Бөтә яңылыҡтар

УС ЭСЕНДӘГЕ КИНО

Һеҙ ус эсендә күрһәтелгән кино хаҡында ишеткәнегеҙ бармы? Минең бар. Совет осоронда ауыл клубында киномеханик булып эшләгән бер ағай һөйләгәйне был хаҡта. Иҫегеҙҙә булһа, ул саҡта киноларҙың "Кр.дет до 16 лет" тигәндәре була торғайны. Йәғни клуб янындағы афишаларға яҙалар ине бындай иҫкәрмәне. Уның буйынса теге йәки был фильмда эротик кадрҙар була ҡалһа, бындай сеанстарға 16 йәше тулмағандар индерелмәне. Хәҙер ҙә бар ундай иҫкәрмәләр: "+16", "+18" тип атала улар.

Ағай иһә иҫкәрмәләрҙе афишаларға яҙмаған. Эротик кадрҙарҙың ҡайһы өлөштә, нисәнсе минутта йә секундта икәнлеген башҡа киномеханиктарҙан һорап белгән дә, тап шул ерендә проекторҙың алдына усын ҡуйып, ярамаған кадрҙарҙы йөрөгән ҡыҙы менән икәүләп рәхәтләнеп ҡарағандар. Ус эсендә.

18.04.2021
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан
433-сө күҙәтеү.
Читайте нас: