Бөтә яңылыҡтар

ЮҒАРЫ БЕЛЕМ КӘРӘКМЕ? НИ ӨСӨН КӘРӘК?

Бер әсәй ҡыҙы менән килеп сыҡҡан күңелһеҙ хәл тураһында илай-илай һөйләгәйне. Ҡыҙы юғары уҡыу йортонда ситтән тороп белем алған. Ниндәйҙер фәнде алып барыусы профессор бер мәл төркөмдәге студенттарға документтарын алып килергә ҡушҡан. Уларҙы банк хеҙмәткәре көтөп тороп, һәр ҡайһыһы ниндәйҙер түләүле курс һылтауы менән кредит алып түләгән. Ҡыҙ уҡыу йортон тамамлап диплом алһа ла, һөнәре буйынса эш табалмай, төрлө урында эшләргә мәжбүр булған. Юғары процентлы кредитын да түләй алмаған. Операторҙар туҡтауһыҙ шылтыратып теңкәһенә тейгәс, ҡыҙ законлы рәүештә эшкә урынлаша алмайынса, төрлө урында эшләргә мәжбүр булған. Һуңғы сиктә үҙ-үҙенә бикләнеп, психоневрологик диспанцерға эләккән.

Һуңғы йылдарҙа хатта бер нисә юғары уҡыу йорто тамамлап та, алған белеме буйынса эшләй алмаған йәштәр бихисап. Мин белгәндәрҙең иң күбеһе шул хәлдә. Илебеҙ иҡтисады бындай мөмкинлек бирмәгәс, нимәгә кәрәк икән ундай юғары белем? Ғөмүмән, юғары белем үҙе кәрәкме? Үҙемдең фекер шундай: хатта ки балаңа дөрөҫ тәрбиә бирер өсөн дә кәрәк түгелме юғары белем? Әллә мин яңылышаммы?

30.04.2021
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың "Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан
426-сы күҙәтеү.
Читайте нас: