Бөтә яңылыҡтар

Баһа

Төрлө милләт вәкилдәре менән бер табын артында ултырҙым. Аш-һыу башҡорт милли ризыҡтарынан мул итеп әҙерләнгәйне. Теге йәки был ризыҡтың нисек аталыуы, нимәнән һәм нисек әҙерләнеүе хаҡында миңә аңлатырға тура килде.

Ашап туйғас, бер табындашым: "Да, башкиры умеют жить. У них блюда изысканные..." — тип әйтеп ҡуйҙы. Уның һүҙҙәре, нисектер, миңә бирелгән баһа кеүек яңғыраны.

29.03.2021
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың "Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан
425-се күҙәтеү.
Читайте нас: