Бөтә яңылыҡтар

Ауылдаштарҙы үпкәләтмәҫ өсөн тыуған еремде күрһәтеп тормайым. Ауылда төрлө кеше бар, йә оҡшатмай ҡуйырҙар.

Әсәйем менән атайым күптән мәрхүм, ауылға апай менән еҙнәй янына йылына 3-4 тапҡыр ҡайтып йөрөйөм.Өс йөҙҙән ашыу йорт бар, йәйҙәрен – гөрләп тора, ҡыштарын һил һәм тыныс. Эш күп булғас, һирәк ҡайтам. Шуға иғтибар иттем, ҡышҡыһын ике-өс өйҙөң береһе хужаһыҙ, йәғни, йәйгелеккә генә ҡайтып йөрөйҙәр.

Урамда кеше һирәк осрай, күбеһе эш менән мәшғүл. Урамда кеше күренһә, мотлаҡ туҡтап, хәлен белешәм. Ул кеше һәр ваҡыт иҫерек була, тимәк, айныҡ кеше эш менән мәшғүл. Ҡайтҡас, апайҙан һорайым: “Кешеләр ни эш бөтөрә?”. “Кеше эсә”, – ти апайым. Дүрт-биш йыл шулай ҡабатланды, эсәләр. Эшһеҙлек сәбәпме икән, тип уйлап ҡуям. Араҡы ҡайҙан алалар икән, тим. Урам һайын “точка”, йәғни, йәшереп, ялған араҡы һатыусылар бар икән. Ҡайтҡан һайын һорайым: “Ауылдаштар эсәме?” – тим. “Эскәндәр үлеп бөттө”, – ти апайым. Яңыраҡ, йәйгеһен, тағы ла ҡайтырға тура килде. Әлеге һорау: “Ауылдаштар ни эш бөтөрә?”. “Ауылдаштарың эсә”, – ти апайым. “Һуң, – мин әйтәм, – эскәндәр үлеп бөттө, тигәйнең дә инде?”. “Шул эскәндәрҙең балалары үҫеп етте. Хәҙер шулар эсә”, – тине апайым. Һирәк-мирәк ҡайтһаҡ та, ҡунаҡҡа саҡырышыу бар әле. Өҫтәлдә элекке һымаҡ шешәләр ҙә ултыра, һый ҙа мул. Тик, үткәндәгеләй, эсергә ҡыҫтау, иҫертеп һалырға тырышыу бик юҡ. Тимәк, сама белеп, “культуралы” эсергә ынтылыу бар. Күбеһе ҡунаҡҡа машина менән килгән, рулдә, эсергә ярамай. Ҡалғандарҙың эше күп, бәлки, ысҡынғыһы килмәйҙер. Бына шундайыраҡ хәл беҙҙең ауылда. Берәүҙәр эсә, икенселәр эшләй, ә балалар үҫеп килә. Үҫеп килеүсе быуын кемдән өлгө алыр һуң? Беҙҙең ауылда һәйбәт, егәрле, уңған кешеләр йәшәй. Йәшәй ине, тип яҙа яҙҙым. Йәшәһендәр, эшләһендәр.
М. Сөләймәнов.
Читайте нас: