ХАМЕЛЕОН — үҙгәреп тороусы, бәлки хамдыр ул.
ХАН ҠЫҘЫ — етешһеҙлекте үлсәү берәмеге.
ХАРАКТЕР — айырылышыуға һылтау, сәбәп түгел.
ХАРАКТЕРИСТИКА — маҡтау ҡағыҙы (Буранбай Исҡужин һүҙлегенән).
ХАРАП — диңгеҙгә батҡан карап.
ХАТА — хаталы хат.
ХАТТИН АШЫУ — йыһанға осоу.
ХАЧАПУРИ — мин пури ашарға теләйем.
ХИМИК — "...теләһә ниндәй шағирҙан егерме тапҡыр файҙалыраҡ..."(Базаров).
ХИСАП — хистәр үлсәме.
ХОББИ — йән тартҡан шөғөл.
ХОККЕЙ — хок кейеп сәкән һуғыу.
ХОҠУҠ — хо плюс ҡуҡыш (Буранбай Исҡужин һүҙлегенән).
ХОЛОДЕЦ — мөйкөлдәк, дерелдәк, һеркелдәк.
ХОЛОҠ — төҙәлмәй торған ауырыу.
ХОР — күмәкләгән яу ҡайтарған.
ХУДОЖНИК — ауыр тормош менән йәшәүсе (худо жизнь) рәссам.
ХУЛИГАН — бандиттың йәш сағы.
ХӘБӘР — Хабаровтың ҡартатаһы.
ХӘҘЕР — әҙер генә тороусы.
ХӘЙЕРЛЕ ЮЛ — юлда ятҡан аҡсаны табыу.
ХӘЛӘЛ ЕФЕТ — һөйәркә хәрәм ефетме икән?
ХӘЛҮӘ — хәлүә ашаһаң, хәл-во!
ХӘМЕР —йотһаң, бирә әмер.
ХӘРЕФ — өн ҡалыбы, формаһы.
ХӘРӘКӘТ — бәрәкәттең тиҙлеге.
ХӘТЕР — юғалһа, хәтәр.