көнләшеп ҡарарға ғына ҡалды миңә...

Көҙгө муллыҡта тағы ла колхоз келәтенең игененә мулыҡҡан атайҙы тотоп, бур исеме тағып, әсәйҙең яңғыҙ елкәһенә ҙур ғына штраф сәпәнеләр. Шул көндән эҙһеҙ юғалды беҙҙең атай. Эҙләмәгән, хәбәр итмәгән ер ҡалманы. Юҡ. Гәзиткә биргән иғлан да, телевидение тапшырыуына яҙыу ҙа яуапһыҙ ҡалды. Бер кем күрмәне, белмәне. Әйтерһең дә, ер йотто. Ҡәҙер кисендә ҡартәсәйем менән икебеҙҙең, күк ҡабағы асылырын көтөп, атайымдың һау йөрөүен, тере булһа, ҡайтыуын теләгәнебеҙ иҫтә. Үлеп-фәлән ҡалған булһа, тип, ҡартәсәйем оҙон-оҙаҡ көйләп “Ясин” уҡыны, ҡуш усымды күтәреп, илай-илай мин дә атайым рухына доға ҡылдым шул төндә...

Урта мәктәпте тамамлап, әрмегә барып ҡайттым. Өмөт өҙөлмәй, унда-бында һүҙ һала йөрөйөм. Яуап юҡ. Әҙәм энә түгел дә, кем булһа ла күрергә тейештер бит?! Ҡартәсәйем, улын көтөп, күҙе ҡарайып үлеп китте. Атайҙың терелеген иҫбат итер йә үлгәнен дәлилләр өсөн документ таба алмай ыҙаландыҡ, мәктәптә уҡыған һеңлем – пособиенан, юғары уҡыу йортонда белем алған мин социаль стипендиянан ҡолаҡ ҡаҡтыҡ...

Ауыр ине тормошобоҙ, атайыбыҙҙың колхозға бурыстарын саҡ түләнек, шулай ҙа алға ынтылдыҡ. Мин табип һөнәрен алып сыҡтым, ике йыл ҡалала эшләп алғас, өйләнергә уйланым. Күптән яратышып йөрөгән ауылдаш ҡыҙға һөйләшергә яусы ебәрҙек. Юл уңманы: “Ауылдың атаҡлы алкашының улыңа ҡыҙ бирәһебеҙ юҡ!” – тип ҡырт бороп ҡайтарҙылар. Атайымдың “даны” минең тормошома шулай гел кире йоғонто яһаны...

Ҡалаға һыйындым, сөнки ауылдың кемеһе осраһа ла, битемә бәреп: “Әй, һин теге бур …ҙың улымы әле ул?” йә “Алкаштан да духтыр тыуа икән дә!” – тиер һымаҡ ине.

Өйләндем. Тормош инде яйланды ғына тигәндә әсәйем дә үлеп ҡуйҙы. Һеңлемде үҙем уҡытышып, кейәүгә бирҙем. Атайым ише айныға алмай эскән атайҙарҙы, сәсе-башы туҙып йәмһеҙләнгән ҡатындарҙы дауалаусы врач-нарколог мин. Һәр пациентымдың күҙҙәренән атайымдың төҫөн күрәм, тындарынан атайымдыҡылай һаҫыҡ еҫ килә. Аҙна-ун көн эсендә мең тәүбәгә килеп, был тупһаны башҡа ашатламаҫҡа вәғәҙә биреп ҡайта ҡайһылары. Туҡтауһыҙ бер үк вәғәҙәне ҡабатлағандар ҙа табылып, танылып тора...

Ни өсөн яҙам мин был юлдарҙы? Бер көн дүрт йәшлек улым һорап ҡуйҙы: “Атай, ни эшләп һин балалар табибы түгел? Унда (балалар клиникаһында) стеналар матур һүрәтле, тәтәйҙәр күп, балалар тауыштары яңғырай, ә һин эшләгән больница тимер тәҙрәле, стеналары ла төҫһөҙ, етмәһә, апай-инәйҙәр гел йәмһеҙ ҡысҡыралар, ярамаған һүҙҙәр әйтәләр...”

Әле әйтһәм, бер һүҙемде лә аңламаҫһың шул, балам! Бәлки, үҫкәс, ошо яҙғандарым аша аңларһың... Бала саҡ бәхетле булһын өсөн, улыҡайым, атай-әсәйҙең айыҡ аҡылда булыуы кәрәк шул...

…Эҙһеҙ юғалған атайымдан хәбәр бер көн килеп эҙләп тапты мине. Фәлән ерҙәге дауаханала аяҡ-ҡулы өшөп өҙөлгән, еңелсә фалиж һуҡҡан ҡарт бабайҙы барып күреп, танып, тейәп алып ҡайттым. Кеше көнлө, ҡарап тороуға имәнес ҡарт атайымды инвалид креслоһына ултыртып, хас та бала саҡтағы ялғашҡа һалып һөйрәгәндәй, тәрбиәмә алдым. Яйлап теле лә асылғандай булып ҡуйҙы, тәрбиәнән йөҙөнә нур керҙе. Ҡайҙа булғанлығын һөйләмәһә лә, аңлашыла ине: араҡыға алданып, ҡоллоҡта үткән тормошо. Бармаҡтарһыҙ ҡул, тубыҡтан түбән ҡырҡылған аяҡ теләгән бер ергә сабып сығып, ни етте шуны эсеп йөрөүгә яйһыҙ. Мөлдөрәп күҙгә төбөлгән сабыйҙай ҡарашлы зәғифте йәлләп ҡуям. Ә балаларын атайым йәлләнеме икән заманында?! Әсәйемде? Ҡартәсәйемде?...

Көноҙоно эштәмен үҙем. Атайым алдына күп итеп китап, гәзит һалып, телевизор тоҡандырып китәм. Бер көн уның ҡартәсәйемдән ҡалған ҡомартҡы сүрәләр китабын уҡығанына таң ҡалдым. Шул тиклем килештереп көйләй, әйтерһең дә, ғүмер буйы эскесе булмаған. Тик доға артынса бит һыпырыр усы ғына юҡ... Тетрәндем, тәндәрем зымбырланы. Иманға ҡайтмаҡсы бит атайым!

Атайым менән һөйләшеп, эш урыныма алып барҙым үҙен. Юлдан яҙғандарға эскелектең аҙағы ғазаплы тормош икәнен, үҙ миҫалына таянып, тартынмай һөйләне. Ысын күңелдән тәүбә ҡылған атайымдың үкенеүле күҙ йәштәрен күреп, әсендем дә, ҡыуандым да.

Мин – элек онотолоп эскән, бөгөн күптәрҙе иманға әйҙәгән атай улы. Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тиһәләр ҙә, ЭСКЕЛЕККӘ МИНЕҢ ТОРМОШОМДА УРЫН ЮҠ!

Бәхетле бала сағымды урлаған, яратҡан кешеләремдән яҙҙырған, тыуған еремдән биҙҙергән эскелеккә ғүмерлек дошман мин! Алкоголгә ҡаршы булғаным өсөн “ала ҡарға” тип атаһындар, “кодланған” бит ул, тип тә уйлап сығарһындар – миңә барыбер!

Улым! Әле тыумаған ейәнем! Һеҙгә минең ише “Мин – эскесе балаһы” тип һүҙ башларға яҙмаһын!


Миңзәлә СИРҒӘЛИНА-БОҪҠОНОВА.

Фото pp.userapi.com сайтынан алынды.
Читайте нас: