Тағы ла шуныһы, Әмир улым Радикҡа спектакль башланыр алдынан: "Залда минең атайым да була, теге урында ныҡ һуҡма, йәме?" — тип иҫкәртеп ҡуйырға ла онотмаған икән. Нимә генә булмаһын, миндә шундай тойғолар барлыҡҡа килеүен актерҙарҙың уйнау оҫталығы тип баһаларға мөмкиндер. Береһен дә айырмайынса, барыһы ла — афариндар!
Спектакль, дөйөм алғанда, бик оҡшаны. Психологизм бик нескә.
Режиссеры Лиана Ниғмәтуллина заманса ҡоролмалар, технологиялар ярҙамында ҡасандыр совет осоронда барған ваҡиғаларҙы хәҙерге заман тамашасыһына яҡынайта алған.