Бөтә яңылыҡтар

Матурҙар уҫалмы?

Яңыраҡ бер танышым "матурҙар уҫал була" тип әйтеп һалды. Уның менән килешмәүемде белдергәйнем, хәҙер уйлана төштөм.

Сөнки был мәсьәләгә төрлө яҡлап ҡарарға ла була бит әле. Мәҫәлән, рауза сәскәһен энәләре һаҡлай, йәғни тәбиғәт уны ике һәм дүрт аяҡлыларҙан һаҡлар өсөн энә менән уратҡан. Матур ҡыҙға, һыпы ир-атҡа дәғүәләшеүселәр күп булған өсөн дә, уларҙан һаҡланыр өсөн матур кеше бәлки уҫал булалыр, кем белә инде?
Рауил Бикбаевтың ошондай бер шиғыры бар:
— Һин ҡайһы әкиәттән, һылыу?
Килдең ниндәй йондоҙҙан?
— Ағай , ағай! Әкиәтеңә
Әүрәр йәштәрем уҙған.
Йылмайҙы ла юғалды ҡыҙ,
Эҙҙәрендә нур янды.
Ер ҡыҙы ер буйлап китте —
Әкиәт итте донъямды...
...Элек БДУ-ның төп уҡыу корпусы ҡаршыһында ағас йорттар бар ине. Унда минең һабаҡташтарым фатирҙа йәшәне. Ҡышҡы сағыу көн. Шуларға китеп барам. Тар ғына һуҡмаҡ. Ҡояш нурҙары ҡар бөртөктәрендә йымылдап күҙҙе сағылта. Ҡаршыма әкиәт һылыуы килә. Тәбиғәттең бар гүзәллеген үҙенә туплаған ҡыҙҙың йөҙө, йылмайыуы күңелемдә илаһи гармония оркестрын уйнатып ебәрҙе. Ҡоралайҙы өркөтөп ҡуймайым тип һуҡмаҡтан ситкә баҫтым. Юл бирҙем. Һылыуҡай миңә йылмайып рәхмәтен белдерҙе лә, үтеп тә китте. Уның менән нисек булһа ла мөнәсәбәтле булырға теләпме, тағы берҙе генә әйләнеп ҡарауын көҫәпме, Рауил ағайҙың теге шиғырын иҫемә төшөрөп: "Һылыуҡай, һеҙ ҡайһы әкиәттән?" — тип һораным.
"Х... әйбәт әкиәттән..." булды уның яуабы. Донъям ҡараңғылыҡҡа сумды.

"Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 992-се күҙәтеү

Әхмәр Үтәбай

Читайте нас: