Бөтә яңылыҡтар

ИСЕМГӘ ҠАЛЫУ

"Теге өсәү" яҙыусыларға, шағирҙарға "халыҡ" исемдәре биреү хаҡында ҡыҙыҡлы әңгәмә ҡорҙо. Был йәһәттән ваҡытында Аҫылғужа Баһумановтың көлдөрөп әйткәне иҫкә төштө: "Кемдәрҙер халыҡтыҡы булғас, ҡалғандар һарыҡтыҡымы инде?"

Исем тигәндән, әсәйемдең әйткәндәре лә хәтерҙә уянды. Ул: "Шул-шул кеше исемгә ҡалған..." — тип шыбырҙар ине. Үҫә килә "исемгә ҡалыу"ҙың кемдеңдер зина ҡылыуҙан рисауай булыуға бәйле һүҙбәйләнеш икәнлеген дә аңланым.

3.04.2021
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың "Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан
428-се күҙәтеү.
Читайте нас: