Бөтә яңылыҡтар

“МИНЕҢ ТОРМОШОМДА ЭСКЕЛЕККӘ УРЫН ЮҠ!” КОНКУРСЫН ИҒЛАН ИТӘБЕҘ

Республикабыҙҙа эскелеккә һәм рөхсәтһеҙ хәмер һатыуға ҡаршы көрәш көндән-көн киңерәк ҡолас ала. Алдынғы ҡарашлы, хаҡ юлдан барыусы йәштәрҙең тырышлығы менән башланған һәм билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, тәртип һаҡлау органдары, хакимиәт башлыҡтары тарафынан күтәреп алынған был хәрәкәт бер-ике ай эсендә генә лә шаҡтай тос емештәр биреп өлгөрҙө. Үҙ сиратында “Ағиҙел” (Төркөм) һәм “Һәнәк” (Төркөм) журналдары редакциялары ла, “Бәйләнештә” сайтындағы “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” төркөмө менән берлектә башланғысҡа ҡушылып, артабанғы эштәргә бер ни тиклем өлөш индермәксе.

Иҫерткес эсемлектәр һаулыҡты ҡаҡшатып ҡына ҡалмай, аңыбыҙҙы томалай, аҙғынлыҡҡа һәм енәйәттәргә этәрә, ғаиләләрҙе тарҡата, матди һәм рухи фәҡирлеккә төшөрә, кешелектән сығара... Милләтебеҙ, дәүләтебеҙ именлегенә янай был ағыу. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә: “Мин был көрәшкә һәр саҡ өҫтөнлөк бирәсәкмен, сөнки хәмер эсеү менән тәмәке тартыу – яман ғәҙәттәр генә түгел, ә кеше ғүмерҙәрен емереүсе әйберҙәр”, – тип юҡҡа ғына әйтмәне.


Ғалимдар иҫбатлауынса, хәмер ҡулланыусыларҙың балалары эскелеккә айыҡ тормош алып барыусыларҙыҡына ҡарағанда дүрт тапҡырға тиҙерәк бирелә. Тимәк, әгәр был афәттең тамырына әлеге быуын балта сапмаһа, беҙҙән һуңғыларға – ул-ҡыҙҙарыбыҙға, ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә – бик ауырға тура киләсәк. Шуға ла бер ниндәй икеләнеүһеҙ, ҡурҡыуһыҙ, аяуһыҙ күтәрелергә кәрәк изге көрәшкә! “Айыҡ ауыл” һымаҡ проекттар “Айыҡ ҡала”, “Айыҡ район” булып үҫеп, артабан “Айыҡ республика” кимәленәсә күтәрелергә тейеш.
Эскелеккә иң яҡшы реклама – ул алкоголь менән бәйле йолалар, “самаһын белеп ҡулланыу”, “байрамдарҙа ғына йотоу” һымаҡ төшөнсәләр. Беҙ ундай күренештәрҙән бөтөнләй арыныу, айыҡлыҡ хаҡына хәмерҙең һуңғы тамсыһынаса алышыу идеяһын хуплайбыҙ һәм “Минең тормошомда эскелеккә урын юҡ!” тигән конкурс иғлан итәбеҙ.

Ижади бәйгенең шарттары түбәндәгесә:

– Алкоголгә бәйлелектең ҡурҡыныс эҙемтәләре, эскелек килтергән матди һәм рухи ҡорбандар тураһында һөйләүсе, айыҡ тормошҡа һәм тәүбәгә саҡырыусы, хәмергә ҡаршы көрәштең һөҙөмтәле ысулдарын асыҡлаусы, иманға ҡайтыуҙың ҙур бәхет икәнен күрһәтеүсе яҙмалар ҡатнаша ала;

– Жанр төрҙәре һәм авторҙарҙың йәше сикләнмәгән, тик яҙмаларҙың башҡорт телендә булыуы мөһим;

– Күләме – мөмкин тиклем ҡыҫҡараҡ (аҙыраҡ яҙып, тосораҡ фекер еткереү);

– Уңышлы тип табылған әҫәрҙәр, мәҡәләләр “Бәйләнештә” селтәрендәге “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” төркөмөндә, “Ағиҙел” журналының сайтында һәм төркөмөндә донъя күреп барасаҡ;

– Йыл аҙағында, конкурсҡа йомғаҡ яһалып, иң яҡшы ижади эштәр билдәләнәсәк, уларҙың авторҙары аҡсалата премия менән дәртләндереләсәк. Беренсе урын өсөн – 10 мең һум; икенсе урын алыусы икәүгә – 5-әр мең һум; өсөнсө урынға сыҡҡан өсәүгә – 2-шәр мең һум.
Читайте нас: