Бөтә яңылыҡтар

РИЗЫҠ — АСЫҠҠАНДА ЗЫҠ ҠУБЫП ЭҘЛӘТӘ...

"Уйынлы-ысынлы, килделе-киттеле һүҙлек"тәге "П" ға, "Р"-ға башланған һүҙҙәр:П.ПАРАГРАФ — ике граф.ПЕЛӘШ — аҡыллы башта сәс тормай.ПЕНСИЯ — финанс пирамидаһы, барыһы ла түләй, тере ҡалғандар ғына ала.ПЕХОТА — йәйәү һунар (пешая охота).ПЕЧЕНЬЕ — бишенгә.ПЛАКАТ — яҙыуға ҡарап илау.ПЛАН — үтәнем, тип премия алыу хәйләһе.


ПЛАТФОРМА — түләүле форма.
ПЛЕНУМ — аҡылды әсиргә алыу сараһы.
ПОЛИГЛОТ — күпте йотоусы.
ПРЕМИЯ — уны бирәләр йә алалар.
ПРОКУРОР — быркарур.
ПРОЗАИК — ҡуяндар тураһында яҙыусы.
ПУЛЯ — барып тейгән урынды бер нисә өлөшкә БҮЛӘ.

Р.
РАЗВЕДКА — бер тапҡыр барып белеп ҡайтыу.
РАЙОН — ожмах ул (ысынлап та, һәр кемгә үҙ районы ожмах).
РЕВОЛЮЦИЯ — Револь менән Люциәнең мөхәббәте.
РЕЗОЛЮЦИЯ — Люциәнең ризалығын алыу.
РЕПЕТИТОР — дәрестә биреп еткермәгән белемде аҡсаға һатыусы.
РИЗА — һин риза булһаң, мин — за!
РИЗЫҠ — асыҡҡанда зыҡ ҡубып эҙләтә.
РИШҮӘТ — взятка түгел, сөнки биреүсеһе булмаһа, алыусыһы ла юҡ.
РОГАТКА — мөгөҙлө атҡыс.
РОМАНС — музыкаль роман.
РОМАНТИКА — һағыш менән туҡланыусы, һағыштан башҡа йәшәй алмаусы мөхәббәт (Белинский).
РЫЦАРЬ — һеләүһендәр батшаһы.
РӘСЕМ — рисун(ок).
РӘССАМ — үҙе һүрәт төшөрөүсе (рисует сам).
РӘТ — совет осоронда бер шешә алыу мөмкинлеге була торғайны, хәҙер нисектер?
РӘҮЕШ — киреһе — мәүеш.
РӘХӘТ — ныҡ рәхәт булғанда — әрәкәт.
РЯДОВОЙ — эттән оло, һинән кесе.

"Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан
418-се күҙәтеү.
Читайте нас: