Бөтә яңылыҡтар

ҒИБРӘТ ӨСӨН ЯҘАМ

"Эксгибиционизм" тип аталмыш сир ҙә бар икән. Уға дусар булыусылар оятын ҡапма-ҡаршы енес вәкиленә күрһәтеп кинәнес ала, имеш. Элегерәк уға бәйле оятһыҙ лаҡап та йөрөй торғайны. Имеш, бер ҡатын магазиндан аҙыҡ-түлек күтәреп ҡайтып килгән дә, юлында шундай сир менән яфаланған ирҙе күргәс: "Ой, йомортҡа менән колбаса алырға оноттом", — тип кире магазинға йүгергән, имеш.Был хаҡта бер ваҡытта ла яҙмаҫ та инем. Яңыраҡ социаль селтәрҙәр аша бер атай кешенең яңы теле асылған бестәтәү улынан туған телебеҙҙә:

"Ҡыҙҙарҙыҡы шулай, бына беҙҙеке шулай атала", — тип әйттергән видеоны ҡарау был хаҡта яҙырға мәжбүр итте. Яҙмала атай кешенең тауышы ғына ишетелде. Эскгибиционист (хатта әйтергә тел дә әйләнмәй) атай.
22.03.2021
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың "Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан
421-се күҙәтеү.
Читайте нас: