УСАҠ — уҫаҡ утындан хасил булған ялҡын.
УҪАЛ — үс алыусы кеше.
УТ — вазифаһын башҡарыусы утын.
УТЫН — уттың ризығы.
УРАН — ҡара йылан (иран).
УРТ — аҙыҡ эшкәртеү конвейерының 1-се цехы.
УРЫНБАҪАР — инә ҡош ял иткәндә йомортҡаны һыуытмай баҫыусы ата ҡош.
УКРОП — микроптарҙы үкертеп үлтереүсе.
Ү.
ҮҘҠИММӘТ — үҙҡиммәтенән арзан тауарҙың үҙарзаны була.
ҮКСӘ — ҡасҡанда — көҙгө.
ҮРҒУЯН — Уралдағы кенгуру.
ҮРМӘКСЕ — күрмәксенең эләксәне.
ҮҪМЕР — балалыҡтың ҡарт, ҡартлыҡтың тулғаҡтағы сағы.
ҮТ — аш үтмәгәндә ярҙамға килеүсе.
31.03.2021
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың "Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан
427-се күҙәтеү.