Ғүмерең, тигәндән йәшерәк саҡта уҡ ошо шиғырҙы яҙып ҡуйғанмын. Ысынлап та, һиҙмәйбеҙ икән, ғүмеребеҙ үҙебеҙ менән түгел, эргәбеҙҙән генә үтеп барғанын. Ағиҙелдә боҙ киткәнен күҙәтеүем шуны йәнә иҫкәртте:
Ағиҙелдә боҙ тауышы
Йәнебеҙҙе өтә.
Боҙҙар кеүек ҡуҙғалышыр
Мәлебеҙҙә икәү,--
Ғүмер генә тигәнебеҙ
Яныбыҙҙан үтә.
Яҙмағандыр инде беҙгә
Йәшәүҙәре бергә.
Йәнебеҙ бер, түгел юлдар
Бергә, берләм генә.
Ғүмеребеҙ үтеп бара
Эргәбеҙҙән генә.