Бөтә яңылыҡтар

СИТӘН — ТАЛДАН ҺУҒЫЛҒАН БАЛАҪ

"Уйынлы-ысынлы, килделе-киттеле һүҙлек"тәге "С" ға башланған һүҙҙәргә лә Сират етте:С.САБАКЫ — тәмәке.САҠРЫМ — километрҙан артыҡ та, кәм дә булыуы бар. Саҡырыусының тауышына, тыңлаусының ҡолағына бәйле.САЛОН — солан.САҢҠ — бөркөттәр теленең Ирәндек диалекты.САПЕР — бер тапҡыр ғына хаталана.СЕГӘН — башҡорт ауылында йөрөүсе сиғандар.СЕЙМАЛ — тере мал.СЕКУНДАНТ — дуэль ваҡытында яраланыусы ғүмеренең һуңғы секундтарын һанаусы.СЕЛЕКЦИЯ — селек үҫтереү фәне.СЕНСАЦИЯ — пенсия йәшен кәметкәндәр!

СИҠАҠ — күп итеп ҡаҡ ашағандан һуң.
СИНОНИМ — игеҙҙең һыңары.
СИСЕҮ — хәҙерге йәштәр банктан аҡсаны сисеп ала, кемделер эштән сискәндәр, тип һөйләй.
СИТӘН — талдан һуғылған балаҫ.
СОЛОҠСОЛОҠ — ике солоҡ.
СТАКАН — туҫтаҡ, туҫтаған.
СТИМУЛ — эстем ул.
СТИМОРОЛ — эстемдер ул, спирт еҫен баҫа торған һағыҙ.
СУЛАҠ — дошмандары менән күрешмәҫ өсөн ҡулын ҡырҡыусы кеше (Буранбай Исҡужин һүҙлегендә).
СУММА — һум, мә.
СӘҒӘТ — һағыт, һауыт (Ғәлим Хисамов фаразы буйынса боронғо заманда тишек һауытҡа һыу ҡойоп күпме ваҡытта ағып бөтөүенә ҡарап ваҡытты билдәләгәндәр).
СӘЙНӘК — һағыҙ, ҡыҙымдың һүҙе.
СӘКЕҮ — урлау.
СӘҢГЕЛДӘК — һәмгесәк (күбәләк ырыуы һөйләше).

19.03.2021
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың "Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан
420-се күҙәтеү.
Читайте нас: