Бөтә яңылыҡтар

ТЫЙНАҠ — ҺАҠАУ ТЫРНАҠ...

"Уйынлы-ысынлы, килделе-киттеле һүҙлек"тәге "Т" ға башланған һүҙҙәргә лә сират етте:Т.ТАЙҒАҠ — тайгалағы юлһыҙлыҡ.ТАЙФУН — Тайфурҙың асыулы сағы.ТАКСА — такси хаҡы.ТАЛАҠ — бер тапҡыр әйтһәң — селезенка, өс тапҡыр әйтһәң — айырылышыу.ТАЛАП — талап иткәндән һуң килеп сыҡмаһа, талап алаһың инде.ТАЛАШ — талап ашау.

ТАЛҒЫР — бейек тау, ҡая баштарында үҫә, йыйғанда аяҡ тала.
ТАМАДА — тамыҙыусы.
ТАМАМ — унда әсәй.
ТАМУҠ — тамаҡ хаҡы.
ТАҢ — донъяға таң ҡала торған мәл.
ТЕГЕ — өсәү.
ТЕМПЕРАМЕНТ — температураһы юғары мент.
ТИН — "тейен"дән алынған аҡса берәмеге.
ТӨРТӨНГӨР — төндә ҡараңғыла һәрмәнеп йөрөүсе, өкө кеше.
ТУАЛЕТ — теүәл ит.
ТУЙ — туйғансы ашап-эсеү сараһы.
ТУҠРАУ — туҡтағанда ваҡытлыса, туҡрағанда оҙаҡҡа туҡталып ҡалыу.
ТУҠҺАН — тамағы туҡ һан.
ТУНДРА — туңдыра.
ТУТЫЙҒОШ — апайғош.
ТҮБӘТӘЙ — түбәгә менеп ултырған атай.
ТҮГЕЛ — түгелһә, булмай инде.
ТҮРӘ — түрҙә ултырыусы.
ТЫЙНАҠ — һаҡау тырнаҡ.
ТЫРМА — онотҡанды иҫкә төшөрөүсе.
ТӘКӘББЕР — тәкә кеүек кеше.
ТӘМӘКЕ — мәк тәме сығып тора, наркотик.
ТОЙҒОН — хисле ҡош (Буранбай Исҡужин һүҙлегенән).
ТӘН — күләгә (тень) төшә торған өлөш.
ТӘЛГЕ — һарна бутҡаһы.

29.03.2021
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың "Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан
424-се күҙәтеү.
Читайте нас: