Бөтә яңылыҡтар

ҺЫЙПАҒЫС — СМАРТФОН, АЙФОН

"Уйынлы-ысынлы, килделе-киттеле һүҙлек"тәге "Һ" ға башланған һүҙҙәргә лә сират етте:Һ — башҡорттоң һөйәнгесле ултырғыс хәрефе.ҺАБЫН — ковид дошманы.ҺАҒАЛДЫРЫҠ — йүгәндең һаҡал өлөшө, һаҡалдырыҡ.ҺАЙЛАНСЫҠ — ҺАЙЛАНып кейәүгә СЫҠҡан ҡыҙ.ҺАЙЛАУ — алдан тәғәйенләнгәнде раҫлау.ҺАЙРАУ — инәлеү, ошаҡлашыу.ҺАЙЫҪҠАН — ҡоштар йыназасыһы.ҺАҠАЛ — ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы ла була.ҺАҠАУ — Ленинға оҡшатып һөйләшеүсе ҡытайҙар.

ҺАҠМАР — 1.Саҡтар, мәсәғүттәр йылғаһы, 2.Яй, һаҡ ағыусы йылға.
ҺАҠСЫЛ — пенсия фонды.
ҺАЛ — һыу өҫтөнә теҙеп ҺАЛынған бүрәнәләр.
ҺАЛАМ — һуңғы өмөт-ышаныс.
ҺАЛДАТ — алдат.
ҺАЛҠЫН — һыуыҡтың игеҙәге.
ҺАЛМА — ашҡа һалмай торған нәмә.
ҺАЛМА ЭСЕҮ — беҙҙең яҡта аш ашауҙы шулай атайҙар.
ҺАЛЫМ — алым.
ҺАМАН — илебеҙ иҡтисадының даими хәле.
ҺАНДУҒАС — былбылдың тахаллусы.
ҺАНДЫҠ — башҡорт сейфы.
ҺАНҺЫҘ — бер генә данала.
ҺАҢҒЫРАУ — кәмә ямаусы.
ҺАРАЙ — батшалар, һыйырҙар, кәзә-һарыҡтар йәшәй торған урын.
ҺАРАН — ике тапҡыр түләүсе.
ҺАРЫҒОЛАҠ — тоғролоҡ бәләһе.
ҺАРЫ МӘТРҮШКӘ — Чингачгуктың дуҫы.
ҺАРЫҠТАШ — һарыҡтың класташы (Буранбай Исҡужин һүҙлегенән).
ҺАРЫМҺАҠ — егеттәрҙе ҡыҙҙарҙан (йәки киреһенсә) биҙҙертеүсе.
ҺАҪЫҠ — һа, тигәндә ауыҙҙан сыҡҡан еҫ.
ҺАТАШЫУ — беҙҙә саташыу.
ҺАТЛЫҠЙӘН — тән хаҡына йәнен ҡорбан итеүсе.
ҺАТЫУСЫ — беҙҙең ауылда — беркәшик.
ҺАУА — беҙҙең олоҡартҡартҡартҡартҡартҡартәсәй.
ҺАУЛЫҠ — лыҡа тулы һау.
ҺАУЫНСЫ — ата-әсәһенең пенсияһына йәшәүсе.
ҺАУЫТ — бер ярты араҡы.
ҺЕЛӘҮҺЕН — селәүсен.
ҺЕПЕРТКЕ — Мәскәй әбейҙең АН-2 самолеты.
ҺЕРЕ — әүҙем, йылғыр, тере.
ҺЕРКӘ — хирка, суфыйҙарҙың кейеме. Һеркәһе һыу күтәрмәй.
ҺЕҮЛӘҮ — аҡсаны күп тотоноу.
ҺИГЕҘ — игеҙ 0.
ҺИҢМАЙ — һиңе тулы май.
ҺИММӘТ — ҡиммәтле һиммәттән исемгә әүерелгән сифат.
ҺИРПЕҮ — бил көрәше.
ҺОҒО ТЕЙЕҮ — күҙ тейеү.
ҺОҒОНОУ — комбайн барабанына һалам тығылыу.
ҺОЛО — ат шатлығы.
ҺӨЙӨНСӨ — тараҡан ботоноң хаҡы.
ҺӨЙӘРКӘ — ҡиәмәтлек кәләш.
ҺӨШТӨМҺӨҘ — Ғәбиҙулла Зарипов лөғәтенән.
ҺУҒЫМ — малды иҫәңгерәтә һуғып һуйыу.
ҺУЛ — һулаҡай кешенең уңы.
ҺУПАЙЛЫ — Сипайлово.
ҺУПЫЛДАҠ — ДТ 20 тракторы.
ҺҮГЕНЕҮСЕ — Иблистың динамигы.
ҺҮЖӘБЕҘ — Хәйбуллала өмәгә ҡушылыу сәләме.
ҺЫЙЫР — күпме ашаһаң да, һыя.
ҺЫЙПАҒЫС — смартфон, айфон.
ҺӘТЕҮ — әминский.
ҺӘҮЕРЕК — Аҫылғужа Баһумановтың лөғәтенән.
ҺӘҮКӘМ — һөт төҫөндәге машинама сая егет Марат Йәғәфәр ҡушҡан исем.
ҺЫПЫ — мыҡты кеше.
12.04.2021
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың "Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан
431-се күҙәтеү.
Читайте нас: